Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Автоджой энджой” хужаһы Диана
“Автоджой энджой”  хужаһы Диана Әсәһенең өйҙә автомобиль менән бәйле запас частар, капот, двигатель менән булышыуын бала саҡтан күреп үҫә ҡыҙ һәм бай тормош тәжрибәһе туплай. Шуға ла күптән күңеле тартҡан һөнәргә тотоноу уға әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Киреһенсә, теләгән шөғөлөн башлау дәрт-дарман уята. Һүҙем – “Автоджой Энджой” запас час­тар магазины етәксеһе Диана АҘНАБАЕВА тураһында.


“Автостат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа илдә автомобилдәр һаны бик йылдам арта. Үҙ сиратында “тимер ат”ты йүнәтеүселәр ҙә күбәйә. “Автоджой Энджой” магазины Корея автомо­билдәренә запчастар һатыу менән шөғөлләнә.
Дианаға ғүмерен сауҙа өлкәһенә арнауына әсәһе Клара йоғонто яһай. Ул ошо эште башлап ебәрә лә инде. Диана Аҙнабаева һөйлә­үенсә, 70-се йылдарҙа Клара ханым Үзбәкстанға китеп, шунда төпләнә, кейәүгә сыға, өс балаға ғүмер бирә. Тик 90-сы йылдарҙағы үҙгәрештәр уларҙы ла урап үтмәй. 1996 йылда балалары менән Башҡортостанға ҡайта. Алыпһатарлыҡҡа тотона: “Daewoо Neхia” маркалы машинаны Үзбәкстанда уҡ һата башлай, яйлап алмашҡа деталдәр һатыуға ла күсәләр.
“Джой Энджой” инглиз теленән шатлыҡ өләшеү тигәнде аңлата. Бөгөн “Дэу Нексия” менән бер рәттән “Киа”, “Хундай“ автомобил­дәренә лә запчастар һатыла. Магазин тауарҙарҙың төрлөлөгө менән айырыла.
– Эшемде бик яратам. Автомобиль деталдәре йыш ҡына төш­тәремә инә. Деталдәрҙе Кореянан барып алабыҙ. Магазины­быҙҙың баш ҡалала тағы ла бер филиалы бар. Уға бер туған апайым Дилара етәкселек итә. Ҡустыбыҙ Рушан — автосервис хужаһы. Әйткәндәй, сервисҡа механиктар, слесарҙар эҙләйбеҙ, – тип һөйләй Диана эше тураһында.
Рулгә Диана 18 йәшендә ултыра. Ике юғары белеме бар. Иҡтисадсы һәм юрист һөнәрҙәре эшендә ярҙам итә.
Ир-егет эшен алып барһа ла, Диана — өйөндә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре 16 йәшлек Азат — хәҙер инде сауҙала терәк-таяныс. Буш ваҡыттарында тегеү-сигеү эштәре менән дә булышырға ярата.
– Дизайн менән дә ҡыҙыҡһынам. Әсәйемдең, туғандарымдың аш бүлмәләрен үҙемдең дизайн буйынса йыһазландырҙым. Төрлө ҡул эштәре менән дә шөғөлләнәм. Һәр хәлдә, яратҡан эшем, һөнәрҙәрем булыуы менән бәхетлемен, – ти Диана Аҙнабаева.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521