Оло Ыҡтамаҡ ауылында Рәйес Әфләтүнов асҡан икмәкхана бына ете йыл инде район халҡын тәмле һәм хуш еҫле ризыҡ менән тәьмин итә. Бында тәүлегенә 1200 данаға тиклем ҡалас бешерелә, шулай уҡ бер нисә башҡа төр ашамлыҡ етештерелә. Йүнсел үҙ маҡсатын тормошҡа ашырыуҙа ярҙамсылар итеп эш яратҡандарҙы, ҡушылғанды күңел биреп башҡарғандарҙы йәлеп иткән. Яуаплы һәм төп хәстәр, әлбиттә, икмәк бешереүселәр иңендә. Бында оҙаҡ йылдар хеҙмәт һалған Тәслимә Ғарипова менән Фатима Сәлихова оло тәжрибәгә эйә. Күптән түгел хаҡлы ялға китеүселәрҙе алмаштырған Дания Заһитова менән Зилә Зәбихуллинаны үҙ һөнәре серҙәренә бик теләп өйрәтә оҫталар. Һәр йорт өҫтәлендә көн дә түрҙән урын алған ризыҡтың ағын да, ҡараһын да, ондоң бойҙайҙан да, арыштан да тарттырылғанын бешерәләр бында.
Ризыҡтың һәр төрөн әҙерләүҙең үҙ нескәлектәре бар, тейешле технологик талаптар еренә еткереп үтәлә. Баҙар шарттарында башҡаса эшләү мөмкин дә түгел. Продукцияның сифаты буйынса тикшереүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙә дәғүә йә ҡәнәғәтһеҙлек белдергәне юҡ. Икмәк һәм башҡа ашамлыҡтарҙы бер тәмләп ҡарағандар бында мотлаҡ икенсегә килә.
Кәштәләрҙең тиҙ арала бушауына ризыҡ хаҡтарының әллә ни тешләшмәүе лә йоғонто яһай. Эшҡыуарҙың “икмәк – төп ризығыбыҙ, уны барыһы ла һатып алырлыҡ булырға тейеш” тигән һүҙҙәре лә уның үҙ коллективы менән кешеләргә хеҙмәт итеүен күрһәтә.
– Райондың көньяҡ өлөшөндә, Әй буйында урынлашҡан ауылдарҙы, шулай уҡ бөтөнләй икенсе яҡта ятҡан Тәкә менән Абдулланы, республиканан ситтә лә киң билдәлелек яулаған “Ҡарағай” шифаханаһын, шулай уҡ күпселек балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе икмәк менән тәьмин итәбеҙ, – тип һөйләй Рәйес Рәмил улы. – Балаларға һәм уҡыусыларға махсус сертификат буйынса витаминлы ризыҡ бешерһәк, илебеҙҙең төрлө тарафтарынан “Ҡарағай”ға килеүселәр уның көрпәлеһенә өҫтөнлөк бирә.
Әйткәндәй, йүнсел үҙе Теләш ауылынан. Унда тиклем 25 саҡрымлыҡ юлдың әллә ни рәте булмаһа ла, яҡташтарын да онотмай: уларға ла тәмле икмәген көн дә алып барыуҙы яйға һалған.
Күрше Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһындағы техникумда механик һөнәрен үҙләштереп, оҙаҡ йылдар машина-трактор оҫтаханаһын етәкләгән Рәйес Әфләтүновты тыуған төйәгендә лә ыңғай яҡтан ғына телгә алалар. 2010 йылда иһә үҙ кәсебен асып, икмәк бешереүгә тотонған. Тиҙҙән ул етештергән ашамлыҡ сифаты һәм тәме яғынан районда “иң яҡшы” тигән баһаға лайыҡ була, артабан эшҡыуар менән фекерҙәштәре был кимәлдән түбән төшмәй. Коллективтың балалар учреждениелары өсөн икмәк бешереү хоҡуғы биргән тендерҙарҙа даими еңеү яулауы ла – быға асыҡ миҫал. Башҡа төр тауар менән бер рәттән төп ризыҡты ла һайлау мөмкинлеге ҙур булған баҙар иҡтисады шарттарында хеҙмәт емештәренең өҫтөнлөк менән файҙаланыуы – Рәйес Рәмил улының икмәкханаһында эшләүселәргә халыҡ баһаһы ул.