Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Яңынан иҫәпләтеп ҡарағыҙ— Мин — инвалид, 74 йәштәмен. 50 йыл элек эш урынында күҙемдән яҙҙым. Эшкә һәләтте юғалтҡанлыҡтан пенсия алам. Әммә ул ни бары 10 процент ҡына тәшкил итә. Күберәккә өмөт итә алмайыммы икән?
Рифат, Баймаҡ районы.
— Инвалидтарға хеҙмәт пенсияһы уның биш йыл страховка стажы булғанда ғына тәғәйенләнә. Бындай стаж булмаған осраҡта, инвалидлыҡ буйынса пенсия түләү 5 йылға оҙайтыла. III группа инвалидтарына пенсия 2002 йылға тиклемге стажды иҫәпләп тәғәйенләнә. Пенсияны иртәрәк билдәләгәндә иң юғары стаж коэффициенты 0,3 тип алына. Инвалидлыҡтың группаһы үҙгәргәндә яңынан иҫәпләү түбәндәгесә:
юғарыраҡ инвалидлыҡ группаһы билдәләнгәндә — медик-социаль экспертиза буйынса дәүләт органы ҡарар сығарған көндән алып;
түбәнерәк инвалидлыҡ группаһы билдәләнгән саҡта — яңы айҙың тәүге көнөнән башлап.
Түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү һәр кешенең пенсияға бәйле шәхси мәғлүмәттәренә ҡарап үткәрелә. Стаж һөҙөмтәләре буйынса кәрәкле документтарҙы йәшәгән урынығыҙҙағы Рәсәй Пенсия фондының территориаль органына алып барығыҙ.
Архивта һаҡлана— Күңелһеҙ хәлгә тарыныҡ. Беҙҙең мираҫ тураһындағы эште алып барған нотариус вафат булып ҡалды. Документтарҙың дубликатын нисек алып була икән?
Ғәлиә, Ишембай районы.
— Һәр нотариустың архивы була. Ул үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан хәлдә, эштәре алмашҡа килгән нотариусҡа бирелә. Һәр хәлдә, һеҙҙең документтар нотариаль палатаның архивында һаҡланалыр.
Бүлмә — һеҙҙеке— Әсәйем менән коммуналь фатирҙағы бүлмәлә йәшәйем. Уны хосусилаштырырға булдыҡ. Үҙемә фатир алғанлыҡтан, өлөшөмдән баш тартырға теләйем. Әсәйем вафат булған осраҡта, мин был бүлмәне мираҫ буйынса йәки бүләккә ала аламмы икән? Йәки, үҙ өлөшөмдән баш тартҡас, майҙанға ла хоҡуғым юғаламы? Әсәйемдең минән башҡа мираҫсылары юҡ.
Илдар, Өфө ҡалаһы.
— Әгәр бүлмә хосусилаштырылған икән, закон буйынса һеҙ уға дәғүә итәһегеҙ. Бының өсөн мираҫ яҙыу ҙа мотлаҡ түгел, сөнки һеҙҙән башҡа бер кем дә уға хужа була алмай.
Нотариус ышаныслыраҡ— Танышым бурысҡа күп кенә аҡса һорай. Процентҡа алырға ла әҙер. Нотариусҡа бармай ғына нисек дөрөҫ итеп килешеү төҙөргә? Әгәр эш судҡа етә ҡалһа, аҡсамды тулы күләмдә һәм проценттарын да ҡайтарып булырмы?
Сәлим, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Килешеү төҙөү көнө, ике яҡтың да паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелгән, аҡса биреп тороуҙың шарттары яҙылған ике даналағы ҡағыҙ, әлбиттә, судта юридик көскә эйә. Шулай ҙа нотариуста төҙөлгән расписка күпкә ышаныслы. Был осраҡта әлеге документтың ысынлығын судта дәлилләү кәрәкмәй. Кәңәшем: йыбанмай ғына юридик хеҙмәт күрһәтеүселәргә барығыҙ.