Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсих ХӘМИТОВ: “Башҡортостан — күк көмбәҙе аҫтындағы мөғжизәләр музейы”
Рәсих ХӘМИТОВ: “Башҡортостан — күк көмбәҙе аҫтындағы мөғжизәләр музейы”Тау инженеры һәм геолог профессиялары тураһында аҙ яҙабыҙ, аҙ һөйләйбеҙ, тейешенсә баһалап та бөтмәйбеҙ һымаҡ. Тормошта ла был үҙенсәлекле һөнәр кешеләре менән, уҡытыусы, врач, һатыусы һәм башҡа ғәҙәти һөнәр эйәләренән айырмалы, һирәгерәк осрашабыҙ. Ер ҡуйынында алтын-көмөш, баҡыр, мәғдәндең күпме, ҡайҙа йәшеренгәнен, эсәр һыуҙарға, нефть ятҡылыҡтарына юлдарҙы иң тәүге булып асҡан, тимәк, Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемдең тормошона йоғонто яһаусы, киләсәген күҙаллаусы, тәбиғәт байлыҡтарын самалап файҙаланыуҙы көйләүсе һөнәр эйәһе иңендә тауҙай яуаплылыҡ ята.
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Рәсих Әғзәм улы ХӘМИТОВ менән әңгәмәлә республикала тау-геология хеҙмәте, уның потенциалы һәм ил ҡеүәтен арттырыуға индергән өлөшө тураһында һөйләшеүҙән тыш, халыҡты борсоған һорауҙарға ла яуап алдыҡ. Башҡортостандың ысын мәғәнәһендә зәңгәр күк көмбәҙе аҫтындағы асыҡ тәбиғәт музейы икәнлегенә инандыҡ.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы, Рәсәйҙең почетлы ер аҫты разведчигы исемен йөрөткән шәхес бөгөн дә халыҡ мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләй.
— Беҙ үҙебеҙҙең ниндәй гүзәл планетала йәшәүебеҙҙе йыш ҡына онотабыҙ. Ә бит, ысынлап та, кешелек өсөн унан да күркәм, уңайлы урын юҡ. Углекислый газдан торған Марс, Венера йәки башҡа планеталарҙағы йәнһеҙ тормош хаҡында күберәк белгән һайын үҙебеҙҙең ниндәй бәхетле булыуыбыҙҙы аңлаған да кеүекбеҙ. Тик ни өсөн ул саҡта һулыш биреүсе урмандарҙы аяуһыҙ ҡырабыҙ, ер ҡуйынындағы байлыҡтарҙы самаһыҙ тотонабыҙ, йылға-күлдәрҙе ағыулайбыҙ? Борон тәбиғәттең көсө кешелекте ҡурҡытһа, хәҙер, киреһенсә, кеше үҙе тәбиғәткә ҡурҡыныс менән янай түгелме?
— Кешене бар иткән дә, йәшәткән дә — тәбиғәт. Уның ҡабатланмаҫ матурлығына, хозурлығына һоҡланыу менән генә хушһынырға, сикләнергә ярамай беҙгә, ә тәбиғәт байлыҡтарын халыҡ мәнфәғәтенә төплө аҡыл менән хеҙмәт иттереү һәм һаҡлау араһында баланс булдырыу өсөн тырышырға кәрәк.
Ер-һыуыбыҙға зыян килтермәй файҙаланыу, табыш алыу эшмәкәрлеген ҡалдыҡһыҙ производство кимәленә еткереү өсөн алдынғы технологияларҙың етешмәүе — төп ҡаршылыҡтарҙың береһе. Уйлап ҡарағыҙ, күпме көс һалып табылған алтындың 70 проценты заманса эшкәртеү ҡаҙаныштарын ҡулланмау һөҙөмтәһендә ҡалдыҡҡа сығарыла. Бер алдынғы илдә лә бындай хужаһыҙлыҡҡа юл ҡуйылмай. Баҡыр, мәғдән, нефть ятҡылыҡтарынан файҙаланғанда ла ҡаҙылма байлыҡтың күп өлөшө тейешле технологиялар булмау сәбәпле эшкәртелмәй. Бейек торбаларҙан ағылған газдың факелдар булып дөрләп янғанына күптән ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бит сит илдәрҙә һаҡсыл хужалар бындай ғәмһеҙлек, әрәм-шәрәм итеүгә күҙ йомоп ҡарай алмай. Бая әйткәнемсә, заманса технологиялар индергәндә янып һауаға осҡан ошо байлыҡты халыҡ мәнфәғәтенә эшкә ҡушып, тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерергә мөмкин. Японияла, мәҫәлән, ҡаҙылма байлыҡ алғанда сыҡҡан һыуҙан да кәрәкле элементтарҙы айырып, үҙ файҙаларына ҡуллана беләләр. Япондар уйлап тапҡан ҡалдыҡһыҙ производство — тәбиғәт байлығын һаҡсыл тотоноуҙа ҙур ҡаҙаныш өлгөһө.
