ХХ һәм ХХI быуаттар арауығындағы күсеш ниндәйҙер боролоштар, ҡатмарлылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар, юғалтыуҙар менән бәйле. Йәмғиәттә барған төрлө кире үҙгәрештәр милли үҙбилдәләнеш, рухи тәрбиә, халыҡтың йәшәйеше, ғаилә ҡиммәттәре, быуындар бәйләнеше мәсьәләләренә лә ҡағылмайынса үтмәне. Бының һөҙөмтәләре милли асылыбыҙҙы эҙләргә, рухи үҫешебеҙҙе нығытырға, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе барлауға этәрҙе.Ата – улды, әсә ҡыҙҙы танымай башлағанын, үҙ телен белмәгән балалар үҫкәнен, рухын хәмергә һатҡан иҫерек баштар, тәрбиә алмаған иманһыҙ йәштәр күбәйеү ысынбарлығын күреп әсенгән шаһиттар беҙ.
Ғәҙәттә, ил-йорт именлеген ил азаматтары, аҡһаҡалдар хәстәрләһә, рух ныҡлығын тәьмин итеү, тәрбиә эше – гүзәл заттарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ иңендә. Заман еле арҡаһында яралған хаталарҙы кемгәлер япһарыу, йәштәрҙе тәнҡитләү, ауыр хәлдә ҡалған милләттәшебеҙҙе ҡеүәтләндереү, ярҙам ҡулы һуҙыу урынына игәү йә бөтөнләй юҡҡа сығарып ташлау, халҡыбыҙ көнитмешенә, милли йәшәйешебеҙгә бәйле ауырлыҡтарҙа кемдәндер ғәйеп эҙләүҙән, илау-һыҡтауҙан ары китеп ошо юҫыҡта нимә эшләй алабыҙ бөгөн? Күп юғалтыуҙар аша үҙ асылыбыҙҙы табырға һәм тергеҙергә көсөбөҙҙән килерме? Бөгөн милли йөҙөбөҙ, милли рух һәм милли тәрбиә тип әйткәндә нимәне күҙ уңында тотабыҙ һәм ниндәй башланғысҡа, рухи нигеҙҙәргә таяна алабыҙ?
Һәр ниәт ителгән изге эштең аныҡ ҡуйылған маҡсаттары һәм башланғысы булған кеүек, алға әйҙәүсе, йүнәлеш биреүселәре лә булырға тейештер, моғайын.
Тәрбиә, тел, милләт мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарҙы күтәргән көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы матур заттар – ил инәләре, ағинәйҙәр бар әле әлдә. Милләтебеҙ йөҙөн билдәләйәсәк киләсәк быуынға күкрәк һөтө менән тел ҡотон һеңдерер әсәләр, аҡыл-зиһенгә бай инәй-өләсәйҙәребеҙҙең әйтер һүҙе, беҙгә еткерер васыяттары бар.
Һуңғы өс-дүрт йыл эсендә уларҙың көсө менән халҡыбыҙға борондан хас булған әхлаҡи һәм рухи тәрбиә кеүек ҡиммәттәр сылбыры тергеҙелеп, республикабыҙ төбәктәрендә дәррәү һәм емешле эшләгән ағинәйҙәр ҡоро хаҡында бөгөн әйтер һүҙебеҙ...
Һәм шуны ла өҫтәге килә: уларҙан килгән иман-нурҙы, аҡыл-зиһенде, рухи байлыҡты бөтә күңелебеҙ, йөрәгебеҙ менән ҡабул итеп, үҙ балаларыбыҙ зиһененә лә һеңдереү изге бурысыбыҙ булһын ине...