Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сабыйыңды ҡалдыр, тинеләр”
“Сабыйыңды ҡалдыр, тинеләр” Ғәҙәттә, кемделер ҡотлағанда беҙ уға күңел тыныслығы теләйбеҙ. Нимәне аңлата һуң был һүҙ? Әҙәм балаһының күңел һиллегенә эйә булыуы, үҙен бәхетле тойоуы тормошто нисек ҡабул итеүенән тора түгелме икән?
Миҫал эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел. Әйләнә-тирәбеҙгә күҙ һалғанда ғына ла, үҙен бар яҡлап уңышлы тип иҫәпләгән бәғзе берәүҙәрҙең байлыҡ-муллыҡта йөҙөп тә, гел генә әсе лимон ҡапҡандай һытыҡ йөҙлө булыуын, ә икенселәрҙең ауыр саҡтарҙа ла сабыр итеп, барыһына шөкөр ҡылып йәшәүен күрергә мөмкин. Күңелдәгеһен тышҡа сығармай ундайҙар, ошо сифаттары өсөн уларҙы башҡалар ҙа ихтирам итә.
Архангел ауылында йәшәгән Әлмира менән Наил Нурмөхә­мәтовтарҙың хәҙер 22 йыл инде тыумыштан сирле улдары Фиданды һөйөү һәм наҙға солғап тәрбиәләүе һоҡландыра. Бәғзе кәкүк әсәйҙәр һау-сәләмәт балаларын ҡарамайынса яҙмыш ҡосағына ырғытҡанда, сирле балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн көнө-төнө дауахана юлын тапаған ата-әсәгә үҙҙәре иҫән саҡта һәйкәл ҡуйырлыҡ. Хоҙай бындай һынауҙарҙы бер кемгә лә күрһәтмәһен.
Ғаилә бәхете түңәрәк булһын өсөн ир менән ҡатынға нимә кәрәк? Әлбиттә, бала! Өйләнешкәс, оҙаҡ көттөрмәй, улар ҙа тәү­ге балаһын – улдары Фиданды ҡулына ала. Башта сабыйҙа бер ниндәй ҙә тайпылыш һиҙелмәй. Барлыҡ сабыйҙар кеүек йоҡлай ҙа, мыжый ҙа. Тора-бара кескәйҙең туҡтауһыҙ илауына аптырап ҡалалар. Балаға ике йәш булғас, уның ауыр сирле икә­ненә төшөнәләр. Алты йәштә Фиданды Өфө табиптары, йәш әсәне йәлләптер инде, балалар йортона тапшырырға кәңәш итә.
– Шул мәлдә донъя түңкәрелгәндәй тойолдо. Йөрәгемде ярып сыҡҡан баламдан баш тартырға тәҡдим итәләр! Уны ҡал­дырыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуҙың да мөмкин түгеллеген бел­дерҙем. Тынысландырҙылар, әммә ауыр буласағы хаҡында ла аңлаттылар. Сабыйымды күкрәгемә ҡыҫып ҡайтып төштөм. Ни­мә күрһәк тә, бергә сабыр ғына үткәрербеҙ, тип үҙебеҙҙе тынысландырҙыҡ, – тип Әлмира әкрен генә хәтирәләр йомғағын тағата.
Йоҡоһоҙ төндәр, балаң өсөн көйөп-яныуҙар, уның хәлен еңеләйтә алмағаныңа өҙгөләнеүҙәр менән уҙған 22 йыл ғүмер. Наил менән Әлмира иңде иңгә терәп, был михнәттәрҙе бергә үткәрә. Улар улдары өсөн йәнен бирергә әҙер. Фидандың тормошон йәнлерәк итеү өсөн ваҡытын да йәлләмәйҙәр, күңелен байытыуға, рухын үҫтереүгә етди иғтибар бүләләр.
— Илап ултырып эш сыҡмай. Күңел төшөн­көлөгөнә бирелмәй, кешеләр менән аралашыу­ҙан, тормоштан йәм табабыҙ. Һәр кемгә үҙ балаһы ғәзиз. Беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк, унан да яҡыныраҡ кеше юҡ донъяла. Икенсе улыбыҙ Венер ҙа уны иҫ киткес ярата, ағаһы өсөн өҙөлөп тора, – ти аталары Наил.
Әйткәндәй, Нурмөхәмәтовтар тырыш, уңған заттан. Район үҙәгендә ҙур йорт һалып сығалар, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мал тоталар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш сәсәләр. Әлмира бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек мәшәҡәттәр араһында күҙҙең яуын алырлыҡ гөлдәр үҫтерергә лә, донъяһын матур итеп йыйыштырырға ла өлгөрә.
Йәшәү – көрәш. Уны гөл итеү ҙә, көл итеү ҙә һәр кемдең үҙенән тора шул. Яҙмышҡа баш эймәгән Нурмөхәмәтовтар был хәҡиҡәтте йәнә бер раҫлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521