Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы
Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшыКүп кенә йәштәр, ауылда мәктәпте тамамлағас, оҙон аҡса артынан йә Себер тарафтарына, йә булмаһа ҡалаға ынтыла. Ниғәмәт ауылынан Азат Абайҙуллин да, ил алдында изге бурысын үтәп ҡайтҡас, тиҫтерҙәренә эйәреп, ҡалала эшкә урынлаша. Махсус белеме булмағанлыҡтан, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Бер аҙҙан ул бер нисә иптәше менән Себергә «аҡса һуғырға» юллана.

Әлбиттә, эш хаҡы күпкә юғары була унда, әммә Азат сит ергә күнегеп, ерегеп китә алмай. Шулай дүрт йылдан ашыу алыҫ тарафтарҙы тапағандан һуң, ата-әсәһен, туғандарын хайран ҡалдырып, бөтөнләйгә тыуған яғына ҡайтырға хәл итә. Ауылда төрлө эштә йөрөй, әммә күңеленә оҡшағанын таба алмай.
Республика Хөкүмәтенең яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәген ишетеп, Азат үҙен ауыл хужалығы өлкәһендә һынап ҡарамаҡсы була. Ныҡыш, бөтмөр егет, тейешле документтар йыйып, 2014 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Туғандары ла уның ҡарарына ҡаршы төшмәй, хуплайҙар ғына. Күптәр, әлбиттә, шикләнеп тә ҡарай, әммә Азат, ауырлыҡтар аша булһа ла, эшен юлға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
– Бала саҡтан ауыр хеҙмәттән ҡурҡманым, ышанып йөкмәткән һәр бурысты намыҫ менән үтәргә тырыштым. Ҡасандыр ауылды ташлап, ҡалаға сығып киткәнемә әле булһа үкенәм, сөнки ул тормош мине үҙенә ылыҡтырманы, ауыл мөхите генә миңә яҡын һәм ҡәҙерле, – ти Азат Айрат улы.
Фермерҙың бөгөн 50 гектар ере бар, унда күп йыллыҡ үлән сәсеп, ҡышҡылыҡҡа малға етерлек бесән әҙерләгәндәр. Азат дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән икән, уға 20 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы һатып алып, шәхси ихатаһындағылары менән бер көтөүгә ҡушҡан. Хужалыҡта әле 30-ҙан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, йәй улар күпләп быҙаулаған. Себерҙә эшләп тапҡан аҡсаһына уңған фермер техника һатып алыуҙы хәстәрләгән. Бынан тыш, башҡа ауыл хужалығы ҡорамалдары ла уның ихатаһында байтаҡ. Йәй-көҙ айҙарында ауыл халҡына бесән сабып, уны ташып, бер аҙ аҡса ла эшләгән.
Хужалыҡты алып барыуҙа Азаттың бөтә туғандары ла ҡатнаша тиһәң, хата булмаҫ. Әсәһе Зөһрә, кәләше Әлфирә һыйыр һауһа, атаһы менән бер туған ҡустыһы Нияз баҫыуҙа тырышлыҡ күрһәтә, мал көтөүе лә уларҙың иңендә. “Фермер булыуы еңелдән түгел, әммә яратып башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен күреү ҡыуаныслы”, – ти фермер. Бөгөн ул көнөнә 120 литр һөт һауа, әҙер продукцияны Бикеш ауылынан шәхси эшҡыуар һатып ала.
Йәш егеттең киләсәккә уй-хыялдары ла ҙур ғына. Ер майҙанын арттырып, ауыл халҡының пай ерҙәрен дә алып, уны эшкәртергә иҫәп тота.
Шуныһы ҡыуаныслы: крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, үҙ эшен башлаусыларға район хакимиәте яғынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, шуға ла уларҙың һаны бермә-бер арта.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521