Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асфальттағы һыҙатты ҡар күмһә...
Асфальттағы һыҙатты ҡар күмһә... Шундай тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ: ҡыш иртә ҡараңғы төшә һәм һуң яҡтыра, ҡар-бурандар юлдарҙы күмә. Асфальттағы һыҙат тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, автомобиль йөрөтөүселәр был һыҙаттарға бәйле талаптарҙы мотлаҡ үтәргә тейеш.
Ҡышҡы шарттарҙа ошо талаптарҙы боҙоп, штраф эләктереү бик еңел. Ярай ҙа шул маршруттан йыш йөрөһәң, юл тамғаларын яттан белһәң, ә был ергә тәүге тапҡыр барып сыҡһаң? Автоинспек­тор­ҙар ҙа бындай урындарҙы яҡшы белә, ҡайһы урамда ҡарҙың ҡалыныраҡ ятыуына хәтлем ятлап бөткән, һәм ҡайһы берҙәре ошо хәлдән оҫта файҙалана. Бер яҡтан, уларҙы ла аңлап була: юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса отчет күрһәткестәре кәрәк, ҡаҙнаға аҡса – мотлаҡ, ә бит бәғзе бер осраҡтарҙа шофер менән “туранан-тура килешергә” лә мөмкинлек тыуып ҡуя. Ләкин, икенсе яҡтан, физик рәүештә күреп булмаған юл тамғалары өсөн автомобиль йөрөтөүселәр ғәйепле түгел.
Ғәмәлдә иһә юл тамғаһын күрергә мөмкин булып та, шофер уны инҡар итһә генә уны Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы буйынса ғәйепле тип танырға мөмкин. Шуға күрә автоинспектор протокол төҙөй башлау менән (ә бының өсөн йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә бар), һеҙҙең тәүге бурыс – тәғәйен урындағы һәм тәғәйен ваҡыттағы ваҡиғаны ниндәй ысул менән булһа ла теркәү. Бының өсөн смартфондан ошо урынды фотоға төшөрөргә кәрәк. Ләкин бер шарт: кадрға йорт һандары ла, танып булырлыҡ биналар ҙа, урамдың дөйөм күренеше лә эләгергә тейеш. Ҡыҫҡаһы, улар судьяны ышандырырлыҡ булһын.
Әгәр ҙә автомобилдә видеорегистратор ҡуйылһа – тағы ла яҡшыраҡ. Автоинспектор протоколға ҡул ҡуйырға биргәндә, унда ошо урындың видеояҙмаһы ла булыуы тураһында бер һөйләм булһа ла яҙырға кәрәк. Был мотлаҡ! Әммә автоинспекторға ошо яҙманың флэшкаһын тотторорға ярамай – “юғалтыуҙары” ихтимал. Уны өйҙә икенсе бер электрон сараға күсереп алһағыҙ, маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр. Ҡағиҙә булараҡ, был видеояҙманы күрһәткәндән һуң, судья шоферҙың ғәйепһеҙ булыуы тураһында ҡарар сығара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521