Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете ҡыҙҙан алып Барбиға тиклем...
Ете ҡыҙҙан алып Барбиға тиклем...
Ете ҡыҙҙан алып Барбиға тиклем...
Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡурсаҡтар күргәҙмәһе асылды. Унда уҡыу йорттары,
балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡаларҙың эше ҡуйылған. Хатта Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан, Омскиҙан килгән өлгөләр ҙә урын алған.

Ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: йөндән бәйләнгәне, төрлө ептәрҙән эшләнгәне, кейеҙҙән баҫылғаны, ҡағыҙҙан яһалғаны. Барыһы ла матур, нәзәкәтле, кескәйҙәрҙе генә түгел, хатта ололарҙы хайран итерлек! Күргәҙмәлә бала саҡтан барыбыҙға таныш “Йомро-йомро йомғағым” әкиәтендәге Гөлбикәне, айҙағы ҡыҙ Айһылыуҙы, “Ете ҡыҙ”­ҙағы ете сибәрҙән алып Барбиға тиклем ҡурсаҡтарҙы осратырға мөмкин.
Был уйынсыҡтар күптән инде тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Донъяны танып-белеү, кешеләр араһындағы мөнә­сә­бәттәрҙе өйрәнеү ҙә тап ҡурсаҡ­тар ярҙамында балаға еткерелә. Элегерәк кешеләр уларҙы үҙ ҡул­дары менән эшләгән һәм һаҡлап ҡы­на тотҡан, хатта быуындан бы­уынға тапшырыр булған. Был йәһәт­тән халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу, фольклор өлгөләрен терге­ҙеү, ҡул оҫталарының эшен пропагандалау һәм уларҙы халыҡҡа күрһәтеү өсөн ойошторолған күргәҙмә үҙ маҡсаты­на өлгәшер тигән өмөт тыуа.
Музейҙың өлкән хеҙмәткәре Рәзи­лә Ишбулатова әйтеүенсә, бында кеше фантазияһының ни тиклем бай булыуы сағылды­рыл­ған. Ҡурсаҡ эшләүселәр араһында малайҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Иҙел Ишбула­тов­тың уйынсығы бик матур килеп сыҡҡан.
Йәтеш кенә ҡурсаҡты яһау өсөн оҫталарға көндәр генә түгел, хатта айҙар ҙа киткәндер, бәлки. Һәр өлгөлә уларҙың бай фантазияһы урын алған, һәр кем үҙ хеҙмәтендә халыҡтың милли кейемен, йолаларын, шөғөлөн сағылдырырға тырыш­ҡан. Ҡурсаҡтарҙың ҡайһылары – уйынсыҡ, икенселәре сувенир сифатында тәҡдим ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 495

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 515

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 600

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 773

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 624

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 609

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 849

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 107

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 197

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 165

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 174