Илде модернизациялау тураһында һүҙ алып барғанда, эш урындары, яңы заманса предприятиелар булдырыу, инвестициялар йәлеп итеү һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйыу менән бергә тәбиғәт байлыҡтарын сығарыу һәм эшкәртеүҙә алдынғы технологиялар индереү хаҡында ла оноторға ярамай. Беҙ бөгөн тап ошо йүнәлештә эшләргә тейешбеҙ.
— Кешенең тәбиғәткә йоғонтоһо бик көслө, һәм уның “емештәрен” бөгөн барыбыҙ ҙа татыйбыҙ. Моғайын да, әҙәм балаһын самаһыҙ ҡомһоҙлоҡтан, байлыҡ артынан ҡыуыуҙан туҡтатыусы көс юҡтыр. Мәҫәлән, 2015 йылға донъяла автомобилдәр һаны 1,5 миллиардҡа етеүе күҙаллана. Төҙөлөш ҙур темп менән бара, ә тәбиғәт көндән-көн ярлылана, бысрана. Экологик сәйәсәттең киҫкен иҡтисади сараларын файҙаланырға ваҡыт етмәнеме икән?
— Беҙ һәр саҡ урмандарыбыҙҙы икһеҙ-сикһеҙ, эсәр һыуҙарыбыҙҙы төпһөҙ итеп күрергә теләйбеҙ. Әлегә ошо тәбиғәт бүләктәрен файҙаланыу культураһы беҙҙә бик түбән. Австрияла булғанда йорт хужаларының кухняһында һыу өсөн өс кран тороуына ғәжәпләнеп иғтибар иттем. Эсәр һыу өсөн мотлаҡ айырым кран ҡуйыла. Был илдә көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү системаһы яйға һалынған, бер ҡағыҙ киҫәге, быяла, пластик сүп булып ятмай, барыһы ла эшкәртелеп, көнкүреш тауарҙарына әүерелә. Экологик таҙа йорт өлгөһө менән танышыу көтөлгәндән ҙурыраҡ тәьҫир ҡалдырҙы. Бөтә көнкүреш ҡалдыҡтарының ошонда уҡ эшкәртелеп, ғаилә табышына әүерелеүе әлегә беҙҙең өсөн мөғжизәгә тиң. Бәлки, киләсәк быуынға ошондай экологик яҡтан таҙа йорттарҙа йәшәү бәхете тейер? Әлегә беҙ урманда кеше хәстәренән башҡа үҫкән ағастан да йүнле файҙа ала алмайбыҙ. Бер өлөшөн төҙөлөшкә тотонһаҡ, ҡалғаны сереп юҡҡа сыға.
Тәбиғәттән аҡыллы файҙаланыусы илдәр байтаҡ. Голландтарҙың дамбалар эшләп, ер биләмәләрен киңәйтеүе, диңгеҙ һыуының ҡайтыу мәлдәрен ГЭС-тарҙы эшләтеүгә мәжбүр итеү оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Бельгия, Дания һәм Германияла таш күмерҙе ер аҫтынан сығарып ыҙаланмайҙар, ә яғыулыҡ өсөн кәрәкле метанын алдынғы ҡорамалдар ярҙамында һурҙырып ҡына алалар.
