Бөгөн Ырымбур ҡалаһында Каруанһарай тарихи-архитектура ҡомартҡыһы төҙөлөүгә 170 йыл тулыу уңайынан байрам ойошторола. Унда Башҡортостандан да рәсми делегация ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1837 – 1846 йылдарҙа Ырымбурҙың хәрби губернаторы В. Перовскийҙың ҡарары менән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн белем алыу, туҡталыу урыны өсөн милли йорт һалыу мәсьәләһе хәл ителә. Был төбәктә йәшәгән башҡорттар Каруанһарай бинаһын төҙөү эшенә шундай ихласлыҡ менән тотона. А. Брюлловтың үҙенсәлекле проекты буйынса һалынған Башҡорт йортонан һәм мәсеттән торған бина тарихи Башҡортостандың изге ҡомартҡыһына әүерелә.
Ырымбурҙа үтәсәк байрамға ошо төбәктә тыуған, Башҡортостан халҡына “Салауат”, “Өфө – Мәскәү”, “Урал батыр”, “Шайморатов генерал” кеүек йырҙар ижад иткән Фәниә Дауытова ла юллана. Ғүмеренең оҙаҡ йылдары Урта Азияла уҙған Фәниә Әбделхәйер ҡыҙының ата-әсәләре сығышы менән Новосергиевка һәм Переволоцк райондарынан. Ул Ырымбурҙа үткән һәр сарала булырға, ҡулынан килгән тиклем милләттәштәре менән аралашырға тырыша. Былтыр Ҡыҙыл гвардия районында уҙған Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә уның менән бергә ҡатнашырға насип булғайны. Фәниә апай унда ла яҡташтарына бағышлап матур йырҙар башҡарҙы, йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе.
Был юлы ла рухлы йырҙар авторы яҡташтарына үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Ул – “Каруанһарай” йыры. Һәр ваҡыттағыса һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе ижад иткән. Башҡортостан халҡы ла таныша торһон яңы әҫәр менән тигән маҡсатта һеҙгә лә уны тәҡдим итәбеҙ.
Л. АБДУЛЛИНА.КАРУАНҺАРАЙФәниә Дауытова һүҙҙәре һәм көйө.
Уралым илендә,
Ырымбур ерендә
Ҡалҡтың һин, изге йорт – Каруанһарай.
Башҡорттар хаҡына,
Ғәскәрҙәр данына
Ҙур бүләк булдың һин, Каруанһарай.
Ҡушымта:
Һай, һай,
Сал тарих раҫлай,
Һай, һай, халыҡ
онотмай.
Каруанһарай,
Каруанһарай –
Башҡорттарҙың
хазинаһы.
Ҙур ихлас көс менән
Башҡорттарым меңләп
Каруанһарайҙың нигеҙен
һалған.
Халыҡ йорто булһын,
Иман нуры тулһын,
Уҙаман атайҙар
ғибәҙәт ҡылған.
Ҡушымта.
Таң ҡалды Ырымбур,
Мираҫы бай, матур.
Рух-дарман өҫтәнең,
Шәхестәр үҫтерҙең,
Яу-юлдар үткәрҙең,
Сыныҡтырҙың беҙҙе, Каруанһарай.
Ҡушымта.