Йәмәғәт транспортында өлкән йәштәге икәүҙең ғәжәп ҡылырлыҡ һөйләшеүе иғтибарымды йәлеп итте, урыным яндарынан эләккәс, хәбәрҙәренә ҡолаҡ һалмайынса булдыра алманым, ҡолаҡсын да ярҙам итмәне хатта. Береһе ярһып һөйләй, икенсеһе уға ҡушылып һәм башын ҡағып, әхирәтен бер туҡтауһыҙ ҡеүәтләй. Ҡыҫҡаһы, телсәр юлдаштарымды тыңлағандан һуң, шундай мәрәкә фекер ҡалды, әйтерһең дә, икеһе лә бер үк холоҡ-фиғелле кеше тураһында һүҙ алып бара. Апайҙар зарланыуынса, ейәндәре мәктәптән ҡайтып инеү менән компьютер янына килеп ултыра һәм әүен баҙарына киткәнсе унан айырылмай – ашау онотола, дәрес әҙерләүҙе телгә алыу артыҡ, өй эштәренә ҡушыу ҡайҙа, яндарына ултырып, иркенләп эс серҙәрен дә таратып булмай. Ултырғысҡа сөйләп ҡуйғандармы ни! Уларҙың киләсәген күҙаллауы ҡурҡыныс... Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөгөн подъезд төбөндәге эскәмйәгә йыйылышҡан әбей-һәбейҙең, баҙарҙа серек һуған һатҡан әрһеҙ бисә-сәсә шикелле, сөкөрҙәшеүен иҫәпкә алмағанда, ихатала ҡәбер тынлығы. Күпселек эштә, йәштәр белем эстәй, бәләкәстәр балалар баҡсаһында. Онотоп торам, ошо һиллекте йорттар янына тырым-тырағай теҙелеп киткән гараждарҙы һүтеүселәр боҙа. Ҡеүәтле техника бында йәлеп ителгән – ауыр “тимер ҡумта”ны күтәрә, йәтешләп ултырта һәм ҡайҙалыр алып китә.
Гараж тигәндән, элек төштән һуң, бигерәк тә эңер алдынан ихата бала-саға тауышынан гөрләп торор ине. Кескәйҙәр һабантуйынан һис тә кәм түгел. Шуҡ малайҙарҙың бер-береһен уҙҙырып маймылдай ағасҡа үрмәләүен һәм һис икеләнмәйенсә бейектән һикереп төшөүен, улай ғына ла түгел, тай юртҡан үҙенсәлекле тауыш сығарып, ауыш гараждар өҫтөнән сабыуын, бер-береһенә бик яҡын тормаған гараждан гаражға ырғыуын, ат башындай йоҙаҡты баҫҡыс итеп бик оҫта файҙаланыуын һәм башҡа шаян ҡылыҡтарын ҡарап тороуы үҙе бер тамаша. Сәмле уйын күҙ бәйләнгәнсе дауам итә. (Ауылда иһә буш ваҡыт булыу менән малайҙар туғайға ашыҡты: һәндерә яһау, ағастан йылғаға һикереү, балыҡ һөҙөү иҫтә ҡалған). Кем әйтмешләй, заманалар булған бит, рәхәтләнеп шаярҙыҡ, уҡыуҙа ла һынатманыҡ. Тәжрибәле психолог Мартен Григоровичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тәүәккәллеккә ҡоролған бындай күмәк уйындар үҫмер күңелендә лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләй, үҙаллылыҡҡа өйрәтә, рухи көстө нығыта.
“Дәрестән ҡайтҡас, өйҙән бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәй балам. Хужалыҡтағы бөтә эштәрҙе лә үҙе белеп башҡара, нимә ҡушһаң, шуны үтәй, ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Тыңлаусан улым, бөтә яҡлап та килгән һымаҡ. Ләкин уның үткер булып буй еткереүен теләйем. Ғәзиз кешемде нисек батыр итеп тәрбиәләргә?” – тип Нәсимә ханымдың кәңәш һорап яҙған хатын алдыҡ. Батыр һүҙен телгә алған ул, тимәк, киләсәктә малайын алғы сафта күрергә теләй.
