Шундай тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ: ҡыш иртә ҡараңғы төшә һәм һуң яҡтыра, ҡар-бурандар юлдарҙы күмә. Асфальттағы һыҙат тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, автомобиль йөрөтөүселәр был һыҙаттарға бәйле талаптарҙы мотлаҡ үтәргә тейеш. Ҡышҡы шарттарҙа ошо талаптарҙы боҙоп, штраф эләктереү бик еңел. Ярай ҙа шул маршруттан йыш йөрөһәң, юл тамғаларын яттан белһәң, ә был ергә тәүге тапҡыр барып сыҡһаң? Автоинспекторҙар ҙа бындай урындарҙы яҡшы белә, ҡайһы урамда ҡарҙың ҡалыныраҡ ятыуына хәтлем ятлап бөткән, һәм ҡайһы берҙәре ошо хәлдән оҫта файҙалана. Бер яҡтан, уларҙы ла аңлап була: юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса отчет күрһәткестәре кәрәк, ҡаҙнаға аҡса – мотлаҡ, ә бит бәғзе бер осраҡтарҙа шофер менән “туранан-тура килешергә” лә мөмкинлек тыуып ҡуя. Ләкин, икенсе яҡтан, физик рәүештә күреп булмаған юл тамғалары өсөн автомобиль йөрөтөүселәр ғәйепле түгел.
Ғәмәлдә иһә юл тамғаһын күрергә мөмкин булып та, шофер уны инҡар итһә генә уны Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы буйынса ғәйепле тип танырға мөмкин. Шуға күрә автоинспектор протокол төҙөй башлау менән (ә бының өсөн йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә бар), һеҙҙең тәүге бурыс – тәғәйен урындағы һәм тәғәйен ваҡыттағы ваҡиғаны ниндәй ысул менән булһа ла теркәү. Бының өсөн смартфондан ошо урынды фотоға төшөрөргә кәрәк. Ләкин бер шарт: кадрға йорт һандары ла, танып булырлыҡ биналар ҙа, урамдың дөйөм күренеше лә эләгергә тейеш. Ҡыҫҡаһы, улар судьяны ышандырырлыҡ булһын.
Әгәр ҙә автомобилдә видеорегистратор ҡуйылһа – тағы ла яҡшыраҡ. Автоинспектор протоколға ҡул ҡуйырға биргәндә, унда ошо урындың видеояҙмаһы ла булыуы тураһында бер һөйләм булһа ла яҙырға кәрәк. Был мотлаҡ! Әммә автоинспекторға ошо яҙманың флэшкаһын тотторорға ярамай – “юғалтыуҙары” ихтимал. Уны өйҙә икенсе бер электрон сараға күсереп алһағыҙ, маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр. Ҡағиҙә булараҡ, был видеояҙманы күрһәткәндән һуң, судья шоферҙың ғәйепһеҙ булыуы тураһында ҡарар сығара.