— Күреүебеҙсә, һеҙ бөтә тормошоғоҙҙо тау-геология хеҙмәтенә, ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен булдырыуға, минераль-сеймал базаһын, ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыуға һәм һаҡлауға арнағанһығыҙ. Ошо өлкәгә һалынған хеҙмәттәрҙең ҡайһыһын айырыуса юғары баһалар инегеҙ?
— Хеҙмәт баҫҡыстарының һәр береһе — бригадир, тау мастеры, смена начальнигы, баш инженермы — профессияның нескәлектәрен тойорға, ойоштороу һәләтен үҫтерергә, кешеләр менән аңлашып эшләргә өйрәтте. Курск өлкәһендәге Михайловка тау-байыҡтырыу, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаттарында, “Уралзолото” тресында эшләү ҙур тәжрибә майҙаны булһа, Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы һәм башҡа яуаплы вазифаларҙы йөкмәгәндә закондар һәм норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе эшләүҙә ҡатнашырға яҙҙы. Республикалағы ер аҫты байлыҡтарын геологик-иҡтисади яҡтан баһалау буйынса мөһим тикшеренеүҙәр үткәрҙек, халыҡты сифатлы ер аҫты эсәр һыуҙары менән тәьмин итеү, бальнеологик ресурстар етерлек ерҙә шифаханалар системаһын үҫтереү мәсьәләләрен хәл иттек. Иң мөһиме, үтә ауыр, ҡатмарлы ваҡытта геология-разведкалау тармағының фәнни, етештереү һәм кадрҙар ҡеүәтен һаҡлап ҡала алдыҡ. Был йәһәттән беҙгә тиклемге тау-геология тармағы вәкилдәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланған өсөн лицензиялар биреүҙе, разведкалау эштәрен финанс менән тәьмин итеүҙе, техник яҡтан йыһазландырыуҙы, эштән туҡтатылған нефть скважиналарын файҙаланыуға тапшырыуҙы ла уңышлы башҡарҙыҡ. 2004 — 2012 йылдар арауығында ер аҫты байлыҡтарын геологик өйрәнеү һәм минераль ресурстарҙы баһалау буйынса объекттарҙы билдәләүҙең әһәмиәтен тармаҡ етәкселеге алдында ныҡышмалы иҫбатлап, моратыбыҙға ирештек. Беҙҙә күпме нефть һәм газ, ҡара һәм төҫлө металл, алмаз, карбонат сеймалы, йөҙләү ташы, йәшмә, ләм, һыу бар — барыһын да иҫәпкә алырға, самалап тотонорға тейешбеҙ тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ.
— Иҫәпленең ҡуйы теүәл, ти халыҡ аҡылы. Һеҙ, бәлки, ер аҫты хазинаһының күпме йылға етеүен дә фаразлағанһығыҙҙыр әле?
— Ҡаҙылмалар запасы Хөкүмәт балансында тора. 250 нефть-газ ятҡылығы асылған, әле 161-е файҙаланыуҙа. Йыл һайын ике-өс яңы ятҡылыҡ асыла. Беҙҙә баҡыр-мәғдән ятҡылыҡтары ҙур, сәнәғәт өсөн 40–50 йылға ҡулланырға етер тип уйлайбыҙ. Әле ул йыл да 4,2–4,5 миллион тонна самаһы сығарыла. Тимәк, тармаҡтың эшен тергеҙеү өсөн яңынан-яңы ятҡылыҡтар разведкаларға бурыслыбыҙ.
Беҙҙә 60-тан ашыу файҙалы ҡаҙылма төрө бар. Ләм, термаль газ, минераль һыу сығанаҡтары ла байтаҡ. Уларҙың яңы урындары ла билдәле, әммә разведкалау эштәре тамамланмаған әле. Бөгөн ошо күҙгә күренмәгән хазина запасын билдәләп баһа бирәбеҙ, ресурстарҙы раҫлайбыҙ һәм дәүләт иҫәбенә ҡуябыҙ. Мәҫәлән, Сибай һәм Ҡамаған баҡыр-мәғдән ятҡылыҡтарында 145 миллион тонна руда барлығы иҫәпләнгәйне, әле уның 110 миллион тоннаһы сығарылған да инде. Республика биләмәһендә алдан күҙалланған нефть ресурстарының бары 20 проценты ғына бөгөн сығарылған, ҡалғаны ер ҡуйынының төбөндә ята, алдыбыҙҙа уны өйрәнеү бурысы тора.