Балаһын бәләкәйҙән командир итеп тәрбиәләү – күп ата-әсәнең теләгелер, минеңсә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр быны әҙ генә булһа ла тормошҡа ашыра алмай. Ни өсөн? “Быны” тигәнем – яуаплылыҡты йөкмәү, эргә-тирәләгеләрҙе ауыҙыңа ҡаратып тотоу, тәүәккәллектән ҡурҡмау, хәлең ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ла ҡаушамау, оптимист булыу. Әлбиттә, тәрбиә мәсьәләһендә әсәйҙең дә, атайҙың да үҙ йүнәлеше бар, айырым ҡараш булдырғандар. Донъя бит ул, бер нисек тә килеп сыҡмай ҙа баһа, тиер бәғзе берәү. Дөрөҫ, әгәр улай еңел генә эшләнә торған әйбер булһа, һәр беребеҙ ниәтенә йәһәт кенә ирешер ине. Үҙебеҙҙең бала саҡ йылдарын хәтергә төшөрәйек әле. Нисек үҫтек, ниндәй тәрбиә алдыҡ?
Эйе, әгәр шулай әйтергә яраһа, лидерлыҡ һәләттәре тик һирәктәр өлөшөнә генә төшкән бәхеттер. Шулай итеп, ошо сифаттарҙы үҫтереүгә нимә булышлыҡ итә? Сабыйығыҙҙың балалар баҡсаһына йөрөгән йылдарын һағынаһығыҙмы? Шулайҙыр. Ҡомда уйнағандар араһында кемдеңдер һәр ваҡыт бүтәндәрҙән сослоғо, тиктормаҫлығы менән айырылып торғанын күрһәгеҙ, унда, ысынлап та, беренсе булыу теләге ярылып ята. Йәки мәктәптә осоп-ҡунып йөрөгәндәрҙе тыйҙыңмы-юҡмы, уға барыбер, уҡытыусының бойороғо уның өсөн стенаға борсаҡ бәргән шикелле тәьҫир итә. Был осраҡта ла, үҙе аңламаған хәлдә лә, унда әйҙәүсе сифаты көслө сағыла. Әммә баҫылып үҫмәһен өсөн баланың башына бер туҡтауһыҙ һуғып тормаҫҡа саҡыра психологтар. Юҡҡа ғына япондар ҡыҙ-улдарын тыймай. Ирекһеҙҙән йәмғиәттә барлыҡҡа килгән “теплица балалары” тигән үҙенсәлекле төшөнсә хәтергә төштө. Бер өлгөлө ғаилә менән яҡындан танышмын, уларҙа бер-береһенә иғтибар, өлкәндәргә ихтирам саманан тыш көслө. Унан бигерәк әсә кешенең мыйыҡ ебәрергә самалаған улы өсөн сикһеҙ борсолоуы уйға һалды. Уның ҡайҙа ниндәй аҙым яһағанын бер туҡтауһыҙ күҙәтеп тора, һаран маҡтау менән бергә йыш әрләү ҙә йәнәшә йөрөй, кәрәк тип тапҡанда атай кешегә ҡайыш тотторта хужабикә. Үҙ сиратында бала үҙенең аҡылы менән бер нимәне лә хәл итмәүҙән тыш, хатта уға саҡ ҡына уйларға ла ваҡыт бирмәй өлкәндәр.
Барыһын да үҙҙәре эшләгәс, улдарынан ниндәй шәхес, ил һаҡсыһы үҫһен ти? Ә икенсе бер ғаиләлә ҡаты итеп әйткәндә, “тулы битарафлыҡ сәскә ата”. Был баланы артыҡ әпәүләмәйҙәр, ул нимә ҡыйратып йөрөй, бер кемдең дә унда эше юҡ.
