Йыл һайын Ҡыш бабайҙың Бөйөк Устюгтағы резиденцияһы халыҡты ҡабул итә. Ҡышҡы тылсымсы көн дә 600-гә яҡын хат ала. Ун биш йыл эсендә Ҡыш бабайҙың электрон почтаһына өс миллиондан ашыу хәбәр килгән.
Башҡортостанда бер нисә көн буран уйнаны. Өйөрмәләп яуған ҡар юлдарҙы ҡапланы, яуым-төшөм күләме өс көн эсендә бер айлыҡ норманан ашып китте хатта. Буран ни тиклем ҡапыл башланһа, шулай уҡ тиҙ туҡтаны. Ә киләһе аҙнала 30 градусҡаса һыуытасаҡ. Был тотороҡһоҙлоҡ нимәгә бәйле тиһегеҙме? Бының үҙ сере бар: Башҡортостанға тәүге тапҡыр Бөйөк Устюгтан баш Ҡыш бабай килде!Көҙҙән алып бөтә илдән меңдәрсә бала Ҡыш бабайға үҙҙәренең теләктәре тураһында хат яҙа. Ҡайһы берҙәренә уңыш йылмая – һәр ҡалала тылсымсы улар менән осрашып, теләктәрен үтәй. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән ете йәшлек Настя Коптеловаға баш Ҡыш бабай менән аралашыу бәхете тейҙе. Ҡыҙыҡайҙың ҡолағы насар ишетә, шуға ҡарамаҫтан, ул музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Ишетеү аппараты уның Яңы йыл хыялы булған. Ҡыш бабай ҡыҙҙың теләген белеп ҡалып, уға ярҙам итте. Ун йәшлек Ангелина Әлимова үҙенә 35-се үлсәмле коньки һораған. Ҡыш бабай уның да үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмаған – ата-әсәһе тәрбиәһенән мәхрүм булған, өләсәһе менән йәшәгән ҡыҙға ла байрам бүләк итте.
– Өфө балаларының күпселеге йорт хайуандарын һорай. Хазина эҙләү менән мауыҡҡан бер малай яңы металл эҙләү ҡоролмаһы, кемдер донъя буйлап сәйәхәт, күбеһе төрлө гаджеттар, йәнһүрәттәрҙәге уйынсыҡтар хаҡында хыяллана. Балалар араһында планшеттар һәм смартфондар түгел, аңлашылмаған йәнһүрәт геройҙары урынына халыҡ әкиәттәре персонаждары, изгелек модала булһын ине, — тип теләктәрен дә еткерҙе Ҡыш бабай.
Сихри бабайҙың Өфөгә сәфәре “Ватан” этнопаркында уҙған байрам менән тамамланды. Бында ул Башҡорт Ҡыш бабайы менән осрашты һәм шыршыла уттар ҡабыҙҙы.
Өфө – Рәсәй тылсымсыһының ҙур сәйәхәте картаһында 12-се ҡала. Ул 48 көндә 20-гә яҡын ҡалаға инергә һәм меңдәрсә саҡрым юл үтергә ниәтләй. Ҡыш бабай Төмән, Пермь, Новосибирск, Томск, Красноярск, Иркутск, Барнаул, Омск, Екатеринбургта булған да инде.
Өфөнән Ҡыш бабай Ҡазанға юллана. Был исемлектә шулай уҡ Волгоград, Ставрополь, Дондағы Ростов, Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург, Вологда һәм Мәскәү ҡалалары бар. Яңы йыл сәйәхәте 29 декабрҙә илдең баш ҡалаһында тамамланасаҡ.