Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡурсаҡтар күргәҙмәһе асылды. Унда уҡыу йорттары,
балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡаларҙың эше ҡуйылған. Хатта Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан, Омскиҙан килгән өлгөләр ҙә урын алған.Ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ: йөндән бәйләнгәне, төрлө ептәрҙән эшләнгәне, кейеҙҙән баҫылғаны, ҡағыҙҙан яһалғаны. Барыһы ла матур, нәзәкәтле, кескәйҙәрҙе генә түгел, хатта ололарҙы хайран итерлек! Күргәҙмәлә бала саҡтан барыбыҙға таныш “Йомро-йомро йомғағым” әкиәтендәге Гөлбикәне, айҙағы ҡыҙ Айһылыуҙы, “Ете ҡыҙ”ҙағы ете сибәрҙән алып Барбиға тиклем ҡурсаҡтарҙы осратырға мөмкин.
Был уйынсыҡтар күптән инде тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Донъяны танып-белеү, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеү ҙә тап ҡурсаҡтар ярҙамында балаға еткерелә. Элегерәк кешеләр уларҙы үҙ ҡулдары менән эшләгән һәм һаҡлап ҡына тотҡан, хатта быуындан быуынға тапшырыр булған. Был йәһәттән халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу, фольклор өлгөләрен тергеҙеү, ҡул оҫталарының эшен пропагандалау һәм уларҙы халыҡҡа күрһәтеү өсөн ойошторолған күргәҙмә үҙ маҡсатына өлгәшер тигән өмөт тыуа.
Музейҙың өлкән хеҙмәткәре Рәзилә Ишбулатова әйтеүенсә, бында кеше фантазияһының ни тиклем бай булыуы сағылдырылған. Ҡурсаҡ эшләүселәр араһында малайҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Иҙел Ишбулатовтың уйынсығы бик матур килеп сыҡҡан.
Йәтеш кенә ҡурсаҡты яһау өсөн оҫталарға көндәр генә түгел, хатта айҙар ҙа киткәндер, бәлки. Һәр өлгөлә уларҙың бай фантазияһы урын алған, һәр кем үҙ хеҙмәтендә халыҡтың милли кейемен, йолаларын, шөғөлөн сағылдырырға тырышҡан. Ҡурсаҡтарҙың ҡайһылары – уйынсыҡ, икенселәре сувенир сифатында тәҡдим ителә.