Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булғадир ҙа булған, һай, Салауат Егерме лә ике йәшендә...
Булғадир ҙа булған, һай, Салауат Егерме лә ике йәшендә... Йәмәғәт транспортында өлкән йәштәге икәүҙең ғәжәп ҡылырлыҡ һөйләшеүе иғтибарымды йәлеп итте, урыным яндарынан эләккәс, хәбәрҙәренә ҡолаҡ һалмайынса булдыра алманым, ҡолаҡсын да ярҙам итмәне хатта. Береһе ярһып һөйләй, икенсеһе уға ҡушылып һәм башын ҡағып, әхирәтен бер туҡтауһыҙ ҡеүәтләй. Ҡыҫҡаһы, телсәр юлдаштарымды тыңлағандан һуң, шундай мәрәкә фекер ҡалды, әйтерһең дә, икеһе лә бер үк холоҡ-фиғелле кеше тураһында һүҙ алып бара. Апайҙар зарланыуынса, ейәндәре мәктәптән ҡайтып инеү менән компьютер янына килеп ултыра һәм әүен баҙарына киткәнсе унан айырылмай – ашау онотола, дәрес әҙерләүҙе телгә алыу артыҡ, өй эштәренә ҡушыу ҡайҙа, яндарына ултырып, иркенләп эс серҙәрен дә таратып булмай. Ултырғысҡа сөйләп ҡуйғандармы ни! Уларҙың киләсәген күҙаллауы ҡурҡыныс...
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөгөн подъезд төбөндәге эскәмйәгә йыйылышҡан әбей-һәбейҙең, баҙарҙа серек һуған һатҡан әрһеҙ бисә-сәсә шикелле, сөкөрҙәшеүен иҫәпкә алмағанда, ихатала ҡәбер тынлығы. Күпселек эштә, йәштәр белем эстәй, бәлә­кәстәр балалар баҡсаһында. Онотоп торам, ошо һиллекте йорттар янына тырым-тырағай теҙелеп киткән гараждарҙы һүтеүселәр боҙа. Ҡеүәтле техника бында йәлеп ителгән – ауыр “тимер ҡумта”ны күтәрә, йәтешләп ултырта һәм ҡайҙалыр алып китә.
Гараж тигәндән, элек төштән һуң, бигерәк тә эңер алдынан ихата бала-саға тауышынан гөрләп торор ине. Кескәйҙәр һабантуйынан һис тә кәм түгел. Шуҡ ма­лай­ҙарҙың бер-береһен уҙҙырып маймылдай ағасҡа үрмәләүен һәм һис икелән­мәйенсә бейектән һикереп төшөүен, улай ғына ла түгел, тай юртҡан үҙенсәлекле тауыш сығарып, ауыш гараждар өҫтөнән сабыуын, бер-береһенә бик яҡын тормаған гараждан гаражға ырғыуын, ат башындай йоҙаҡты баҫҡыс итеп бик оҫта файҙа­ла­ны­уын һәм башҡа шаян ҡылыҡтарын ҡа­рап тороуы үҙе бер тамаша. Сәмле уйын күҙ бәйләнгәнсе дауам итә. (Ауылда иһә буш ваҡыт булыу менән малайҙар туғайға ашыҡты: һәндерә яһау, ағастан йылғаға һикереү, балыҡ һөҙөү иҫтә ҡалған). Кем әйт­мешләй, заманалар булған бит, рәхәт­ләнеп шаярҙыҡ, уҡыуҙа ла һынатманыҡ. Тәжрибәле психолог Мартен Григо­ро­вич­тың һүҙҙәренә ҡарағанда, тәүәккәллеккә ҡоролған бындай күмәк уйындар үҫмер күңелендә лидерлыҡ сифаттарын тәрбиә­ләй, үҙаллылыҡҡа өйрәтә, рухи көстө нығыта.
