Стәрлетамаҡтар хакимиәт башлығына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте
Власть менән халыҡтың тығыҙ бәйләнештә тороуы муниципалитет үҫеше өсөн әһәмиәтле, ике яҡ өсөн дә отошло. Бындай аралашыу ҡалабыҙҙа юғары кимәлдә ойошторолған. Урындағы власть органдарының кешеләрҙе борсоған һорауҙарға тура эфирҙа яуап биреүе, граждандарҙы эш бүлмәһендә ҡабул итеүе матур йолаға әүерелгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың күптән түгел граждандар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүе – быға асыҡ дәлил. Ҡала етәксеһе мөрәжәғәт итеүселәрҙе урынбаҫары Михаил Киреев һәм торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Марат Ғөбәйҙуллин менән берлектә ҡабул итте. Аралашыу ҡала хакимиәтендә түгел, ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы вәкиллегендә ойошторолдо. Владимир Иванович стәрлетамаҡтар менән аҙна һайын хакимиәт башлығы булараҡ осрашһа, кварталға бер граждандарҙы әлеге фирҡә ағзаһы сифатында ҡабул итә.
Сираттағы аралашыуға бихисап халыҡ йыйылды. Мәсьәләләр төрлө өлкәгә һәм проблемаларға ҡағылды.
– Славянская урамында ҡасандыр, бәлки, юл булғандыр, тик бөгөн уның әҫәре лә юҡ, – тип һүҙ башланы Венера Кирәева. – Күрше урамдарға күптән асфальт түшәлде, тик беҙҙеке генә үткеһеҙ.
– Урамығыҙҙы яҡшы беләм – үтеүе ауыр, юл урыны менән өңөлгән, – тине Владимир Куликов, мөрәжәғәткә яуап итеп. – Проблеманы хәл итеп, яҙ ҡом түшәрбеҙ, унан һуң асфальт түшәү мәсьәләһен дә хәл итербеҙ.
Бөтә биҫтә исеменән мөрәжәғәт иткән Венера ханым яуаптан ҡәнәғәт ҡалды һәм, эштәрҙең башланырын түҙемһеҙләнеп көтөүен белдереп, рәхмәт әйтеп хушлашты.
Был көндә ҡабул итеүселәр торлаҡ проблемаһы булғандар менән дә аралашты. Наилә Аҡсулпанова, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта урам һепереүсе булып эшләй. Идаралыҡ компанияһы уны ваҡытлыса бүлмә менән тәьмин иткән. Мөрәжәғәт итеүсе шул бүлмәне үҙ милке итеп күрергә теләй һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап килгән. Проблеманың айышына төшөнгәндән һуң Владимир Иванович хакимиәттең торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлек начальнигына “килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләргә” тигән күрһәтмә бирҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, хәл ябайҙан түгел: Наилә ханым, бүлмәне шәхси милек итеү өсөн суд инстанцияларын тапап, быға тиклем кире яуап алған.
Өфө урамында урынлашҡан йортта йәшәгән бер төркөм граждандар ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Улар көнкүреш шарттары менән риза түгел. Баҡһаң, был йорт 1955 йылда уҡ төҙөлгән һәм бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән, фатирҙарҙы күк баҫҡан, канализация еҫе аңҡый.
– Төп сәбәп – беҙҙә подвал юҡ, канализация боҙоҡ, шуға бөтә бысраҡ өй аҫтына йыйыла, – тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе йортта йәшәгәндәр исеменән Надежда Бутенко. – Йә капиталь ремонт эшләһендәр, йә авария хәлендә тип таныһындар!
– Авария хәлендә тип таныр өсөн бинаның конструкцияһы боҙолорға тейеш, ә һеҙҙең йортта штукатурка ғына ҡойола. Килеп тыуған хәлдән капиталь ремонт эшләп кенә сығырға мөмкин, ул саҡта еҫ тә, күк тә булмаясаҡ, – тип тәҡдим итте ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Михаил Киреев.
– Комиссия булдырырға тура киләсәк, – тип өҫтәне Владимир Куликов.
Артабанғы мөрәжәғәттәр күп фатирлы йорттар янындағы туҡталҡаларға, ябылған ойошма яҙмыштарына, санитар нормаларға, мираҫ һәм башҡа мәсьәләләргә арналды. Шуныһы үкенесле: ҡайһы бер проблемалар, уйлап ҡарағанда, ҡала хакимиәтенә тиклем барып етерлек кимәлдә лә түгел һымаҡ. Икенсе яҡтан, кемдер ярҙамға мохтаж, кемгәлер йылы һүҙ, тос кәңәш тә дәрт өҫтәй, күҙен аса. Мәҫәлән, шәхси йортон һата алмай аҙапланған ханым да бар ине ундайҙар араһында. Ике хужаһы булған был йорт уға мираҫ буйынса ҡалған. Тик апайҙы был мираҫ баш ҡатырлыҡ хәлгә тарытҡан: һатып алыусылар ҙа юҡ, икенсе хужаны ла таба алмай.
– Ҡала хакимиәте һатып алмаҫмы? – тип йорт хужаһы власть вәкилдәренә килгән һөҙөмтәлә.
Әлбиттә, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, йорт һатыусының хәлен аңларға мөмкин. Тик хакимиәт башлығы риелтор түгел шул. Нисек кенә булмаһын, ҡабул итеүселәр апайҙы иғтибар менән тыңланы, ҡануниәткә ярашлы нимәләр эшләргә мөмкинлеген һөйләне, кәңәштәрен бирҙе.
– Ҡала халҡы башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡараған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Стәрлетамаҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән төрлө тәҡдимдәр менән дә киләләр. Иң мөһиме – был осрашыуҙарҙа яңғыраған һәр фекер ҡиммәт, – тине Владимир Иванович сараның аҙағында. – Шул уҡ ваҡытта шәхси милек проблемалары буйынса ла мөрәжәғәттәр күп, тик, үкенескә ҡаршы, һәммәһенә лә ярҙам итергә мөмкинлегебеҙ юҡ, был ҡануниәткә бәйле.
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәнсә, ошондай сараларҙың йышыраҡ ойошторолоуын, граждандарҙың әүҙемерәк булыуын, власть менән халыҡтың тағы ла тығыҙыраҡ эшләүен теләргә ҡала. Күҙгә-күҙ ҡарашып эшләүҙең һөҙөмтәһе лә башҡаса.