Әсәһенең өйҙә автомобиль менән бәйле запас частар, капот, двигатель менән булышыуын бала саҡтан күреп үҫә ҡыҙ һәм бай тормош тәжрибәһе туплай. Шуға ла күптән күңеле тартҡан һөнәргә тотоноу уға әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Киреһенсә, теләгән шөғөлөн башлау дәрт-дарман уята. Һүҙем – “Автоджой Энджой” запас частар магазины етәксеһе Диана АҘНАБАЕВА тураһында.“Автостат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа илдә автомобилдәр һаны бик йылдам арта. Үҙ сиратында “тимер ат”ты йүнәтеүселәр ҙә күбәйә. “Автоджой Энджой” магазины Корея автомобилдәренә запчастар һатыу менән шөғөлләнә.
Дианаға ғүмерен сауҙа өлкәһенә арнауына әсәһе Клара йоғонто яһай. Ул ошо эште башлап ебәрә лә инде. Диана Аҙнабаева һөйләүенсә, 70-се йылдарҙа Клара ханым Үзбәкстанға китеп, шунда төпләнә, кейәүгә сыға, өс балаға ғүмер бирә. Тик 90-сы йылдарҙағы үҙгәрештәр уларҙы ла урап үтмәй. 1996 йылда балалары менән Башҡортостанға ҡайта. Алыпһатарлыҡҡа тотона: “Daewoо Neхia” маркалы машинаны Үзбәкстанда уҡ һата башлай, яйлап алмашҡа деталдәр һатыуға ла күсәләр.
“Джой Энджой” инглиз теленән шатлыҡ өләшеү тигәнде аңлата. Бөгөн “Дэу Нексия” менән бер рәттән “Киа”, “Хундай“ автомобилдәренә лә запчастар һатыла. Магазин тауарҙарҙың төрлөлөгө менән айырыла.
– Эшемде бик яратам. Автомобиль деталдәре йыш ҡына төштәремә инә. Деталдәрҙе Кореянан барып алабыҙ. Магазиныбыҙҙың баш ҡалала тағы ла бер филиалы бар. Уға бер туған апайым Дилара етәкселек итә. Ҡустыбыҙ Рушан — автосервис хужаһы. Әйткәндәй, сервисҡа механиктар, слесарҙар эҙләйбеҙ, – тип һөйләй Диана эше тураһында.
Рулгә Диана 18 йәшендә ултыра. Ике юғары белеме бар. Иҡтисадсы һәм юрист һөнәрҙәре эшендә ярҙам итә.
Ир-егет эшен алып барһа ла, Диана — өйөндә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре 16 йәшлек Азат — хәҙер инде сауҙала терәк-таяныс. Буш ваҡыттарында тегеү-сигеү эштәре менән дә булышырға ярата.
– Дизайн менән дә ҡыҙыҡһынам. Әсәйемдең, туғандарымдың аш бүлмәләрен үҙемдең дизайн буйынса йыһазландырҙым. Төрлө ҡул эштәре менән дә шөғөлләнәм. Һәр хәлдә, яратҡан эшем, һөнәрҙәрем булыуы менән бәхетлемен, – ти Диана Аҙнабаева.