Былтыр “Башнефть” тарафынан 14 миллион 300 мең тонна нефть сығарылды. Әгәр артабан да “ҡара алтын”ды ошо күләмдә сығарыуҙы дауам итһәк, уның запасы 25 йылға етергә тейеш. Шуныһы ғәжәп: “ҡара майы” бөткән тип иҫәпләнгән ер ҡуйынында нефттең һаман да барлыҡҡа килеүе һәм яңынан сығыуы, углерод менән водородтың берләшеп тупланыуы күҙәтелә.
Йөҙҙәрсә миллион йылдар элек тәрән диңгеҙ аҫтында ятҡан башҡорт еренең асылмаған серҙәре ифрат күп әле. Бынан 275–235 миллион йылдар элек пермь дәүерендә төбәгебеҙҙә ғәжәйеп шихандар, ҡабырсыҡ, тереклек ҡалдыҡтарынан эзбизташтар хасил булған.
Еребеҙ дүрт миллиард ярым йыл эсендә архей, протерозой, палеозой, мезозой, кайнозой дәүерҙәрен үткәргән, улар ҡалдырған тәрән эҙҙәрҙе бөгөн дә күреп, хатта ҡул менән тотоп ҡарап, һоҡланырға мөмкин.
— Ишембай районының Ғүмәр ауылы халҡын борсоған мәсьәләгә лә яҡынлаштыҡ шикелле. Бүжә тауы эргәһендә эзбизташ сығарыу ихтималлығына ризаһыҙлыҡ белдереп яҙылған хатҡа күптән түгел гәзит аша яуап бирелһә лә, асыҡлап үтәйек әле: ни өсөн Ирәмәл, Торатау кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары, хәҙер килеп Бүжә, Ғафури районындағы Ҡаран ятҡылыҡтары тирәләй ҡуйырған болоттар һаман да таралмай?
— Һеҙ телгә алған тәбиғәт ҡомартҡыларына ваҡытында разведка эштәре үткәрелгән. Тәүҙә һүҙҙе бөтә донъя йәмәғәтселеге өсөн әһәмиәтле шихандарҙан башлайыҡ. Бындай дәрәжәләге тәбиғәт ҡомартҡыһы донъяның бер мөйөшөндә лә юҡ тиһәм, һис арттырыу булмаҫ.
Башҡортостанда үткән Бөтә донъя геология конгресында ҡатнашыусылар, шихандарҙың палеонтологик, ботаник, тарихи яҡтан әһәмиәтен юғары баһалап, уларҙы мотлаҡ һаҡланырға тейешле бөтә донъя тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерҙе. “Һеҙ бит асыҡ һауалағы ҡиммәтле тарихи музейҙа йәшәгәнегеҙҙе баһалап бөтмәйһегеҙ!” — тип хайран ҡалды сит ил ғалимдары. Улар менән килешмәү мөмкин түгел, асыҡ күк йөҙө аҫтындағы хазиналар музейында йәшәйбеҙ.
“Сода” йәмғиәте заманында ошо ҡомартҡыларҙың береһе Шәкетауҙың өҫтөн “ашап” бөттө. Аҫтында 247 миллион тонна эзбиз таш бар, әммә уның сығарыу юлдарына ер аҫты һыуҙары йоғонто яһай, һыуҙан арындырыу өсөн яңы технологиялар һәм өҫтәмә сығымдар талап ителә. Әммә еңел генә табыш алырға әүәҫләнгән етәкселәр был юлдан бармаҫҡа, анһатыраҡ ысулдарҙы файҙаланырға тырыша. Беҙ бит уларға ятҡылыҡты эҙләп табып һәм баһалап, конкурс (аукцион) аша тәҡдим итмәксебеҙ, эшкәртһендәр генә!
