Юлдағы авариялар хаҡында йыш ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, шаһит булабыҙ. Үкенескә ҡаршы, үҙебеҙ ҙә тарыйбыҙ. Кеше ғүмере – иң ҙур байлыҡ, шуға күрә был ваҡиғаларҙа тәү сиратта бәләгә тарыусыны ҡотҡарыу, ярҙам итеү, хәлен еңеләйтеү төп маҡсат булып ҡала. Ҡайһы саҡта кемдеңдер ғүмере туранан-тура беҙҙән тора. Әйтеүе анһат булһа ла, бындай осраҡта, иң мөһиме, юғалып ҡалмаҫҡа, тыныслыҡ һаҡларға. Шулай уҡ ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарырға ла ярамай. Юҡһа ярҙам итергә ашыҡҡан кешеләр йыш ҡына йәрәхәтләнеүсенең хәлен, киреһенсә, насарайтып ҡуя. Үҙеңдең сәләмәтлегең һәм хәүефһеҙлегең тураһында оноторға ярамай. Әйткәндәй, юл-транспорт ваҡиғалары мәлендә бәләгә тарыусыға ярҙам итеү буйынса махсус курстар эшләй, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хеҙмәттә, медицина учреждениеларында һәм, әлбиттә, автомәктәптәрҙә уҡыуҙар үткәрелә. Тәү сиратта артабанғы кәңәштәрҙе иғтибарҙан сығармау зарур.
Атап әйткәндә, бензин нигеҙендә эшләгән еңел автомобиль биш минут эсендә янып бөтә – бәрелгән машинанан кешене сығарғанда был хаҡта оноторға ярамай. Артабанғы аҙым уйланған булырға тейеш, һәр секунд та ҡәҙерле. Машинаның двигателе эшләгән булһа, уны һүндереү мотлаҡ, аккумулятор сымдарын һүтеп алырға йәки киҫергә тура киләсәк. Автомобиль электр линияһы бағанаһына бәрелгән саҡта, инде бағана сымдарына ла иғтибар итегеҙ.
Әммә ҡабаланыуҙың шул яғы бар: йәрәхәтләнгән кешенең муйыны (муйын умыртҡалары) имгәнеүе ихтимал. Әйткәндәй, бындай күренеш аварияларҙа йыш була. Шуға бик һаҡ эш итеү мотлаҡ, юҡһа, дөрөҫ ҡуҙғатмау кешенең үлеменә килтерә. Машинанан уның кәүҙәһен бер торошта нығытып (аяҡ-ҡулдарын ҡуҙғатмай) сығарырға кәрәк.
Аварияға эләгеүсенең иҫен билдәләр өсөн төрлө һорау биреү мотлаҡ. Уның һаҡ менән генә башын тотоп, пульсын тикшерергә, һүҙ ҡушырға кәңәш ителә. Шулай уҡ күҙ ҡараһын яҡтылыҡ реакцияһына тикшерергә кәрәк.
Әлбиттә, автомобиль бәрелгән ваҡытта водитель йә иһә пассажирҙарҙың йыш ҡына һөйәктәре һына, тән яралары барлыҡҡа килә. Был саҡта ҡанаған урынды таҙартырға, ҡул аҫтында булған сепрәк-бауҙан жгут һалырға ҡул аҫтында булған әйберҙәр ҙә ярап ҡала.
Аварияға эләккәндәр шулай уҡ психологик ярҙамға ла мохтаж. Психологтар улар менән туҡтамай һөйләшергә, исемдәрен, ауыртҡан урындары тураһында һорашырға кәңәш итә.
Ваҡиға урынында “авария” төймәһенә баҫыу, махсус сигналдар ойоштороу тураһында оноторға ярамай. Тәү сиратта “112”, “103” телефон һандарын йыйыу фарыз.