Килешәйек, башын эшләтә белеүселәр күп нәмәгә өлгәшә тормошта. Белгестәр аңлатыуынса, бындай ғаиләлә үҫкәндәр иртә үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Үҙаллылыҡ, тимәк, – лидер булыуға ярты аҙым.
Тағы бер ғаиләне өлгө итеп килтерә алам: бында атаның да, әсәнең дә бер һүҙле булып (былай ҙа “шытып сығып бара” улдары), “быны һин генә булдыра алаһың”, “ҡайһылай матур килеп сыҡҡан” тип ҡошсоҡтарына ҡанат ҡуйып, һәр эшен хуплап тороуы, әлбиттә, оҡшаны. Уны ысынлап та лидер итеп күрәм киләсәктә.
Ҡыҙғаныс бер ваҡиға күҙ алдынан китмәй. Көлөргәме, әллә иларғамы? Әсәһе ҡушҡанды үтәмәү өсөн улы мең сәбәп таба. Ауыр эш тә түгел инде – таш ватырға кәрәкмәй, йылғаны кирегә борорға түгел. “Нисә көн үтте, сығарып ташла инде”, – тип ялбара ҡатын. Һаҫыҡ еҫ сығарып ултырған ҡый күнәген кис түкмәүен урамдағы тиҫтерҙәренән туҡмалыуҙан ҡурҡыуы менән аңлата был хәстрүш. Быны нисек аңларға? “Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ” кеүек килеп сыға инде. Шуны ла онотмайыҡ: үрҙә ихата уйындарын телгә алғайным, тик ҡурҡаҡтарҙың ғына малайҙар һуғышында ҡатнашмауы тураһында һөйләү артыҡ.
Абруйлы бер педагог-ғалимдың фекере менән килешмәү мөмкин түгел. “Күптәр саманан тыш ҡурсалау арҡаһында күп нәмәнән мәхрүм итә ул-ҡыҙҙарын. Улар иртә “үҙаллылыҡтан азат була”, нимәлер эшләүҙе йөрьәт итеүҙән тартына, һәр саҡ ышыҡта ҡалыу яғында”, – ти ул.
Гараж темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, хәҙер ошо шыҡһыҙ, әммә малай-шалайҙың яратҡан уйын урынын балалар майҙансығына үҙгәртеү дәррәү башланды, бик хуп. Тағы ла бер яңылыҡ ишетелеп ҡалды: баш ҡалабыҙҙағы “Ватан” этнопаркында спорттың урам төрҙәре буйынса уҙған Евразия воркаут фестивалендә бихисап үҫмер ҡатнашҡан. Сәләмәт йәшәүгә ни етә!
Һүҙ аҙағында шул да мәғлүм булһын: беҙ малай саҡтарҙа команда уйынында йыш ҡатнаштыҡ, иң ҡыҙығы, капитан булыу өсөн сират торҙоҡ – ул көндө дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ. Кемдер, “тырманы арҡыры һөйрәүсе” – лидер, ти, икенселәр, дөрөҫ йәшәп тә алдынғы була алаһың, тип иҫбат итә, бүтәндәр иһә бәләкәйҙән күҙгә салынмағандар үҫкәс бер нисек тә исемлектең башында йөрөмәй тип үҙенекен тылҡый, гендың был тәңгәлдә ҙур роль уйнауына баҫым яһаусылар ҙа етерлек. Әлбиттә, былар бик бәхәсле. Уйлап ҡараһаң, донъяға танылған Че Гевара, Уго Чавес, Аугусто Пиночет һәм башҡа шуның ише ҡуш йөрәклеләрҙә лидерлыҡ һәләте ҡасан асылған һуң? Ә башҡорт батыры тураһында ни беләбеҙ? “Булғадир ҙа булған, һай, Салауат егерме лә ике йәшендә” түгелме?..