Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Каруанһарай – башҡорттарҙың хазинаһы
Каруанһарай – башҡорттарҙың хазинаһы Бөгөн Ырымбур ҡалаһында Каруанһарай тарихи-архитектура ҡомартҡыһы төҙөлөүгә 170 йыл тулыу уңайынан байрам ойошторола. Унда Башҡор­тостандан да рәсми делегация ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1837 – 1846 йылдарҙа Ырым­бурҙың хәрби губернаторы В. Перовскийҙың ҡарары менән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн белем алыу, туҡталыу урыны өсөн милли йорт һалыу мәсьәлә­һе хәл ителә. Был төбәктә йәшәгән башҡорттар Кар­уан­һарай бинаһын төҙөү эшенә шундай ихласлыҡ менән тотона. А. Брюллов­тың үҙенсәлекле проекты буйынса һалынған Башҡорт йортонан һәм мә­сеттән торған бина тарихи Баш­ҡорт­остандың изге ҡомарт­ҡыһына әүерелә.
Ырымбурҙа үтәсәк бай­рамға ошо төбәктә тыуған, Башҡортостан халҡына “Салауат”, “Өфө – Мәскәү”, “Урал батыр”, “Шайморатов генерал” кеүек йырҙар ижад иткән Фәниә Дауытова ла юллана. Ғүмеренең оҙаҡ йыл­дары Урта Азияла уҙған Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы­ның ата-әсәләре сығышы менән Новосергиевка һәм Переволоцк райондарынан. Ул Ырымбурҙа үткән һәр сарала булырға, ҡулынан кил­гән тиклем мил­ләттәш­тәре ме­нән аралашырға тырыша. Былтыр Ҡыҙыл гвардия ра­йонында уҙған Баш­ҡорт мәҙә­ниәте көндәрендә уның менән бергә ҡатна­шырға насип булғайны. Фә­ниә апай унда ла яҡташ­тарына ба­ғыш­лап матур йырҙар баш­ҡарҙы, йөрәк һүҙҙәрен ет­кер­ҙе.
Был юлы ла рухлы йыр­ҙар авторы яҡташтарына үҙен­сәлекле бүләк әҙерлә­гән. Ул – “Каруанһарай” йыры. Һәр ваҡыттағыса һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе ижад иткән. Башҡортостан халҡы ла таныша торһон яңы әҫәр менән тигән маҡсатта һеҙгә лә уны тәҡдим итәбеҙ.
Л. АБДУЛЛИНА.



КАРУАНҺАРАЙ
Фәниә Дауытова һүҙҙәре һәм көйө.
Уралым илендә,
Ырымбур ерендә
Ҡалҡтың һин, изге йорт – Каруанһарай.
Башҡорттар хаҡына,
Ғәскәрҙәр данына
Ҙур бүләк булдың һин, Каруанһарай.

Ҡушымта:
Һай, һай,
Сал тарих раҫлай,
Һай, һай, халыҡ
онотмай.
Каруанһарай,
Каруанһарай –
Башҡорттарҙың
хазинаһы.
Ҙур ихлас көс менән
Башҡорттарым меңләп
Каруанһарайҙың нигеҙен
һалған.
Халыҡ йорто булһын,
Иман нуры тулһын,
Уҙаман атайҙар
ғибәҙәт ҡылған.
Ҡушымта.

Таң ҡалды Ырымбур,
Мираҫы бай, матур.
Рух-дарман өҫтәнең,
Шәхестәр үҫтерҙең,
Яу-юлдар үткәрҙең,
Сыныҡтырҙың беҙҙе, Каруанһарай.
Ҡушымта.


Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521