Ғәҙәттә, беҙ, йәштәр, Голливуд фильмдарын ҡалдырмай ҡарайбыҙ. Мин быны ваҡытлыса ысынбарлыҡтан ситләшеү, әкиәти хистәргә бирелеү тип аңлатыр инем. Ә бармы икән яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, милли рухты, аһәңде сағылдырған сәнғәт әҫәрҙәре? Әлбиттә, бар. Һүҙем III Халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале хаҡында булыр.
Был сара 26–28 октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә үтте. Бәйгелә бөтәһе 24 фильм ҡатнашты, уларҙың араһында Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Монголия, Иран, Египет, Афғанстан, Бангладеш, Сүриә илдәренән дә барҙар ине. Өфө тамашасыһы конкурс эштәрен өс көн дауамында “Родина” кинотеатрында ҡарап рәхәтләнде. Фильмдарҙың күбеһе – Рәсәйҙән, айырыуса Башҡортостандан күп булды.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы йомғаҡлау тантанаһында республика Кинематографистар союзының йәштәр бүлеге рәйесе, режиссер Айнур Асҡаров фестиваль сиктәрендә үткәрелгән II Башҡорт дебютанттары питчингының еңеүселәрен билдәләп үтте: Константин Анисимовтың проекты – 20, Лилиә Йәнтилинаныҡы – 30, Динара Әбдрәшитованыҡы 50 меңлек сертификатҡа лайыҡ булды. Айнур Юлай улы: “Башҡорт киноһының киләсәге үҫә, киләһе фестивалгә фильмдарығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ”, – тип йәштәргә уңыш теләне.
Көтөп алған тулҡынландырғыс мәл дә етте. Алып барыусы Гөлшат Ғайсина моңло тауышы менән фестиваль еңеүселәрен бер-бер артлы сәхнәгә саҡыра башланы. Улар араһынан “Пилорама” (Башҡортостан) фильмы операторы Тимур Ғәниев Башҡортостандың иң беренсе кинооператоры Ғилуан Әмиров исемендәге призға лайыҡ булды. Шулай уҡ башҡорт киноһы аҡһаҡалы Әмир Абдразаҡов исемендәге “Милли рух өсөн” призы Ҡаҙағстандан Досхан Жолжаҡсыновтың “Ҡонанбай” фильмына тапшырылды.
Иң шәп сценаристар ҙа баһаланды, ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы номинацияһында “Пилорама” фильмын ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дамир Йосопов бүләкләнде.
Башҡортостан мәҙәниәт министрының “Башҡорт халыҡ йыры традицияларын һаҡлағаны өсөн” призы “Песнь души” документаль фильмының төп геройы, данлыҡлы йырсы, ҡурайсы Абдулла Солтановҡа тапшырылды. Абдулла Афзал улы бүләге артынан үҙе сәхнәгә сыҡты. Тамашасылар уны оло ихтирам менән баҫып ҡаршы алды, алҡыштарға күмде. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағайыбыҙ күңелдең иң түренә үтеп инерлек оҙон көйҙө һуҙҙы. Уның йыры сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ ошо фильмдың режиссеры Радик Килмәмәтов үҙенең геройы менән “Иң шәп документаль фильм геройы” номинацияһында тәбрикләнде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаев, ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы фестиваль менән ҡотлап: “Урал тауҙары Евразия материгын уртаға бүлеп ятмай, киреһенсә, ике континентты тоташтыра. Был фестиваль оло әһәмиәткә эйә, илдәр араһындағы дуҫлыҡты, берҙәмлекте нығыта”, – тине.
Ә еңеүсе кем һуң? Уны иғлан итеү өсөн һүҙ жюри рәйесе, режиссер, урыҫ һәм венгр киноһы тарихы белгесе Иван Форгачҡа бирелде. Шулай итеп, III “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленең Гран-прийын Бангладештан Абу Шахед Эмондың “История Джалала” фильмы яуланы. Иван Форгач: “Ҡәҙерле Өфө халҡы, фестивалегеҙ йәшәһен! Ул – милләттәрҙе, ҡитғаларҙы берләштерерҙәй күркәм сара, шуның менән илегеҙ тағы ла көслөрәк була ала. Сит илдән фекерҙәштәребеҙҙе саҡырып, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланыҡ”, – тип йомғаҡланы телмәрен.
Сара йыр-моң, төрлө халыҡ бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Тамашасыға “Мираҫ” фольклор, “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең, “Трио” эстрада төркөмөнөң сығыштары оҡшаны. Һәр кем тамашанан үҙенә дәрт, илһам алып, рухланып таралышты. Киләһе фестивалдәрҙә “Песнь души”, “Ҡонанбай” кеүек фильмдар күберәк булһын ине.
Сәрүәр СУРИНА,
драматург, яҙыусы:– Башҡорт кинематографияһы йылдан-йыл үҫә бара, милли, этник темалар ҡуҙғатыла башланы. Беҙ күптән бөйөк башҡорт тарихын сериал итеп төшөрөргә һәм бөтә донъяға күрһәтергә тейешбеҙ. Ысынлап та, быға нигеҙ бар, бөгөнгө фестиваль маҡсаттарына иреште. Башҡорт киностудияһына нигеҙ һалыусылар Әмир Абдразаҡов, Ғилуан Әмировтарҙың телгә алыныуы, йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың сәхнәгә сығыуы ҡыуаныслы булды. Беҙҙең йәш кинематографсыларыбыҙҙың, Айнур Асҡаров, Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың тырышлығын күрҙек.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА,
режиссер:– Фестиваль маҡсаттарына иреште. Былтырғы менән сағыштырғанда финанслау ғына кәмерәк булды. Бөтә булған фильмдарҙы ла сәхнәнән күрһәтмәнеләр. Фестиваль киләсәктә лә йәшәр, ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешер, тип ышанам.