Күп кенә йәштәр, ауылда мәктәпте тамамлағас, оҙон аҡса артынан йә Себер тарафтарына, йә булмаһа ҡалаға ынтыла. Ниғәмәт ауылынан Азат Абайҙуллин да, ил алдында изге бурысын үтәп ҡайтҡас, тиҫтерҙәренә эйәреп, ҡалала эшкә урынлаша. Махсус белеме булмағанлыҡтан, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Бер аҙҙан ул бер нисә иптәше менән Себергә «аҡса һуғырға» юллана.Әлбиттә, эш хаҡы күпкә юғары була унда, әммә Азат сит ергә күнегеп, ерегеп китә алмай. Шулай дүрт йылдан ашыу алыҫ тарафтарҙы тапағандан һуң, ата-әсәһен, туғандарын хайран ҡалдырып, бөтөнләйгә тыуған яғына ҡайтырға хәл итә. Ауылда төрлө эштә йөрөй, әммә күңеленә оҡшағанын таба алмай.
Республика Хөкүмәтенең яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәген ишетеп, Азат үҙен ауыл хужалығы өлкәһендә һынап ҡарамаҡсы була. Ныҡыш, бөтмөр егет, тейешле документтар йыйып, 2014 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Туғандары ла уның ҡарарына ҡаршы төшмәй, хуплайҙар ғына. Күптәр, әлбиттә, шикләнеп тә ҡарай, әммә Азат, ауырлыҡтар аша булһа ла, эшен юлға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
– Бала саҡтан ауыр хеҙмәттән ҡурҡманым, ышанып йөкмәткән һәр бурысты намыҫ менән үтәргә тырыштым. Ҡасандыр ауылды ташлап, ҡалаға сығып киткәнемә әле булһа үкенәм, сөнки ул тормош мине үҙенә ылыҡтырманы, ауыл мөхите генә миңә яҡын һәм ҡәҙерле, – ти Азат Айрат улы.
Фермерҙың бөгөн 50 гектар ере бар, унда күп йыллыҡ үлән сәсеп, ҡышҡылыҡҡа малға етерлек бесән әҙерләгәндәр. Азат дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән икән, уға 20 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы һатып алып, шәхси ихатаһындағылары менән бер көтөүгә ҡушҡан. Хужалыҡта әле 30-ҙан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, йәй улар күпләп быҙаулаған. Себерҙә эшләп тапҡан аҡсаһына уңған фермер техника һатып алыуҙы хәстәрләгән. Бынан тыш, башҡа ауыл хужалығы ҡорамалдары ла уның ихатаһында байтаҡ. Йәй-көҙ айҙарында ауыл халҡына бесән сабып, уны ташып, бер аҙ аҡса ла эшләгән.
Хужалыҡты алып барыуҙа Азаттың бөтә туғандары ла ҡатнаша тиһәң, хата булмаҫ. Әсәһе Зөһрә, кәләше Әлфирә һыйыр һауһа, атаһы менән бер туған ҡустыһы Нияз баҫыуҙа тырышлыҡ күрһәтә, мал көтөүе лә уларҙың иңендә. “Фермер булыуы еңелдән түгел, әммә яратып башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен күреү ҡыуаныслы”, – ти фермер. Бөгөн ул көнөнә 120 литр һөт һауа, әҙер продукцияны Бикеш ауылынан шәхси эшҡыуар һатып ала.
Йәш егеттең киләсәккә уй-хыялдары ла ҙур ғына. Ер майҙанын арттырып, ауыл халҡының пай ерҙәрен дә алып, уны эшкәртергә иҫәп тота.
Шуныһы ҡыуаныслы: крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, үҙ эшен башлаусыларға район хакимиәте яғынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, шуға ла уларҙың һаны бермә-бер арта.