Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙҙарға ҡарап, теләк телә
Йондоҙҙарға ҡарап, теләк телә Хыял... Ниндәй генә уйҙарға сумдырмай ҙа ҡайҙа ғына алып бармай ул кешене. Уға хыянат итмәйем тиһәң, маҡсат ҡуйыу ғына аҙ әле, яҡынайыр өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, күп нәмәләрҙән баш тартып тороу талап ителә. Әңгәмәсебеҙ – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Альбина Хәкимованы ла хыялы сит илгә алып китә. Германияны арҡырыһына-буйына иңләп сыҡҡан, бер нисә урында эшләп ҡараған. Хәҙер иһә Мюнхенда йәшәй һәм мигранттарға, ҡасаҡтарға немец телен өйрәтә. Үҙенең эшенән бик ҡәнәғәт. Альбина менән һөйләшеү виртуаль киңлектә барҙы. Әйткәндәй, тыуған яғына ул йылына бер тапҡыр булһа ла ҡайтырға тырыша.
– Сит илгә китеү теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
– Әлбиттә, Германияға уҡырға китеү теләге ҡапыл ғына тыуманы. Әгәр ҙә атылған йондоҙға ҡарап, теләк теләһәң, уның мотлаҡ тормошҡа ашыуына һәр ваҡыт ышанам. Бала саҡтан үҙенсәлекле моңға эйә булған немец телен өйрәнергә хыялландым. Мәктәптә уҡығанда уҡ ошо тел менән ҡыҙыҡһындым. Яңы ғына институтты тамамлап, беҙҙе, III класс уҡыу­сыларын, уҡытырға килгән немец теле уҡытыусыһы ла күңелемдә был фәнгә ҡарата һөйөү уятты. Дәрестә немец теленән яҡшы өлгәштем тип әйтә алмайым. Йыш ҡына “яңы лексиканы насар үҙләштерәһең”, тип әрләй торғайнылар. Миндә немец телен өйрәнеү теләге шул тиклем көслө булды, кәйефем ҡырылһа ла, йондоҙҙарға ышаныуымды дауам иттем. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инс­титутының филология факультетын тамам­лаған йылда курсташ ҡыҙыҡай Au-Pair программаһы буйынса Германияға барасағы хаҡында әйтте, мине лә үҙе менән саҡырҙы. “Сит илдә икебеҙгә күңеллерәк булыр”, – тине. Аллаға шөкөр, күптәнге хыялым ғәмәлгә ашты.
– Атай-әсәйең теләгеңде нисек ҡабул итте?
– Уларҙың башта ебәргеләре килмәне. Яҡындарым, оҙаҡ уйлағандан һуң, йәш саҡта донъя күреп ҡайтһын, тип ризалашты. Фатиха алғас, тыныс күңел менән юлға сыҡтым.
– Германияға барыу өсөн ниндәй әҙерлек кәрәк?
– Тәүҙә үҙ-үҙеңә ышаныс, алыҫ аранан ҡурҡмау, рухи һәм эмоциональ яҡлап әҙерлек мөһим. Шулай уҡ сит ил паспорты, виза кеүек документтарҙы алдан хәстәрләп ҡуйыу яҡшы. Ә миндә телде өйрәнеү теләге шул тиклем көслө булды, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, хыялыма табан атланым.
– Сит илгә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡас, ниндәй тәьҫораттар кисерҙең?
– Мәскәүҙән Мюнхенға автобуста килдем. Вокзалда Ш.Гастмуттер ҡаршы алды һәм үҙенең ғаиләһенә алып ҡайтты. Ғаиләлә биш-алты йәштәрҙәге ике малай тәрбиәләнә ине. Тәүге көндәрҙә ауырыраҡ булды, сөнки мәҙәниәт, аш-һыу, телде үҙләштереү, сәғәттең үҙгәреүе йоғонто яһай. Әсәй йылыһына иркәләнеп үҫкәнгә, яҡындарымды, йортомдо һағына башланым. Кире ҡайтырғамы икән, тигән уйҙар килде башыма. Киске ашҡа бирелгән майлы икмәк менән колбасаға оҙаҡ өйрәнә алмай, әсәйемдең һурпаһын йыш иҫкә төшөрҙөм. Өйҙән сығып китеп, ғаиләмдәге мөһим ваҡиғаларҙан мәхрүм ҡалдым, мәҫәлән, һеңлеләремдең туйҙары, юбилейҙар. Әсәйем мәрхүм булғанда ла эргәһендә була алманым...
– Эшкә урынлашыу мәсьәләһе, йәшәү урыны нисек хәл ителде?
– Ике йыл дауамында ошо ғаиләлә йәшәнем, немец теле буйынса курсҡа йөрөнөм. Телде тейешле кимәлдә өйрәнгәс, Германияла үҙем теләгән юғары уҡыу йортона инергә мөмкинлек алдым. Ике йыл эсендә аҙ-маҙ аҡса туплап, студент ятағынан урын белештем, унда абитуриенттарҙы ла ҡабул итәләр ине. Мюнхен университетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, тәржемәсе булыу маҡсатында “Сит тел булараҡ немец теле” факультетына уҡырға индем.
Студент йылдарын әле булһа һағынып иҫкә алам. Көндөҙ дәрестәргә йөрөнөм, ә кис бер кафела эшләнем. Өс йыл “һә” тигәнсә үтеп тә китте. Университеттан һуң медицина тармағында тәржемәсе булып эшләнем. Ярты йылдан был өлкәлә башҡа эшләргә теләмәүемде аңланым.
