Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар өсөн күңел терапияһы
Балалар өсөн күңел терапияһы Балалар өсөн күңел терапияһы Ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙ, ихлас йылмайыу һәм аралашыуҙар һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итә. Мәғлүм булыуынса, был аҙнала баш ҡалабыҙҙа Йәштәр хоккей лигаһының “Саҡырыу кубогы”на матч уҙҙы. Ошоға бәйле ял көндәрендә “Йәштәр хоккей лигаһы – балалар өсөн” акцияһы сиктәрендә СТС каналында барған “Молодежка” сериалы актерҙары Влад Конопка, Иван Дубровский, Евгений Кулик һәм “Толпар” хоккей клубы уйынсылары Руслан Ғайсин, Даниил Доценко “Молодежка” сериалы – минең мәктәптә” исемле конкурста еңеү яулаған Дүртөйлө районының Иҫке Байыш балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙҙәре яратып ҡараған сериалдың актерҙарына һәм “Толпар” командаһы уйынсыларына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, уй-фекерҙәре менән уртаҡ­лашты. Үҫмерҙәр араһында “Салауат Юлаев” һәм “Толпар” ко­мандаларының ысын көйәр­мәндәре бара, улар шулай уҡ “Молодежка” сериалындағы “Медведи” хоккей командаһын да яратып өлгөргән. Балалар йорто тәрбиәлә­неүселәре “хоккейлы” сериалды даими ҡарап бара, сюжеты, теге йәки был геройҙың холҡо, ЙХЛ уйындары һәм уларҙың уңыш­тары тураһында үҙ фекерҙәрен ҡыйыу һәм балаларса ихлас еткерҙе. Йәмле һәм йәнле үтте осрашыу. Хоккей йондоҙҙары балаларға Континенталь хоккей лигаһы, Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаттарының иҫтә­лекле бүләктәрен тапшырҙы. Үҙ сиратында Иҫке Байыш тәрбиәләнеү­селәре лә ҡунаҡтарға күңел йылыһы һалып башҡарған ҡул эштәрен бүләк итте.
Артабан йәштәр Республика балалар клиник дауаханаһына юлланды. Төрлө онкологик сирҙән дауаланған 17 йәшкә тиклемге балалар менән осрашыу ҙа бер тынала үтте, бүлмәләр бер аҙға булһа ла ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың шат тауыштары менән тулды. Дауахана хеҙмәткәрҙәре һәм балалар өсөн өҫтәл хоккей уйындары, телевизор­ҙар бер шатлыҡ булһа, ҡунаҡтар алып ингән ошондай иғтибар һәм яҡты кәйеф тағы ла олораҡ бүләк булғандыр. Күтәренке кәйефтең ике яҡлы булыуы ҡыуандыра, балалар шиғыр һөйләне, уй-хыялдары менән уртаҡлашты.
– Дауаханаға оло йөрәкле ҡунаҡ­тарҙың килеүе – балалар өсөн матур бер байрам. Кескәй­ҙәргә лә, уларҙың ата-әсәләренә лә шатлыҡ алып килделәр, күңел­дәрендә ышаныс-өмөт уяттылар. Дауахана хеҙмәт­кәрҙәре өсөн дә ошо яуаплы эштәрендә бер ярҙам булды был, күңел терапияһы һәр бала һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн бик тә мөһим. Ошондай мәрхәмәт, күңел йылыһы, күңел көсө бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт ҡунаҡтарға, – тип ҡы­уаныслы уйҙары менән уртаҡлашты Республика балалар клиник дауах­анаһының баш табибы урынбаҫары Резеда Ғәлимова.
Һис шикһеҙ, донъя йәме булыр яҡты күңелле балаларҙың йөҙҙә­рендә шатлыҡ сатҡыларын, өмөт-ышаныс, ихлас йылмайыу күреү – ҡыуаныс. Балалар хаҡы өсөн башҡарылған, уларға һәм уларҙың яҡындарына көс-ҡанат биргән мәрхәмәтле эштәр илебеҙҙә күберәк булһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519