Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулдарының ҡото бар
Ҡулдарының ҡото барҠулдарының ҡото бар Тормошта бер-береһен аңлап, бер-береһен тулыландырып йәшәгән ғаиләләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәгән Гөлнара менән Ғәфүр Сәйфуллиндарҙы тап шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин. Ғаилә башлығы ағастан һырлап әйберҙәр яһау менән шөғөлләнһә, хужабикә бәйләй, сигә, сәйләндәрҙән төрлө гөлләмәләр эшләй. Уларҙың ҡул эштәре төрлө күргәҙмәләргә, район һабантуйҙарына ҡуйыла.
Ейәнсура егете Ғәфүр менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, йәштәр Гөлнараның тыуған яғында йәшәргә ҡала. Район үҙәгендә йорт төҙөп, тиҙҙән өй туйларға йыйыналар. Иң ҙур теләктәре – йорттарын үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр менән йыһазландырыу. “Шуға күрә иң матур килеп сыҡҡан эштәребеҙҙе үҙебеҙҙә ҡалдырабыҙ, улар менән яңы өйөбөҙҙө матурлаясаҡбыҙ”, – ти Сәйфуллиндар.
Был ижади ғаилә ҡул эштәрен табыш түгел, ә күңел йыуанысы өсөн башҡара. Ҡайһы ваҡыт уны һораусыларға һатып та ебәрәләр, бүләк тә итәләр. “Тәүҙә ырғаҡ менән салфетка, төрлө япмалар эшләргә өйрәндем, – ти Гөлнара Әхтәрйән ҡыҙы. – Артабан сәйләндәр менән ҡыҙыҡ­һындым, кейәүгә сыҡҡас, иптә­шемдең дә ағас эшенә һәләте бар­лығын белеп, уны ла дәртләндерҙем. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәш биреп ижад итәбеҙ. Интернет селтәре аша төрлө өлгөләрҙе күреп, уларҙы үҙебеҙсә эшләргә тырышабыҙ”.
Йәштәр ҡул эштәре менән күберәк ҡыш шөғөлләнә. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә береһе ағасты һырлаған, икенсеһе бәйләмдәр бәйләп, төрлө биҙәктәр сиккән, матур­лыҡҡа ғашиҡ ижади ғаилә үҙ шөғөлөнән илһам ала, тормоштарына дәрт өҫтәй.
– Мәктәптә уҡыған сағымда уҡ ағастан һырлап эшләү түңәрәгенә йөрөнөм, – ти Ғәфүр Ғәлиаслан улы. – Ниндәйҙер осорҙа был шөғөлөм бер аҙ онотолоп торҙо. Өйләнешкәс, Гөлнараның ҡул эше өлгөләренә ҡарап, минең дә күңелем күтәрелде. Етмәһә, кәләшем һәр саҡ дәртлән­дереп тора, яңы идеялар бирә. Тәүҙәрәк турағыс таҡталар, төрлө үлсәмдәге шкатулкалар эшләһәм, артабан һырлап ҡош, хай­уан һындары яһауға күстем. Бигерәк тә йәнлектәр эшләргә яратам, һындарымды тере йән кеүек күрәм, улар менән һөйлә­шәм, ниндәй төҫтә булғылары килгәнен һорашып, үҙемсә эшләп ҡуям. Бер эште тамамлаһам, күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек килә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғо кисерәм. Күберәк уларҙы йүкәнән эшләйем, был ағас йомшаҡ, шунлыҡтан әйбер­ҙәр күркәм һәм матур килеп сыға. Әммә Хәйбулла яҡтарында йүкәне табыуы ҡыйын, хатта яҙҙырып та алып булмай. Ошоға тиклем тыуған яғыма ҡайтҡанда әҙер макет фор­маһында килтерә инем, әле эшләү өсөн ағас бөттө, – тип борсола оҫта.
Әлегә Сәйфуллиндар бәләкәй бүлмәлә үҙ эштәре менән булыша, йәштәрҙең киләсәккә пландары ҙур. Йорттарына сығып, айырым оҫтахана эшләп, ҡатмарлыраҡ әйберҙәр, һырлап төрлө йыһаз етештерергә хыялланалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521