Ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙ, ихлас йылмайыу һәм аралашыуҙар һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итә. Мәғлүм булыуынса, был аҙнала баш ҡалабыҙҙа Йәштәр хоккей лигаһының “Саҡырыу кубогы”на матч уҙҙы. Ошоға бәйле ял көндәрендә “Йәштәр хоккей лигаһы – балалар өсөн” акцияһы сиктәрендә СТС каналында барған “Молодежка” сериалы актерҙары Влад Конопка, Иван Дубровский, Евгений Кулик һәм “Толпар” хоккей клубы уйынсылары Руслан Ғайсин, Даниил Доценко “Молодежка” сериалы – минең мәктәптә” исемле конкурста еңеү яулаған Дүртөйлө районының Иҫке Байыш балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.Мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙҙәре яратып ҡараған сериалдың актерҙарына һәм “Толпар” командаһы уйынсыларына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Үҫмерҙәр араһында “Салауат Юлаев” һәм “Толпар” командаларының ысын көйәрмәндәре бара, улар шулай уҡ “Молодежка” сериалындағы “Медведи” хоккей командаһын да яратып өлгөргән. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре “хоккейлы” сериалды даими ҡарап бара, сюжеты, теге йәки был геройҙың холҡо, ЙХЛ уйындары һәм уларҙың уңыштары тураһында үҙ фекерҙәрен ҡыйыу һәм балаларса ихлас еткерҙе. Йәмле һәм йәнле үтте осрашыу. Хоккей йондоҙҙары балаларға Континенталь хоккей лигаһы, Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаттарының иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Үҙ сиратында Иҫке Байыш тәрбиәләнеүселәре лә ҡунаҡтарға күңел йылыһы һалып башҡарған ҡул эштәрен бүләк итте.
Артабан йәштәр Республика балалар клиник дауаханаһына юлланды. Төрлө онкологик сирҙән дауаланған 17 йәшкә тиклемге балалар менән осрашыу ҙа бер тынала үтте, бүлмәләр бер аҙға булһа ла ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың шат тауыштары менән тулды. Дауахана хеҙмәткәрҙәре һәм балалар өсөн өҫтәл хоккей уйындары, телевизорҙар бер шатлыҡ булһа, ҡунаҡтар алып ингән ошондай иғтибар һәм яҡты кәйеф тағы ла олораҡ бүләк булғандыр. Күтәренке кәйефтең ике яҡлы булыуы ҡыуандыра, балалар шиғыр һөйләне, уй-хыялдары менән уртаҡлашты.
– Дауаханаға оло йөрәкле ҡунаҡтарҙың килеүе – балалар өсөн матур бер байрам. Кескәйҙәргә лә, уларҙың ата-әсәләренә лә шатлыҡ алып килделәр, күңелдәрендә ышаныс-өмөт уяттылар. Дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ошо яуаплы эштәрендә бер ярҙам булды был, күңел терапияһы һәр бала һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн бик тә мөһим. Ошондай мәрхәмәт, күңел йылыһы, күңел көсө бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт ҡунаҡтарға, – тип ҡыуаныслы уйҙары менән уртаҡлашты Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Резеда Ғәлимова.
Һис шикһеҙ, донъя йәме булыр яҡты күңелле балаларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ сатҡыларын, өмөт-ышаныс, ихлас йылмайыу күреү – ҡыуаныс. Балалар хаҡы өсөн башҡарылған, уларға һәм уларҙың яҡындарына көс-ҡанат биргән мәрхәмәтле эштәр илебеҙҙә күберәк булһын ине.