“Дәрестән ҡайтҡас, өйҙән бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәй балам. Хужалыҡтағы бөтә эштәрҙе лә үҙе белеп башҡара, нимә ҡуш­һаң, шуны үтәй, ҡаршы бер һүҙ ҙә өн­дәш­мәй. Тыңлаусан улым, бөтә яҡлап та кил­гән һымаҡ. Ләкин уның үткер булып буй еткереүен теләйем. Ғәзиз кешемде ни­сек батыр итеп тәрбиәләргә?” – тип Нә­симә ханымдың кәңәш һорап яҙған хатын алдыҡ. Батыр һүҙен телгә алған ул, тимәк, киләсәктә малайын алғы сафта күрергә теләй.
Балаһын бәләкәйҙән командир итеп тәрбиәләү – күп ата-әсәнең теләгелер, минеңсә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр быны әҙ генә булһа ла тормошҡа ашыра алмай. Ни өсөн? “Быны” тигәнем – яуаплылыҡты йөкмәү, эргә-тирәләгеләрҙе ауыҙыңа ҡаратып тотоу, тәүәккәллектән ҡурҡмау, хәлең ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ла ҡаушамау, оптимист булыу. Әлбиттә, тәрбиә мәсьәләһендә әсәйҙең дә, атайҙың да үҙ йүнәлеше бар, айырым ҡараш булдырғандар. Донъя бит ул, бер нисек тә килеп сыҡмай ҙа баһа, тиер бәғзе берәү. Дөрөҫ, әгәр улай еңел генә эшләнә торған әйбер булһа, һәр беребеҙ ниәтенә йәһәт кенә ирешер ине. Үҙебеҙҙең бала саҡ йылдарын хәтергә төшөрәйек әле. Нисек үҫтек, ниндәй тәрбиә алдыҡ?
Эйе, әгәр шулай әйтергә яраһа, лидерлыҡ һәләттәре тик һирәктәр өлөшөнә генә төшкән бәхеттер. Шулай итеп, ошо сифаттарҙы үҫтереүгә нимә булышлыҡ итә? Сабыйығыҙҙың балалар баҡсаһына йөрөгән йылдарын һағынаһығыҙмы? Шулайҙыр. Ҡомда уйнағандар араһында кемдеңдер һәр ваҡыт бүтәндәрҙән сослоғо, тиктормаҫлығы менән айырылып торғанын күрһәгеҙ, унда, ысынлап та, беренсе булыу теләге ярылып ята. Йәки мәктәптә осоп-ҡунып йөрөгәндәрҙе тыйҙыңмы-юҡмы, уға барыбер, уҡытыусының бойороғо уның өсөн стенаға борсаҡ бәргән шикелле тәьҫир итә. Был осраҡта ла, үҙе аңламаған хәлдә лә, унда әйҙәүсе сифаты көслө сағыла. Әммә баҫылып үҫмәһен өсөн баланың башына бер туҡтауһыҙ һуғып тормаҫҡа саҡыра психологтар. Юҡҡа ғына япондар ҡыҙ-улдарын тыймай. Ирекһеҙҙән йәм­ғиәттә барлыҡҡа килгән “теплица балалары” тигән үҙенсәлекле төшөнсә хәтергә төштө. Бер өлгөлө ғаилә менән яҡындан танышмын, уларҙа бер-береһенә иғтибар, өлкәндәргә ихтирам саманан тыш көслө. Унан бигерәк әсә кешенең мыйыҡ ебәрергә самалаған улы өсөн сикһеҙ борсолоуы уйға һалды. Уның ҡайҙа ниндәй аҙым яһағанын бер туҡтауһыҙ күҙәтеп тора, һаран маҡтау менән бергә йыш әрләү ҙә йәнәшә йөрөй, кәрәк тип тапҡанда атай кешегә ҡайыш тотторта хужабикә. Үҙ сиратында бала үҙенең аҡылы менән бер нимәне лә хәл итмәүҙән тыш, хатта уға саҡ ҡына уйларға ла ваҡыт бирмәй өлкәндәр.