Торатауға ҡул һуҙырға маташыу — халыҡ ихтыярын һанға һуҡмау. Ятҡылыҡ 1956 йылда уҡ разведкаланған, эзбизташ запасы 7,6 миллион тонна самаһы ғына. Республика әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланырға тейешле территориялар исемлегендә ул. Ошо биләмәләге Йөрәктау элегерәк цемент етештереү маҡсатында өйрәнелгәйне (запасы 105 миллион тонна). Был сеймал да, Ҡуштауҙағы эзбизташ та сифаты буйынса “Сода” предприятиеһы өсөн ярарлыҡ түгел.
— Ҡаҙылма байлыҡтарҙы эҙләү, өйрәнеү, баһалау эштәрен Хөкүмәт ҡарары буйынса, халыҡ мәнфәғәттәренә яуап бирерлек итеп эшләргә ынтылыуығыҙҙы аңлайбыҙ. Ишембай һәм Ғафури райондарындағы Ғүмәр, Ҡаран ятҡылыҡтарын разведкалау ни өсөн кәрәк?
— Ғүмәр ятҡылығы ресурсы — 171 миллион тонна, Ҡарандыҡы 189 миллион тоннаға етә. Күреүегеҙсә, бик бай ятҡылыҡтар. Ғүмәрҙәргә борсолорға урын юҡ, беҙ разведкалаған ерҙәр Бүжә тауынан байтаҡ алыҫлыҡта, халыҡтың күҙ ҡараһындай һаҡлаған хозур тауына хилафлыҡ килмәйәсәк, хатта ятҡылыҡты бер ни тиклем тағы ла ситкәрәк “шыуҙырыу” әмәле бар. Ҡарандарға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтке килә, ятҡылыҡтан файҙаланған хәлдә ауыл халҡы, тәбиғәт өсөн зарар булмаясаҡ.
Шуны ла онотмайыҡ: беҙ бит тәбиғәттән гел мәрхәмәт көтөп, гүзәллегенә һоҡланып ҡына ултыра алмайбыҙ.
Уны дөрөҫ һәм рациональ файҙалана белгәндә барыбыҙ ҙа отасаҡ. Һәйбәт эш хаҡы кемгә кәрәкмәһен? Пенсияһының күберәк булыуын теләгәндәр ҙә бихисап. Иманым камил, барыбыҙҙың да мул, иркен тормошта рәхәтләнеп йәшәгебеҙ, матур, төҙөк юлдарҙан йөрөгөбөҙ, шифаханаларҙа ял иткебеҙ килә. Ә бындай матур тормошто беҙгә тәбиғәт кенә бүләк итә ала. Файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләмәһәк, сығармаһаҡ, сәнәғәттә тотҡарлыҡ барлыҡҡа киләсәк, халыҡ эшһеҙ ҡаласаҡ, социаль мәсьәләләр хәл ителмәйәсәк, ҡаҙна бушаясаҡ. Ғөмүмән, алға барыу темпы кәмейәсәк.
— Экологик именлек һәм тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә власть һәм йәмәғәтселектең бәйләнеше, аңлашып эшләүе һиҙелмәгән кеүек. Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан, ташландыҡ хәлгә килтергән өсөн түләү ҙә һорау тыуҙыра: 40 процентын муниципалитет, йәнә 40 процентын — төбәк, ҡалғанын Федерация ала, ә зыян күргән биләмәгә бер тин дә юҡ. Ғәҙелме был?
— Бындай ғәҙелһеҙлек тураһында Башҡортостан Президентының әсенеп әйткәне хәтерҙә. Эшкәртеүсе менән район араһында төҙөлгән килешеүҙә бөтә талаптар, конкурста ҡаралған бөтә шарттар иҫәпкә алынырға тейеш. Ер байлыҡтарын эшкәртеүҙән табыш алған хужалар закон буйынса ошо биләмәлә йәшәүселәргә социаль ярҙам күрһәтергә лә, зыянды ҡаплатырға ла бурыслы. Урындағы власть органдары быны мотлаҡ контролдә тоторға тейеш. Әгәр улар үтәлмәһә, лицензияларҙы кире алырға мөмкинлек һәр саҡ бар.