Немец теленән уҡыта башлауыма инде өс йыл. Был һөнәрҙе һайлауыма һис үкенмәйем. Көн һайын тиерлек бында Африканан ҡасаҡтар килә. Уларға телде өйрәтәм. Ниндәй генә халыҡ йәшәмәй бында. Төрөктәр иң күбе. Ҡаланың үҙәгендә хатта немецтарҙы осрат­маҫһың да, бында үҙеңде Яҡын Көнсығышҡа килеп эләктем тип хис итәһең. Немецтар үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауҙа ныҡ тора. Милли костюмдарын кейеп, йыш ҡына байрам сараһы үткәрәләр.
– Беҙҙең халыҡ менән немецтар араһында айырма бармы?
– Йәшәү рәүеше, әлбиттә, беҙҙең илдәгенән ҡырҡа айырыла. Бигерәк тә юлдарҙың сифаты, урамдарҙың таҙалығы оҡшай. Германияла ситтән килеүселәр бик күп булғас, бында бер кем дә һинең ҡайҙан, ниндәй милләттән, ауылданмы-ҡалананмы, акцент менәнме йәки таҙа һөйләшеүеңде тикшермәй. Һинең ниндәй кеше булыуың – иң мөһиме. Кешеләргә килгәндә, уларҙың ихласлығы таң ҡалдырҙы. Немецтар бик тырыш, хеҙмәт ярата. Ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса күп эш башҡарыла. Һәр ваҡыт нимәлер төҙөйҙәр, ремонтлайҙар. Таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә иғтибар ҙур. Урамда, өй алдында көнкүреш ҡалдыҡ­тары өсөн кәмендә өс һауыт тора. Берәүһе – биологик сығышлы ҡалдыҡтар, мәҫәлән, картуф ҡабығы, һулыған сәскәләр, икенсеһе ҡағыҙ, ҡатырға, өсөнсө һауыт – тәмәке, памперстар өсөн. Бынан тыш тағы ла быяла һауыттар, иҫке кейемдәр, тимер әйберҙәр өсөн контейнерҙар бар. Тәүҙәрәк минең бер контейнерға барлыҡ ҡалдыҡты һалып тороуымды күҙәткән берәү миңә аноним шылтыратыу яһаны.
Һәр кеше бында һалымдың ҡайҙа китеүен белеп тора. Социаль ярҙам системаһы ла яҡшы эшләй, мәҫәлән, яңғыҙ бала тәрбиәләгән әсә тулыһынса ярҙамға һәм йортло булыуына ышана ала. Шуға ҡасаҡтарға был йәһәттән бик уңайлы, улар өсөн йәшәү урыны, ашау, уҡыу – барыһы ла бушлай.
Байрамдарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, башҡа халыҡҡа, мәҫәлән, рус халҡына, бында тормош күңелһеҙ тойола. Бөтәһе лә план буйынса ғына йәшәй. Үтеп-китеп барышлай сәй эсергә кереп сығыу юҡ бында.
Немецтар сәйәхәт итергә ярата. Йылына өс-дүрт тапҡыр сит илгә барып ҡайтыу бер ни ҙә тормай, сөнки улар – бик ҡыҙыҡһыныусан халыҡ. Мин дә быйыл Голландияға, Португалияға, Грецияға барып ҡайттым.
– Уҡыу системаһы нисек ҡоролған?
– Хеҙмәткә һөйөү һәм тәртип бала саҡтан тәрбиәләнә. Балалар күп уҡый. Мәктәп программаһы ауыр. IV кластан һуң балаларҙы өс төрлө мәктәпкә айыралар: белем кимәле түбән уҡыусылар өсөн төп мәктәп тәғәйенләнә, уртаса уҡығандар реаль мәктәпкә, көслө балалар гимназияға инә. Университетҡа гимназияны тамамлағас ҡына инергә мөмкин. Ҡалған икәүһенән һуң бары тик ПТУ-ға ғына юлланалар. Балалар ауырып китеп, дәрес ҡалдырһа, ата-әсәһенән штраф түләтәләр. Әхирәтемә ҡыҙы менән ял иткән еренән бер көнгә һуңлап ҡайтҡаны өсөн 250 евро түләргә тура килде.
– Буш ваҡыттарыңда нимә менән шөғөлләнәһең?
– Фитнесҡа йөрөйөм. Дуҫтарым менән ял көндәрендә тауға барабыҙ. Тауҙарҙа көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынаһың. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү ойошмаһында ике ай ирекмән булып эшләнем. Һәр шәмбе икмәк таратып торҙом. Ҡулым йәрәхәтләнгәс, был эште ташларға мәжбүр булдым. Әле мигранттар ғаиләһенән ике ҡыҙға немец телен өйрәтәм.
– Киләсәккә пландарың?
– Артабан да Германияла йәшәргә ниәтләйем. Тап ошо илдә яратҡан эшем менән булышам, үҫешәм, яңынан-яңы маҡсаттарға өлгәшәм. Әле испан телен өйрәнәм. Киләһе йыл бер айға Испанияға телде өйрәнергә барырға уйлайым. Был тел эшемдә ныҡ ярҙам итәсәк. Ҡайһы бер уҡыусыларға немец теленең грамматикаһын туған телдәрендә аңлатыр инем. Шулай ҙа Ватанымды – Башҡортостанды һағынам. Унда тыуған йортом, туғандарым һәм яҡындарым йәшәй.
– Нисек итеп хыялыңды тормошҡа ашырырға?
– Бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, башлаған эш килеп сыҡмаҫ тип борсолорға кәрәкмәй. Ниәтеңә ынтылырға, ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк. Маҡсат ҡуйғанһығыҙ икән, уға мотлаҡ ирешергә кәрәк. Теләк булһа, маҡсат була, ә маҡсатлы кеше мөмкинлеген табасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512