Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сихри байрамды көтәбеҙ!
Сихри байрамды көтәбеҙ!
Йыл һайын Ҡыш бабайҙың Бөйөк Устюгтағы резиденцияһы халыҡты ҡабул итә. Ҡышҡы тылсымсы көн дә 600-гә яҡын хат ала. Ун биш йыл эсендә Ҡыш бабайҙың электрон почтаһына өс миллиондан ашыу хәбәр килгән.
Башҡортостанда бер нисә көн буран уйнаны. Өйөрмәләп яуған ҡар юлдарҙы ҡапланы, яуым-төшөм күләме өс көн эсендә бер айлыҡ норманан ашып китте хатта. Буран ни тиклем ҡапыл башланһа, шулай уҡ тиҙ туҡтаны. Ә киләһе аҙнала 30 градусҡаса һыуытасаҡ. Был тотороҡһоҙлоҡ нимәгә бәйле тиһегеҙме? Бының үҙ сере бар: Башҡортостанға тәүге тапҡыр Бөйөк Устюгтан баш Ҡыш бабай килде!

Көҙҙән алып бөтә илдән меңдәрсә бала Ҡыш бабай­ға үҙҙәренең теләк­тәре тура­һында хат яҙа. Ҡайһы бер­ҙәренә уңыш йылмая – һәр ҡалала тылсымсы улар менән осрашып, теләктәрен үтәй. Мәҫәлән, Өфөлә йәшә­гән ете йәшлек Настя Копте­ловаға баш Ҡыш бабай менән аралашыу бәхете тейҙе. Ҡыҙыҡайҙың ҡолағы насар ишетә, шуға ҡара­маҫтан, ул музыка мәктә­бендә шөғөлләнә. Ишетеү аппараты уның Яңы йыл хыялы булған. Ҡыш бабай ҡыҙҙың теләген белеп ҡалып, уға ярҙам итте. Ун йәшлек Ангелина Әлимова үҙенә 35-се үлсәмле коньки һораған. Ҡыш бабай уның да үтенесен иғтибарһыҙ ҡал­дырмаған – ата-әсәһе тәрбиәһенән мәхрүм булған, өләсәһе менән йәшәгән ҡыҙға ла байрам бүләк итте.
– Өфө балаларының күп­селеге йорт хайуандарын һорай. Хазина эҙләү менән мауыҡҡан бер малай яңы металл эҙләү ҡоролмаһы, кемдер донъя буйлап сәйә­хәт, күбеһе төрлө гаджеттар, йәнһүрәттәрҙәге уйынсыҡ­тар хаҡында хыяллана. Балалар араһында планшеттар һәм смартфондар түгел, аңлашылмаған йәнһүрәт геройҙары урынына халыҡ әкиәттәре персонаждары, изгелек модала булһын ине, — тип теләктәрен дә еткерҙе Ҡыш бабай.
Сихри бабайҙың Өфөгә сәфәре “Ватан” этнопаркында уҙған байрам менән тамамланды. Бында ул Баш­ҡорт Ҡыш бабайы менән осрашты һәм шыршыла уттар ҡабыҙҙы.
Өфө – Рәсәй тылсымсы­һының ҙур сәйәхәте карта­һында 12-се ҡала. Ул 48 көн­дә 20-гә яҡын ҡалаға инергә һәм меңдәрсә саҡ­рым юл үтергә ниәтләй. Ҡыш бабай Төмән, Пермь, Новосибирск, Томск, Красноярск, Иркутск, Барнаул, Омск, Екатеринбургта бул­ған да инде.
Өфөнән Ҡыш бабай Ҡа­занға юллана. Был исем­лектә шулай уҡ Волгоград, Ставрополь, Дондағы Рос­тов, Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург, Вологда һәм Мәскәү ҡалалары бар. Яңы йыл сәйәхәте 29 де­кабрҙә илдең баш ҡала­һында тамамланасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521