Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейек осһон “Аҡбуҙат”
Бейек осһон “Аҡбуҙат” Ғәҙәттә, беҙ, йәштәр, Голливуд фильмдарын ҡалдырмай ҡарайбыҙ. Мин быны ваҡытлыса ысынбарлыҡтан ситләшеү, әкиәти хистәргә бирелеү тип аңлатыр инем. Ә бармы икән яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, милли рухты, аһәңде сағылдырған сәнғәт әҫәрҙәре? Әлбиттә, бар. Һүҙем III Халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале хаҡында булыр.


Был сара 26–28 октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә үтте. Бәйгелә бө­тәһе 24 фильм ҡатнашты, уларҙың араһында Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Монголия, Иран, Египет, Афғанстан, Бангладеш, Сүриә илдәренән дә барҙар ине. Өфө тамашасыһы конкурс эштәрен өс көн дауамында “Родина” кинотеатрында ҡарап рәхәт­ләнде. Фильмдарҙың күбеһе – Рәсәйҙән, айырыуса Башҡортос­тандан күп булды.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы йомғаҡлау тантана­һында республика Кинематографистар союзының йәштәр бүлеге рәйесе, режиссер Айнур Асҡаров фестиваль сиктәрендә үткәрелгән II Башҡорт дебютанттары питчин­гының еңеүселәрен билдәләп үтте: Константин Анисимовтың проекты – 20, Лилиә Йәнтилинаныҡы – 30, Динара Әбдрәши­тованыҡы 50 меңлек сертификатҡа лайыҡ булды. Айнур Юлай улы: “Башҡорт киноһының киләсәге үҫә, киләһе фестивалгә фильмда­рығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ”, – тип йәштәргә уңыш теләне.
Көтөп алған тулҡынландырғыс мәл дә етте. Алып барыусы Гөл­шат Ғайсина моңло тауышы менән фестиваль еңеүселәрен бер-бер артлы сәхнәгә саҡыра башланы. Улар араһынан “Пилорама” (Баш­ҡортостан) фильмы операторы Тимур Ғәниев Башҡортостандың иң беренсе кинооператоры Ғилуан Әмиров исемендәге призға лайыҡ булды. Шулай уҡ башҡорт киноһы аҡһаҡалы Әмир Абдразаҡов исе­мендәге “Милли рух өсөн” призы Ҡаҙағстандан Досхан Жолжаҡ­сыновтың “Ҡонанбай” фильмына тапшырылды.
Иң шәп сценаристар ҙа баһа­лан­ды, ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы номинацияһында “Пилорама” фильмын ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дамир Йосопов бүләкләнде.
Башҡортостан мәҙәниәт ми­нистрының “Башҡорт халыҡ йыры традицияларын һаҡлағаны өсөн” призы “Песнь души” документаль фильмының төп геройы, дан­лыҡлы йырсы, ҡурайсы Абдулла Солтановҡа тапшырылды. Абдулла Афзал улы бүләге артынан үҙе сәхнәгә сыҡты. Тамашасылар уны оло ихтирам менән баҫып ҡаршы алды, алҡыштарға күмде. Оло йәштә булыуына ҡара­маҫтан, ағайыбыҙ күңелдең иң түренә үтеп инерлек оҙон көйҙө һуҙҙы. Уның йыры сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ ошо фильмдың режиссеры Радик Килмәмәтов үҙенең геройы менән “Иң шәп документаль фильм геройы” номина­цияһында тәбрикләнде.
Башҡортостандың халыҡ шағи­ры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, йәмә­ғәт эшмәкәре Рауил Бикбаев, ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтар­ҙы фестиваль менән ҡотлап: “Урал тауҙары Евразия материгын уртаға бүлеп ятмай, киреһенсә, ике континентты тоташтыра. Был фестиваль оло әһәмиәткә эйә, илдәр араһындағы дуҫлыҡты, берҙәмлек­те нығыта”, – тине.
Ә еңеүсе кем һуң? Уны иғлан итеү өсөн һүҙ жюри рәйесе, режиссер, урыҫ һәм венгр киноһы тарихы белгесе Иван Форгачҡа бирелде. Шулай итеп, III “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленең Гран-прийын Бангладештан Абу Шахед Эмондың “История Джалала” филь­мы яуланы. Иван Форгач: “Ҡәҙерле Өфө халҡы, фестива­легеҙ йәшәһен! Ул – милләттәрҙе, ҡитғаларҙы берләштерерҙәй күр­кәм сара, шуның менән илегеҙ та­ғы ла көслөрәк була ала. Сит ил­дән фекерҙәштәребеҙҙе саҡы­рып, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупла­ныҡ”, – тип йомғаҡланы телмәрен.
Сара йыр-моң, төрлө халыҡ бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Тамашасыға “Мираҫ” фольклор, “Ирәндек” халыҡ бейеү­ҙәре ан­самблдәренең, “Трио” эстрада төркө­мөнөң сығыштары оҡшаны. Һәр кем тамашанан үҙенә дәрт, илһам алып, рухланып таралышты. Киләһе фестивалдәрҙә “Песнь души”, “Ҡонанбай” кеүек фильм­дар күберәк булһын ине.


Сәрүәр СУРИНА,
драматург, яҙыусы:

– Башҡорт кинематографияһы йылдан-йыл үҫә бара, милли, этник темалар ҡуҙғатыла башланы. Беҙ күптән бөйөк башҡорт тарихын сериал итеп төшөрөргә һәм бөтә донъяға күр­һәтергә тейешбеҙ. Ысынлап та, быға нигеҙ бар, бөгөнгө фестиваль маҡсаттарына иреште. Башҡорт киностудияһына нигеҙ һалыусылар Әмир Абдразаҡов, Ғилуан Әмировтарҙың телгә алыныуы, йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың сәхнәгә сығыуы ҡыуаныслы булды. Беҙҙең йәш кинематографсыларыбыҙҙың, Айнур Асҡаров, Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаева­ларҙың тырышлығын күрҙек.

Таңсулпан БУРАҠАЕВА,
режиссер:

– Фестиваль маҡсаттарына иреште. Былтырғы менән сағыштырғанда финанслау ғына кәмерәк булды. Бөтә булған фильмдарҙы ла сәхнәнән күрһәтмәнеләр. Фестиваль киләсәктә лә йәшәр, ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешер, тип ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521