Интернет аша тиҙерәк14.02.2017
“Росреестр” 2017 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән 218-се федераль законға ярашлы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү өсөн документтарҙы Интернет аша электрон вариантта ҡабул итә башланы.
Яңы сервис граждандарға һәм ойошмаларға Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенә ведомстволағы иң киң таралған һәм ҡатмарлы процедура буйынса туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланыусылар офисҡа барып йөрөп ваҡытын үткәрмәй, шулай уҡ ҡайһы бер бюрократик кәртәләрҙе урап уҙа.
Былтыр “Росреестр”ҙа электрон сервис ярҙамында хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе хаҡында 401 мең самаһы ғариза алынған. Ведомствоның Башҡортостан буйынса идаралығына килгәндә, унда Интернет аша ебәрелгән ошондай 25 мең самаһы мөрәжәғәтте теркәгәндәр. 2016 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе хаҡында электрон вариантта бирелгән ғаризалар һаны йәһәтенән беҙҙең республика Рәсәй төбәктәре араһында, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, икенсе урынға сыҡҡан.
Күсемһеҙ милек буйынса документтарҙы Интернет ярҙамында тапшырыуҙың уңайлы яҡтары күп. Башҡортостанда был юлды һайлаусылар теркәү ваҡытын ике эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартыу, шулай уҡ дәүләт пошлинаһын 30 процентҡа әҙерәк итеп түләү мөмкинлеген ала. Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән Өфөнөң Ленин урамындағы 70-се йортта Документтарҙы электрон вариантта биреү буйынса консультация үҙәге асылған, унда һанлы ҡултамғаны ни бары 15 минутта әҙерләп бирәләр. Офисҡа аҙаҡ йәнә килеп йөрөргә кәрәкмәй – милеккә хоҡуҡ тураһында документ ғариза яҙған кешегә электрон почта аша оҙатыла.