Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙҙән тора Юлдағы авариялар хаҡында йыш ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, шаһит булабыҙ. Үкенескә ҡаршы, үҙебеҙ ҙә тарыйбыҙ. Кеше ғүмере – иң ҙур байлыҡ, шуға күрә был ваҡиғаларҙа тәү сиратта бәләгә тарыусыны ҡотҡарыу, ярҙам итеү, хәлен еңеләйтеү төп маҡсат булып ҡала. Ҡайһы саҡта кемдеңдер ғүмере туранан-тура беҙҙән тора.
Әйтеүе анһат булһа ла, бындай осраҡта, иң мөһиме, юғалып ҡалмаҫҡа, тыныслыҡ һаҡларға. Шулай уҡ ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарырға ла ярамай. Юҡһа ярҙам итергә ашыҡҡан кешеләр йыш ҡына йәрәхәтләнеүсенең хәлен, киреһенсә, насарайтып ҡуя. Үҙеңдең сәләмәтлегең һәм хәүефһеҙлегең тураһында оно­торға ярамай. Әйткәндәй, юл-транспорт ваҡиғалары мәлендә бәләгә тарыусыға ярҙам итеү буйынса махсус курстар эшләй, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хеҙмәттә, медицина учреждениеларында һәм, әлбиттә, авто­мәктәптәрҙә уҡыуҙар үткәрелә. Тәү сиратта артабанғы кәңәш­тәрҙе иғтибарҙан сығармау зарур.
Атап әйткәндә, бензин ниге­ҙендә эшләгән еңел автомобиль биш минут эсендә янып бөтә – бәрелгән машинанан кешене сығарғанда был хаҡта оноторға ярамай. Артабанғы аҙым уй­ланған булырға тейеш, һәр секунд та ҡәҙерле. Машинаның двигателе эшләгән булһа, уны һүндереү мотлаҡ, аккумулятор сымдарын һүтеп алырға йәки киҫергә тура киләсәк. Автомобиль электр линияһы бағана­һына бәрелгән саҡта, инде бағана сымдарына ла иғтибар итегеҙ.
Әммә ҡабаланыуҙың шул яғы бар: йәрәхәтләнгән кешенең муйыны (муйын умыртҡалары) имгәнеүе ихтимал. Әйткәндәй, бындай күренеш аварияларҙа йыш була. Шуға бик һаҡ эш итеү мотлаҡ, юҡһа, дөрөҫ ҡуҙғатмау кешенең үлеменә килтерә. Машинанан уның кәүҙәһен бер торошта нығытып (аяҡ-ҡулдарын ҡуҙғатмай) сығарырға кәрәк.
Аварияға эләгеүсенең иҫен билдәләр өсөн төрлө һорау биреү мотлаҡ. Уның һаҡ менән генә башын тотоп, пульсын тикшерергә, һүҙ ҡушырға кәңәш ителә. Шулай уҡ күҙ ҡараһын яҡтылыҡ реакцияһына тикше­рергә кәрәк.
Әлбиттә, автомобиль бәрел­гән ваҡытта водитель йә иһә пассажирҙарҙың йыш ҡына һөйәктәре һына, тән яралары барлыҡҡа килә. Был саҡта ҡанаған урынды таҙартырға, ҡул аҫтында булған сепрәк-бауҙан жгут һалырға ҡул аҫтында булған әйберҙәр ҙә ярап ҡала.
Аварияға эләккәндәр шулай уҡ психологик ярҙамға ла мохтаж. Психологтар улар менән туҡтамай һөйләшергә, исемдә­рен, ауыртҡан урындары тура­һында һорашырға кәңәш итә.
Ваҡиға урынында “авария” төймәһенә баҫыу, махсус сигналдар ойоштороу тураһында оноторға ярамай. Тәү сиратта “112”, “103” телефон һандарын йыйыу фарыз.


Автор: Р. МАНСУРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523