Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил инәләре һүҙен ишетәбеҙме?
Ил инәләре һүҙен ишетәбеҙме? ХХ һәм ХХI быуаттар арауығындағы күсеш ниндәйҙер боролоштар, ҡатмарлылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар, юғалтыуҙар менән бәйле. Йәмғиәттә барған төрлө кире үҙгәрештәр милли үҙбилдәләнеш, рухи тәрбиә, халыҡтың йәшәйеше, ғаилә ҡиммәттәре, быуындар бәйләнеше мәсьәләләренә лә ҡағылмайынса үтмәне. Бының һөҙөмтәләре милли асылыбыҙҙы эҙләргә, рухи үҫешебеҙҙе нығытырға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе барлауға этәрҙе.


Ата – улды, әсә ҡыҙҙы танымай башлағанын, үҙ телен белмәгән балалар үҫкәнен, рухын хәмергә һатҡан иҫерек баштар, тәрбиә алмаған иманһыҙ йәштәр күбәйеү ысынбарлығын күреп әсенгән шаһиттар беҙ.
Ил инәләре һүҙен ишетәбеҙме?Ғәҙәттә, ил-йорт именлеген ил азаматтары, аҡһаҡалдар хәстәр­ләһә, рух ныҡлығын тәьмин итеү, тәрбиә эше – гүзәл заттарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ иңендә. Заман еле арҡаһында яралған хаталарҙы кемгәлер япһарыу, йәштәрҙе тәнҡитләү, ауыр хәлдә ҡалған милләттәшебеҙҙе ҡеүәтләндереү, ярҙам ҡулы һуҙыу урынына игәү йә бөтөнләй юҡҡа сығарып ташлау, халҡыбыҙ көнитмешенә, милли йәшәйешебеҙгә бәйле ауыр­лыҡтарҙа кемдәндер ғәйеп эҙләүҙән, илау-һыҡтауҙан ары китеп ошо юҫыҡта нимә эшләй алабыҙ бөгөн? Күп юғалтыуҙар аша үҙ асылыбыҙҙы табырға һәм тергеҙергә көсөбөҙҙән килерме? Бөгөн милли йөҙөбөҙ, милли рух һәм милли тәрбиә тип әйткәндә нимәне күҙ уңында тотабыҙ һәм ниндәй башланғысҡа, рухи нигеҙҙәргә таяна алабыҙ?
Һәр ниәт ителгән изге эштең аныҡ ҡуйылған маҡсаттары һәм башланғысы булған кеүек, алға әйҙәүсе, йүнәлеш биреүселәре лә булырға тейештер, моғайын.
Тәрбиә, тел, милләт мәсьә­ләләренә ҡағылышлы һорауҙарҙы күтәргән көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы матур заттар – ил инәләре, ағинәйҙәр бар әле әлдә. Милләтебеҙ йөҙөн билдәләйәсәк киләсәк быуынға күкрәк һөтө менән тел ҡотон һеңдерер әсәләр, аҡыл-зиһенгә бай инәй-өләсәйҙәребеҙҙең әйтер һүҙе, беҙгә еткерер васыяттары бар.
Һуңғы өс-дүрт йыл эсендә уларҙың көсө менән халҡыбыҙға борондан хас булған әхлаҡи һәм рухи тәрбиә кеүек ҡиммәттәр сылбыры тергеҙелеп, республикабыҙ төбәктәрендә дәррәү һәм емешле эшләгән ағинәйҙәр ҡоро хаҡында бөгөн әйтер һүҙебеҙ...
Һәм шуны ла өҫтәге килә: уларҙан килгән иман-нурҙы, аҡыл-зиһенде, рухи байлыҡты бөтә күңелебеҙ, йөрәгебеҙ менән ҡабул итеп, үҙ балаларыбыҙ зиһененә лә һеңдереү изге бурысыбыҙ булһын ине...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523