Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сал Уралдың, киң даланың улы
Сал Уралдың, киң даланың улы
Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә билдәле рәссам Рафиҡ Ғәлфәүеровтың күргәҙмәһе асылды. Унда һуңғы йылдарҙа ижад ителгән эштәре ҡуйылған. Барлыҡ картиналарында ла тыуған яҡ тәбиғәте күренештәре өҫтөнлөк итә. Рафиҡ Закир улы шулай тыуған ергә һөйөүен аңлатырға тырышҡан.
Ул сығышы менән – Сибай ҡалаһынан. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан егет, мәктәпте тамамлағас, Свердловск һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға керә. Ҡулына диплом алғас, туп-тура тыуған яғына ҡайта, төрлө ойошмаларҙа рәссам булып эшләй. Артабан Сибайҙа яңы ғына асылған һынлы сәнғәт мәктәбендә бала­лар­ҙы сағыу һүрәттәр төшө­рөр­гә өйрәтә. Үҙе лә төрлө картиналар ижад итә, улар ме­нән Өфө, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалала­рын­да күргәҙмәләрҙә ҡатна­ша.
Сибайҙар билдәле рәс­сам­дың ижад өлгөләре менән би­шен­се тапҡыр осраша, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, хәҙер унһыҙ ғына. Рәссамдың тормош ип­тәше Рәмзиә Мансур ҡы­ҙы әйтеүенсә, Рафиҡ Закир улы күбеһенсә ике йүнә­леш­тә эшләй. Тәүгеһе – сал Урал булһа, икенсеһе – киң дала. Рәссам тәбиғәттең мөғжи­зәле һәм матур урындарына барып, йәмле тәби­ғәт ҡоса­ғында палатка ҡо­роп, аҙна­лар буйы шунда ятып этюдтар яҙа. Уға ҡолас ташлап ижад итергә башҡа мөм­кинлек тыумай, сөнки рәс­самдың оҫтаха­наһы булмай.
“Һәр әҫәрендә – тәбиғи­лек”, – шулай ти уның тура­һын­да замандаштары. Ра­фиҡ Ғәлфәүеровтың һәләте пейзаж жанрында айырыуса көслө һәм эҙмә-эҙлекле асыла.
...Ана, алыҫта күгелйем офоҡ­ҡаса йәйелгән башҡорт далаһы. Бына-бына ҡояш байыр: төҫтәр бер аҙ тоноҡ­ланған, ниндәйҙер шом һиҙел­гән кеүек. Киңлек, иркенлек, һиллек...
Пейзаждан тыш ул портреттар ҙа яҙған. Бер нисә автопортреты ла күргәҙмәгә ҡуйылған.
Рәссамдың әллә күпме ижади эштәре, хыялдары тормошҡа ашмай ҡалған. Әйткәндәй, Рафиҡ Закир улы шиғырҙар һәм хикәйә­ләр ҙә яҙҙы, уларҙың матбуғат­та баҫылғаны бар. Килә­сәк­тә, кем белә, бәлки, яҙған­да­ры китап булып донъя күрер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521