Барыһын да үҙҙәре эшләгәс, улдарынан ниндәй шәхес, ил һаҡсыһы үҫһен ти? Ә икенсе бер ғаиләлә ҡаты итеп әйткәндә, “тулы битарафлыҡ сәскә ата”. Был баланы артыҡ әпәүләмәйҙәр, ул нимә ҡыйратып йөрөй, бер кемдең дә унда эше юҡ.
Килешәйек, башын эшләтә белеүселәр күп нәмәгә өлгәшә тормошта. Белгестәр аңлатыуынса, бындай ғаиләлә үҫкәндәр иртә үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Үҙаллылыҡ, тимәк, – лидер булыуға ярты аҙым.
Тағы бер ғаиләне өлгө итеп килтерә алам: бында атаның да, әсәнең дә бер һүҙле булып (былай ҙа “шытып сығып бара” улдары), “быны һин генә булдыра алаһың”, “ҡайһылай матур килеп сыҡҡан” тип ҡошсоҡтарына ҡанат ҡуйып, һәр эшен хуплап тороуы, әлбиттә, оҡшаны. Уны ысынлап та лидер итеп күрәм киләсәктә.
Ҡыҙғаныс бер ваҡиға күҙ алдынан китмәй. Көлөргәме, әллә иларғамы? Әсәһе ҡушҡанды үтәмәү өсөн улы мең сәбәп таба. Ауыр эш тә түгел инде – таш ватырға кәрәкмәй, йылғаны кирегә борорға түгел. “Нисә көн үтте, сығарып ташла инде”, – тип ялбара ҡатын. Һаҫыҡ еҫ сығарып ултырған ҡый күнәген кис түкмәүен урамдағы тиҫтерҙәренән туҡмалыуҙан ҡурҡыуы менән аңлата был хәстрүш. Быны нисек аңларға? “Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ” кеүек килеп сыға инде. Шуны ла онотмайыҡ: үрҙә ихата уйындарын телгә алғайным, тик ҡурҡаҡтарҙың ғына малайҙар һуғышында ҡатнашмауы тураһында һөйләү артыҡ.
Абруйлы бер педагог-ғалимдың фекере менән килешмәү мөмкин түгел. “Күптәр саманан тыш ҡурсалау арҡаһында күп нәмәнән мәхрүм итә ул-ҡыҙҙарын. Улар иртә “үҙаллылыҡтан азат була”, нимәлер эшләүҙе йөрьәт итеүҙән тартына, һәр саҡ ышыҡта ҡалыу яғында”, – ти ул.
Гараж темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, хәҙер ошо шыҡһыҙ, әммә малай-шалайҙың яратҡан уйын урынын балалар майҙансы­ғына үҙгәртеү дәррәү башланды, бик хуп. Тағы ла бер яңылыҡ ишетелеп ҡалды: баш ҡалабыҙҙағы “Ватан” этнопаркында спорттың урам төрҙәре буйынса уҙған Евразия воркаут фестивалендә бихисап үҫмер ҡатнашҡан. Сәләмәт йәшәүгә ни етә!
Һүҙ аҙағында шул да мәғлүм булһын: беҙ малай саҡтарҙа команда уйынында йыш ҡатнаштыҡ, иң ҡыҙығы, капитан булыу өсөн сират торҙоҡ – ул көндө дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ. Кемдер, “тырманы арҡыры һөйрәүсе” – лидер, ти, икенселәр, дөрөҫ йәшәп тә алдынғы була алаһың, тип иҫбат итә, бүтәндәр иһә бәләкәйҙән күҙгә салынмағандар үҫкәс бер нисек тә исемлектең башында йөрөмәй тип үҙенекен тылҡый, гендың был тәңгәлдә ҙур роль уйнауына баҫым яһаусылар ҙа етерлек. Әлбиттә, былар бик бәхәсле. Уйлап ҡараһаң, донъяға танылған Че Гевара, Уго Чавес, Аугусто Пиночет һәм башҡа шуның ише ҡуш йөрәклеләрҙә лидерлыҡ һәләте ҡасан асылған һуң? Ә башҡорт батыры тураһында ни беләбеҙ? “Булғадир ҙа булған, һай, Салауат егерме лә ике йәшендә” түгелме?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521