Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Файҙаһыҙ мираҫ, өңөлгән юл һәм башҡалар хаҡында
Файҙаһыҙ мираҫ, өңөлгән юл һәм башҡалар хаҡында
Стәрлетамаҡтар хакимиәт башлығына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте
Власть менән халыҡтың тығыҙ бәйләнештә тороуы муниципалитет үҫеше өсөн әһәмиәтле, ике яҡ өсөн дә отошло. Бындай аралашыу ҡалабыҙҙа юғары кимәлдә ойошторолған. Урындағы власть органдарының кешеләрҙе борсоған һорауҙарға тура эфирҙа яуап биреүе, граждандарҙы эш бүлмәһендә ҡабул итеүе матур йолаға әүерелгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың күптән түгел граждандар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүе – быға асыҡ дәлил. Ҡала етәксеһе мөрәжәғәт итеүселәрҙе урынбаҫары Михаил Кире­ев һәм торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Марат Ғөбәйҙуллин менән берлектә ҡабул итте.

Аралашыу ҡала хакимиәтендә түгел, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы вәкиллегендә ойошторолдо. Владимир Ива­нович стәрлетамаҡтар менән аҙна һа­йын хакимиәт башлығы булараҡ осраш­һа, кварталға бер граждандарҙы әлеге фирҡә ағзаһы сифатында ҡабул итә.
Сираттағы аралашыуға бихисап халыҡ йыйылды. Мәсьәләләр төрлө өлкәгә һәм проблемаларға ҡағылды.
– Славянская урамында ҡасандыр, бәлки, юл булғандыр, тик бөгөн уның әҫә­ре лә юҡ, – тип һүҙ башланы Венера Кирәева. – Күрше урамдарға күптән асфальт түшәлде, тик беҙҙеке генә үткеһеҙ.
– Урамығыҙҙы яҡшы беләм – үтеүе ауыр, юл урыны менән өңөлгән, – тине Владимир Куликов, мөрәжәғәткә яуап итеп. – Проблеманы хәл итеп, яҙ ҡом түшәрбеҙ, унан һуң асфальт түшәү мәсьәләһен дә хәл итербеҙ.
Бөтә биҫтә исеменән мөрәжәғәт иткән Венера ханым яуаптан ҡәнәғәт ҡалды һәм, эштәрҙең башланырын түҙемһеҙ­ләнеп кө­тө­үен белдереп, рәхмәт әйтеп хушлашты.
Был көндә ҡабул итеүселәр торлаҡ проблемаһы булғандар менән дә аралашты. Наилә Аҡсулпанова, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта урам һепереүсе булып эшләй. Идаралыҡ компанияһы уны ваҡытлыса бүлмә менән тәьмин иткән. Мөрәжәғәт итеүсе шул бүлмәне үҙ милке итеп күрергә теләй һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап килгән. Проб­ле­маның айышына төшөнгәндән һуң Владимир Иванович хакимиәттең торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлек начальнигына “килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләргә” тигән күрһәтмә бирҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, хәл ябайҙан түгел: Наилә ханым, бүлмәне шәхси милек итеү өсөн суд инстанцияларын тапап, быға тиклем кире яуап алған.
Өфө урамында урынлашҡан йортта йәшәгән бер төркөм граждандар ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Улар көнкүреш шарт­тары менән риза түгел. Баҡһаң, был йорт 1955 йылда уҡ төҙөлгән һәм бер тап­ҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән, фатирҙарҙы күк баҫҡан, канализация еҫе аңҡый.
– Төп сәбәп – беҙҙә подвал юҡ, канализация боҙоҡ, шуға бөтә бысраҡ өй аҫтына йыйыла, – тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе йортта йәшәгәндәр исеменән Надежда Бутенко. – Йә капиталь ремонт эшләһендәр, йә авария хәлендә тип таныһындар!
– Авария хәлендә тип таныр өсөн бинаның конструкцияһы боҙолорға тейеш, ә һеҙҙең йортта штукатурка ғына ҡойола. Килеп тыуған хәлдән капиталь ремонт эшләп кенә сығырға мөмкин, ул саҡта еҫ тә, күк тә булмаясаҡ, – тип тәҡдим итте ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Михаил Киреев.
– Комиссия булдырырға тура киләсәк, – тип өҫтәне Владимир Куликов.
Артабанғы мөрәжәғәттәр күп фатирлы йорттар янындағы туҡталҡаларға, ябылған ойошма яҙмыштарына, санитар норма­лар­ға, мираҫ һәм башҡа мәсьәләләргә арналды. Шуныһы үкенесле: ҡайһы бер проблемалар, уйлап ҡарағанда, ҡала хаки­миәтенә тиклем барып етерлек ки­мәлдә лә түгел һымаҡ. Икенсе яҡтан, кемдер ярҙамға мохтаж, кемгәлер йылы һүҙ, тос кәңәш тә дәрт өҫтәй, күҙен аса. Мәҫә­лән, шәхси йортон һата алмай аҙапланған ханым да бар ине ундайҙар араһында. Ике хужаһы булған был йорт уға мираҫ буйын­са ҡалған. Тик апайҙы был мираҫ баш ҡатырлыҡ хәлгә тарытҡан: һатып алыусы­лар ҙа юҡ, икенсе хужаны ла таба алмай.
– Ҡала хакимиәте һатып алмаҫмы? – тип йорт хужаһы власть вәкилдәренә килгән һөҙөмтәлә.
Әлбиттә, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, йорт һатыусының хәлен аңларға мөмкин. Тик хакимиәт баш­лығы риелтор түгел шул. Нисек кенә бул­маһын, ҡабул итеүселәр апайҙы иғтибар менән тыңланы, ҡануниәткә ярашлы нимәләр эшләргә мөмкинлеген һөйләне, кәңәштәрен бирҙе.
– Ҡала халҡы башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡараған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Стәрлетамаҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән төрлө тәҡдим­дәр менән дә киләләр. Иң мөһиме – был осра­шыуҙарҙа яңғыраған һәр фекер ҡиммәт, – тине Владимир Иванович сараның аҙағында. – Шул уҡ ваҡытта шәхси милек проблемалары буйынса ла мөрәжәғәттәр күп, тик, үкенескә ҡаршы, һәммәһенә лә ярҙам итергә мөмкинлегебеҙ юҡ, был ҡануниәткә бәйле.
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәнсә, ошондай сараларҙың йышыраҡ ойошторолоуын, граждандарҙың әүҙемерәк булыуын, власть менән халыҡ­тың тағы ла тығыҙыраҡ эшләүен теләргә ҡала. Күҙгә-күҙ ҡарашып эшләүҙең һөҙөмтәһе лә башҡаса.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519