Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Интернет аша тиҙерәк
“Росреестр” 2017 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән 218-се федераль законға ярашлы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү өсөн документтарҙы Интернет аша электрон вариантта ҡабул итә башланы.
Яңы сервис граждандарға һәм ойошмаларға Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенә ведомстволағы иң киң таралған һәм ҡатмарлы процедура буйынса туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланыусылар офисҡа барып йөрөп ваҡытын үткәрмәй, шулай уҡ ҡайһы бер бюрократик кәртәләрҙе урап уҙа.
Былтыр “Росреестр”ҙа электрон сервис ярҙамында хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе хаҡында 401 мең самаһы ғариза алынған. Ведом­ствоның Башҡортостан буйынса идаралығына килгәндә, унда Интернет аша ебәрелгән ошондай 25 мең самаһы мөрәжәғәтте теркәгәндәр. 2016 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе хаҡында электрон вариантта бирелгән ғаризалар һаны йәһәтенән беҙҙең республика Рәсәй төбәктәре араһында, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, икенсе урынға сыҡҡан.
Күсемһеҙ милек буйынса документтарҙы Интернет ярҙамында тапшырыуҙың уңайлы яҡтары күп. Башҡортостанда был юлды һайлаусылар теркәү ваҡытын ике эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартыу, шулай уҡ дәүләт пошлинаһын 30 процентҡа әҙерәк итеп түләү мөмкинлеген ала. Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән Өфөнөң Ленин урамындағы 70-се йортта Документтарҙы электрон вариантта биреү буйынса консультация үҙәге асылған, унда һанлы ҡултамғаны ни бары 15 минутта әҙерләп бирәләр. Офисҡа аҙаҡ йәнә килеп йөрөргә кәрәкмәй – милеккә хоҡуҡ тураһында документ ғариза яҙған кешегә электрон почта аша оҙатыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521