Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Яңынан иҫәпләтеп ҡарағыҙ

— Мин — инвалид, 74 йәштәмен. 50 йыл элек эш урынында күҙемдән яҙҙым. Эшкә һәләтте юғалтҡанлыҡтан пенсия алам. Әммә ул ни бары 10 процент ҡына тәшкил итә. Күберәккә өмөт итә алмайыммы икән?
Рифат, Баймаҡ районы.


— Инвалидтарға хеҙмәт пенсияһы уның биш йыл страховка стажы булғанда ғына тәғәйенләнә. Бындай стаж булмаған осраҡта, инвалидлыҡ буйынса пенсия түләү 5 йылға оҙайтыла. III группа инвалидтарына пенсия 2002 йылға тиклемге стажды иҫәпләп тәғәйенләнә. Пенсияны иртәрәк билдәләгәндә иң юғары стаж коэффициенты 0,3 тип алына. Инвалидлыҡтың группаһы үҙгәргәндә яңынан иҫәпләү түбәндәгесә:
юғарыраҡ инвалидлыҡ группаһы билдәләнгәндә — медик-социаль экспертиза буйынса дәүләт органы ҡарар сығарған көндән алып;
түбәнерәк инвалидлыҡ группаһы билдәләнгән саҡта — яңы айҙың тәүге көнөнән башлап.
Түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү һәр кешенең пенсияға бәйле шәхси мәғлүмәттәренә ҡарап үткәрелә. Стаж һөҙөмтәләре буйынса кәрәкле документтарҙы йәшәгән урынығыҙҙағы Рәсәй Пенсия фондының территориаль органына алып барығыҙ.

Архивта һаҡлана

— Күңелһеҙ хәлгә тарыныҡ. Беҙҙең мираҫ тураһындағы эште алып барған нотариус вафат булып ҡалды. Документтарҙың дубликатын нисек алып була икән?
Ғәлиә, Ишембай районы.


— Һәр нотариустың архивы була. Ул үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан хәлдә, эштәре алмашҡа килгән нотариусҡа бирелә. Һәр хәлдә, һеҙҙең документтар нотариаль палатаның архивында һаҡланалыр.

Бүлмә — һеҙҙеке

— Әсәйем менән коммуналь фатирҙағы бүлмәлә йәшәйем. Уны хосусилаштырырға булдыҡ. Үҙемә фатир алғанлыҡтан, өлөшөмдән баш тартырға теләйем. Әсәйем вафат булған осраҡта, мин был бүлмәне мираҫ буйынса йәки бүләккә ала аламмы икән? Йәки, үҙ өлөшөмдән баш тартҡас, майҙанға ла хоҡуғым юғаламы? Әсәйемдең минән башҡа мираҫсылары юҡ.
Илдар, Өфө ҡалаһы.


— Әгәр бүлмә хосусилаштырылған икән, закон буйынса һеҙ уға дәғүә итәһегеҙ. Бының өсөн мираҫ яҙыу ҙа мотлаҡ түгел, сөнки һеҙҙән башҡа бер кем дә уға хужа була алмай.

Нотариус ышаныслыраҡ


— Танышым бурысҡа күп кенә аҡса һорай. Процентҡа алырға ла әҙер. Нотариусҡа бармай ғына нисек дөрөҫ итеп килешеү төҙөргә? Әгәр эш судҡа етә ҡалһа, аҡсамды тулы күләмдә һәм проценттарын да ҡайтарып булырмы?
Сәлим, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


— Килешеү төҙөү көнө, ике яҡтың да паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелгән, аҡса биреп тороуҙың шарттары яҙылған ике даналағы ҡағыҙ, әлбиттә, судта юридик көскә эйә. Шулай ҙа нотариуста төҙөлгән расписка күпкә ышаныслы. Был осраҡта әлеге документтың ысынлығын судта дәлилләү кәрәкмәй. Кәңәшем: йыбанмай ғына юридик хеҙмәт күрһәтеүселәргә барығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523