Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә билдәле рәссам Рафиҡ Ғәлфәүеровтың күргәҙмәһе асылды. Унда һуңғы йылдарҙа ижад ителгән эштәре ҡуйылған. Барлыҡ картиналарында ла тыуған яҡ тәбиғәте күренештәре өҫтөнлөк итә. Рафиҡ Закир улы шулай тыуған ергә һөйөүен аңлатырға тырышҡан. Ул сығышы менән – Сибай ҡалаһынан. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан егет, мәктәпте тамамлағас, Свердловск һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға керә. Ҡулына диплом алғас, туп-тура тыуған яғына ҡайта, төрлө ойошмаларҙа рәссам булып эшләй. Артабан Сибайҙа яңы ғына асылған һынлы сәнғәт мәктәбендә балаларҙы сағыу һүрәттәр төшөрөргә өйрәтә. Үҙе лә төрлө картиналар ижад итә, улар менән Өфө, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Сибайҙар билдәле рәссамдың ижад өлгөләре менән бишенсе тапҡыр осраша, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер унһыҙ ғына. Рәссамдың тормош иптәше Рәмзиә Мансур ҡыҙы әйтеүенсә, Рафиҡ Закир улы күбеһенсә ике йүнәлештә эшләй. Тәүгеһе – сал Урал булһа, икенсеһе – киң дала. Рәссам тәбиғәттең мөғжизәле һәм матур урындарына барып, йәмле тәбиғәт ҡосағында палатка ҡороп, аҙналар буйы шунда ятып этюдтар яҙа. Уға ҡолас ташлап ижад итергә башҡа мөмкинлек тыумай, сөнки рәссамдың оҫтаханаһы булмай.
“Һәр әҫәрендә – тәбиғилек”, – шулай ти уның тураһында замандаштары. Рафиҡ Ғәлфәүеровтың һәләте пейзаж жанрында айырыуса көслө һәм эҙмә-эҙлекле асыла.
...Ана, алыҫта күгелйем офоҡҡаса йәйелгән башҡорт далаһы. Бына-бына ҡояш байыр: төҫтәр бер аҙ тоноҡланған, ниндәйҙер шом һиҙелгән кеүек. Киңлек, иркенлек, һиллек...
Пейзаждан тыш ул портреттар ҙа яҙған. Бер нисә автопортреты ла күргәҙмәгә ҡуйылған.
Рәссамдың әллә күпме ижади эштәре, хыялдары тормошҡа ашмай ҡалған. Әйткәндәй, Рафиҡ Закир улы шиғырҙар һәм хикәйәләр ҙә яҙҙы, уларҙың матбуғатта баҫылғаны бар. Киләсәктә, кем белә, бәлки, яҙғандары китап булып донъя күрер.