Тормошта бер-береһен аңлап, бер-береһен тулыландырып йәшәгән ғаиләләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Хәйбулла районының Атингән ауылында йәшәгән Гөлнара менән Ғәфүр Сәйфуллиндарҙы тап шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин. Ғаилә башлығы ағастан һырлап әйберҙәр яһау менән шөғөлләнһә, хужабикә бәйләй, сигә, сәйләндәрҙән төрлө гөлләмәләр эшләй. Уларҙың ҡул эштәре төрлө күргәҙмәләргә, район һабантуйҙарына ҡуйыла. Ейәнсура егете Ғәфүр менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, йәштәр Гөлнараның тыуған яғында йәшәргә ҡала. Район үҙәгендә йорт төҙөп, тиҙҙән өй туйларға йыйыналар. Иң ҙур теләктәре – йорттарын үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәр менән йыһазландырыу. “Шуға күрә иң матур килеп сыҡҡан эштәребеҙҙе үҙебеҙҙә ҡалдырабыҙ, улар менән яңы өйөбөҙҙө матурлаясаҡбыҙ”, – ти Сәйфуллиндар.
Был ижади ғаилә ҡул эштәрен табыш түгел, ә күңел йыуанысы өсөн башҡара. Ҡайһы ваҡыт уны һораусыларға һатып та ебәрәләр, бүләк тә итәләр. “Тәүҙә ырғаҡ менән салфетка, төрлө япмалар эшләргә өйрәндем, – ти Гөлнара Әхтәрйән ҡыҙы. – Артабан сәйләндәр менән ҡыҙыҡһындым, кейәүгә сыҡҡас, иптәшемдең дә ағас эшенә һәләте барлығын белеп, уны ла дәртләндерҙем. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәш биреп ижад итәбеҙ. Интернет селтәре аша төрлө өлгөләрҙе күреп, уларҙы үҙебеҙсә эшләргә тырышабыҙ”.
Йәштәр ҡул эштәре менән күберәк ҡыш шөғөлләнә. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә береһе ағасты һырлаған, икенсеһе бәйләмдәр бәйләп, төрлө биҙәктәр сиккән, матурлыҡҡа ғашиҡ ижади ғаилә үҙ шөғөлөнән илһам ала, тормоштарына дәрт өҫтәй.
– Мәктәптә уҡыған сағымда уҡ ағастан һырлап эшләү түңәрәгенә йөрөнөм, – ти Ғәфүр Ғәлиаслан улы. – Ниндәйҙер осорҙа был шөғөлөм бер аҙ онотолоп торҙо. Өйләнешкәс, Гөлнараның ҡул эше өлгөләренә ҡарап, минең дә күңелем күтәрелде. Етмәһә, кәләшем һәр саҡ дәртләндереп тора, яңы идеялар бирә. Тәүҙәрәк турағыс таҡталар, төрлө үлсәмдәге шкатулкалар эшләһәм, артабан һырлап ҡош, хайуан һындары яһауға күстем. Бигерәк тә йәнлектәр эшләргә яратам, һындарымды тере йән кеүек күрәм, улар менән һөйләшәм, ниндәй төҫтә булғылары килгәнен һорашып, үҙемсә эшләп ҡуям. Бер эште тамамлаһам, күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек килә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғо кисерәм. Күберәк уларҙы йүкәнән эшләйем, был ағас йомшаҡ, шунлыҡтан әйберҙәр күркәм һәм матур килеп сыға. Әммә Хәйбулла яҡтарында йүкәне табыуы ҡыйын, хатта яҙҙырып та алып булмай. Ошоға тиклем тыуған яғыма ҡайтҡанда әҙер макет формаһында килтерә инем, әле эшләү өсөн ағас бөттө, – тип борсола оҫта.
Әлегә Сәйфуллиндар бәләкәй бүлмәлә үҙ эштәре менән булыша, йәштәрҙең киләсәккә пландары ҙур. Йорттарына сығып, айырым оҫтахана эшләп, ҡатмарлыраҡ әйберҙәр, һырлап төрлө йыһаз етештерергә хыялланалар.