— Йәшәүебеҙ сифаты тәбиғәт торошона бәйле. Ғалимдарҙың әйтеүенсә, тәбиғи таҙа һыу Ерҙә юҡ дәрәжәһендә. Ә сирҙәрҙең күбеһе һыуыбыҙҙың бысраҡлығынан килә. Киләсәктә эсәр һыу мәсьәләһе олоғара проблемаға әүерелмәһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?
— Беҙ һыуҙы үҙенсәлекле, Хоҙай биргән оло бүләк тип ҡабул итергә ғәҙәтләнмәгәнбеҙ. Шуға күрә уның ҡәҙере лә, ҡиммәте лә тейешле кимәлдә түгел. Ә минең өсөн һыу — файҙалы ҡаҙылмалар исемлегендә иң беренсе. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда беҙ уны 1,5-2 тапҡырға күберәк тәләфләйбеҙ. 2000 йылдарҙа республикала эсәр һәм минераль һыуҙарҙы эҙләү, тергеҙеү һәм һаҡлау буйынса программа ошо тәңгәлдәге сетерекле күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итте. Ә алдағы пландарҙа “Таҙа һыу” федераль программаһы тора. 144 мең квадрат километр майҙанды биләгән республикала күпме ер аҫты һыу ресурсы һәм запасы тупланыуын яҡшы беләбеҙ: тәүлегенә 18 миллион кубометр. Шуның 2,7 миллион кубометрын разведкалағанбыҙ. Сәнәғәттә тәүлегенә 1,8 миллион кубометр ҡулланылһа, бер кеше тәүлегенә уртаса 193 литр һыу тотона. Әммә беҙҙә уны тәүлегенә 625 литр күләмендә файҙаланыу мөмкинлеге бар.
Һыу беҙҙә мул, тик ул һәр ерҙә лә тигеҙ урынлашмаған. Айырыуса сәнәғәт предприятиелары ныҡ үҫешкән көнбайыш төбәктә эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаға әүерелде. Һыу запасының 86 проценты Ағиҙел, Ҡариҙел, Инйәр, Еҙем, Ыҡ, Дим буйҙарына тура килә. Тик ятмайбыҙ, өр-яңы сығанаҡтар эҙләүҙе дауам итәбеҙ. Мишкә, Саҡмағош, Хәйбулла райондары, Ағиҙел ҡалаһы өсөн ер аҫты һыу ятҡылыҡтарын разведкалауҙы тамамланыҡ. Әле Нефтекаманы эсәр һыу менән тәьмин итеү буйынса эш алып барабыҙ. Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе — мониторинг селтәрен республикала үҫтереү.
Геология-разведка эштәрен дауам итмәһәк, инвестициялар һалмаһаҡ, сәнәғәт тә, ҡалалар ҙа үҫешмәйәсәк. Тәбиғәткә зыян килтермәйенсә, ошонда йәшәгән халыҡтың мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоп эшләү — беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ.
Форсаттан файҙаланып, минераль сеймал разведкалауҙа, табып сығарыуҙа, эшкәртеүҙә, тәбиғәтте һаҡлауҙа ең һыҙғанып хеҙмәт иткән ғалим, геолог, геофизик, нефтсе, тау инженерҙарын һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, эштәрендә ҙур уңыштар, яңы асыштар теләйем. Тик именлек һәм тыныслыҡ булһын Рәсәй һәм мөғжизәле Башҡортостан ерендә!
Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.


*Рәсих Әғзәм улы Хәмитов 1951 йылда Баймаҡ районының Ярат ауылында тыуған. Әммә ул тыуған төйәге тип ата-бабаларының тыуып үҫкән ере, тәүге тормош һабаҡтары, белем алған, ғаилә ҡорған, әсәһе, туғандары ҡәҙерләп ерләнгән Буранбайҙы иҫәпләй.
*”Бик илаҡ булғанмын сабый саҡта, — тип хәтерләй геройыбыҙ, ҡартатайҙарымдың үтә сабыр, бала йәнле булыуын, минең янымдан китмәй, алмаш-тилмәш бәүетеп, ярыша-ярыша ҡарауҙарын әле лә ҡыҙыҡ итеп һөйләйҙәр...”
*Атаһын колхоз рәйесе итеп ҡуйғас, үҫмергә өс ауыл мәктәбендә уҡырға тура килә.
*Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка путевка менән районда иң беренсе булып бүләкләнә.
*”Сепаратор көйөнә лә, таҡмаҡҡа ла бейергә төшә лә китә торғайның”, — тип әйтер булған әсәһе Заһира апай. Бейеүгә әүәҫлеген әле лә йәшермәй уҙаман. Таулыҡайҙа физика, математика серҙәренә өйрәтеү менән Сибай техникумының үҙешмәкәрлек түңәрәктәрендә алған оҫталыҡ дәрестәрен балаларға бирә. Халыҡ бейеүҙәре, вальс, танго нескәлектәренә маһир, дәртле, йәш уҡытыусыны нисек яратмаҫҡа мөмкин?
*1978 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын, тау инженеры дипломы алыуҙан тыш, хәстәрлекле ғаилә башлығы, ике бала атаһы булып тамамлай. Армиянан көтөп алған Рәмзиәһе менән әле 40 йылға яҡын бергә ғүмер кисерәләр.
*Институт дипломы менән генә ҡәнәғәтләнмәй егет, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлағандан һуң Рәсәй Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте академияһында баҙар иҡтисадының хоҡуҡ нигеҙҙәрен үҙләштерә.
*1969 йылда тәүге эш хаҡына мотоцикл һатып алып, ауылдаштарын таң ҡалдыра. Чукоткала алтын йыуҙырыу эшендә практика үткәндә теүәл 1000 һум эш хаҡы алырмын тип кем уйлаған? Магаданда сынъяһау кейенеп, ата-әсәһенә мул бүләктәр менән ҡайтып төшә...
*”Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы...” Халыҡ йырының ошо юлдары мәҡәлә геройына туранан-тура ҡағыла. Чукотка, Сахалин утрауы, Хабаровск, Калининград, Курск өлкәләре, Рудный, Норильск һәм башҡа ҡалалар, Төркиә, Голландия, Нидерланд, Германия... Баймаҡ егетенең эҙҙәре һаҡланған төбәктәрҙең бер өлөшө генә әле былары.
*Хеҙмәттә ҡайнап үҫеү, тормош ҡытыршылыҡтарына яраҡлаша белеү, мул тәжрибә ҡайҙа ла ярҙамға килә. Эшелонға тейәлеп, Хабаровск тарафтарына хәрби хеҙмәткә барғанда егеттәрҙең күбеһе кейем-һалымын аҡсаға, аҙыҡ-түлеккә алмаштырып бөтә. Рәсих кенә фуфайкаһын сисмәй, уның “йылы һөйәк һындырмай” тигәне раҫ килә. Ҡалаға килеп төшһәләр — 28 градус һыуыҡ!
*Башҡорт егеттәре әрһеҙлеге, эшсәнлеге менән һыр бирмәй. Армия хәтирәләренән бер эпизод. Монголиянан вагондарға тейәп килтерелгән таш кеүек ауыр, туң ит түшкәләрен ҡуптарып, ҙур һыуытҡыстарға тултырыу эшен һалдаттарға ҡушалар. Яҡташыбыҙҙың отделениеһы ла ярышҡа ҡушылып, өлгөрлөгө, етеҙлеге менән дан ала. “Алыҫ Көнсығыш хәрби округының командующийы ҡулды ҡыҫып, часҡа ике һыйыр бүләк итеүе ул саҡта көтөлмәгән шатлыҡ булды”, — тип хәтерләй элекке сержант.
*Әлшәй ере уҙаманы, академик, профессор Әмир Усман улы Шәриповтың тормош һабаҡтарына ул бөгөн дә рәхмәтле. “Бәхәсләшмә. Һис ҡасан да. Ике кеше ярһып, бер-береһен еңергә уйлағанда, тыңлап торған өсөнсө кеше һәр саҡ ота”, — ти торғайны. Ысынлап та, тормошта шулай икәненә инандым. Сәйәсәттә лә”, — ти Рәсих Әғзәм улы.
*Разведчиктың йәшәү девизы:
“Үҙеңде һаҡлауҙың иң ышаныслы ҡоралы — белем, өҙлөкһөҙ уҡыу”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509