Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һатыла, һатылмай...
Һатыла, һатылмай... Үткән аҙнала “Башнефть” компанияһының “Өфөнефтехим” филиалында нефть эшкәртеү тармағының тарихын сағылдырған музей асылды. Экспозициялар менән тәүгеләрҙән булып республика Башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Төбәк етәксеһе объекттың айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләне. “Нефть эшкәртеү заводын төҙөү идеяһын тәүгеләрҙән булып республика Хөкүмәте күтәреп сыҡҡан. Мин был хаҡта хәбәрҙар түгел инем. Башланғыс Союз идаралығынан килгән тип уйлай торғайным. Төҙөлөш тураһындағы ҡарарҙы урындағы Хөкүмәт ҡабул иткән икән, “Башнефть” элек-электән республи­каныҡы, башҡорт предприятиеһы булып сыға”, – тине ул.

Бындай мәғлүмәт “Башнефть” өҫтөндә болоттар ҡуйырған мәлдә үтә мөһим. Әлбиттә, һуңғы бер-ике аҙна эсендә ваҡиғалар бер аҙ тынып торғандай. Әле Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың күрһәтмәһе нигеҙендә “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтен хосусилаштырыу билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатылып торҙо. Үҙәк мәғлүмәт сараларында билдәләнеүенсә, ил етәксе­легенең ҡарарына Башҡортостан Башлығының мөрәжәғәте ҙур йоғонто яһаған. Рөстәм Хәмитов быға тиклем дә көрсөк осоронда республика һәм Рәсәйҙең ҡеүәтле энергетика предприятиеһын һатыуға сығарыуҙы бик үк дөрөҫ булмаған аҙым тип баһалағайны. Кремлдә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалдылар, тип билдәләй политологтар.
Был осраҡта сәйәси сараның республика тормошонда нисегерәк сағылырын тәфсирләп тороу артыҡ, әлбиттә. Әле акцияларҙың 25 проценты Башҡортостан ҡарамағында. Яртыһынан күбеһенә Рәсәйҙең Ер мөнәсәбәттәре һәм мөлкәт министрлығы идара итә, миноритарийҙар иҫәбендә лә бер ни тиклем ҡиммәтле ҡағыҙҙар бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Башнефть” Башҡортостан ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп предприятиеларҙың береһе һанала. Уның эшмәкәрлегенән килгән табыш байтаҡ социаль програм­маларҙы, спортты финанслауға тотонола. Шуға ла республика Башлығының әлеге аҙымын тәү сиратта республика, халыҡ мәнфәғәтен яҡлау сараһы тип аңларға кәрәк. Сөнки дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһы нигеҙендә федераль пакет шәхси ҡулдарға күсә ҡалһа, Башҡорт­остандың артабан да диви­дендтарға, хәйриә ярҙамына өмөт итә алырын берәү ҙә гарантиялай алмай. Ә бындай килешеүһеҙ хосусилаштырыуға сығыу тәү сиратта урындағы ҡаҙна өсөн хәүефле. Был – бер.
Икенсенән, республика етәксеһе билдәләүенсә, хосусилаштырыу үҙмаҡсат булырға тейеш түгел. Ниндәй генә осраҡта ла төп бурыс – ил ҡаҙнаһын тулыландырыу. “Тормош бит аҡса һәм ҡаҙна менән генә сикләнмәй. Компания урынлашҡан биләмәнең, бында эшләгән эшселәрҙең дә кәйефен, мәнфәғәтен иҫәпкә алыу шарт. Халыҡ фекере тигән нәмә лә бар. Йыл ярым элек “Башнефть”кә дәүләт милке тигән статустың ҡабаттан ҡайтарылыуын республикала йәшәгәндәр ыңғай ҡабул иткәйне. Был да бит мөһим фактор. Быны ла күҙ уңында тотоу зарур”, – тигәйне Рөстәм Хәмитов үҙенең сираттағы бер интервьюһында. Бынан тыш, предприятиеның артабанғы эшмә­кәрлегенә бәйле һорауҙар ҙа асыҡ ҡала. Шул уҡ техник, технологик мәсьәләләр, тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы кәмсе­лектәр. Республика Хөкүмәтендә билдә­ләү­ҙәренсә, әлегәсә был хаҡта һөйлә­шеүҙәр алып барылмаған. Һорашыусы, кәңәш итеүсе лә булмаған. Хас теге әкиәттәге ише кеүек килеп сыға түгелме был: ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...
Әйткәндәй, етәкселек компанияны иҡтисади көрсөк һәм нефткә хаҡтарҙың түбәнәйеүе шарттарында хосусилаш­тырырға теләүҙәрен дә, иҡтисади күҙлектән сығып баһалағанда, хәүефле аҙым тип һанай. Тимәк, көтөргә кәрәк. Тик был заманалар яҡшыға үҙгәреү менән акцияларҙы һатыуға сығарасаҡтар тигән һүҙ түгел. Республика етәкселеге уның эҙемтәһен аңлап тора. Шуға ла әлегә төп бурыс – нисек тә иҡтисади локомотивты һаҡлап ҡалыу.
Ғөмүмән, “Башнефть”тең республика өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын күҙаллау өсөн компанияның бер нисә проектына күҙ һалыу ҙа етә. Әлеге көндә йәмғиәт срогы сыҡҡан таҙартыу ҡорол­маларын замансаларға, күпкә нәтижә­лерәктәргә алмаштыра. Проектты финанслау күләме – 6 миллиард һумдан ашыу. Яҡын арала әкрен кокслау ҡоролмаһын төҙөй башлаясаҡтар, был иһә нефть ятҡылыҡтарын күпкә тәрәнәйтеү мөмкин­леген бирәсәк. Нефть химияһы, химия йүнәлешендәге үҫеш тә ҡыуандыра. “Башнефть” составына ингән “Өфөоргсинтез” предприятиеһының инвестиция програм­маһы ғына 100 миллиард һумға иҫәп­ләнгән. Киләсәктә бында ла яңы производстволар барлыҡҡа киләсәк. Былар компания тормошҡа ашырған проекттарҙың бер нисәһе генә, ысынбарлыҡта иһә улар тиҫтәләгән. Дивидендтарға килгәндә, компанияның 2015 йылдағы эш һөҙөм­тәләре буйынса республика ҡаҙнаһына 7,2 миллиард һум инде­релеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ябай һүҙ менән әйткәндә, был уҡытыусыларҙың, табип­тарҙың, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, тиҫтәләгән яңы социаль объект. Һуңғы ваҡытта республика Хөкүмәте төҙөлөш буйынса ла ҙур программа әҙерләй. Был респуб­ликаның 100 йыллы­ғына ла, ике йылдан Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарына ла, 2020 йылда ойоштороласаҡ Фольклориадаға ла бәйле. Тантаналар уңайынан Башҡортостанда дауаханалар, белем усаҡтары һәм башҡа социаль объекттар сафҡа инәсәк тип күҙаллана. Етәкселек белдереүенсә, әлеге диви­денд­тарҙың бер өлөшө нәҡ ошо маҡсатҡа тото­ноласаҡ та инде. Ғөмүмән, Башҡортостан компанияның акционеры булғанға күрә республика ярайһы уҡ ҙур ресурстарға эйә. “Башнефть” спорт командаларына ла ҙур ярҙам күрһәтә. Республикабыҙҙағы нефть сығарылған муниципалитеттарға ла хәйриә ярҙамы күләме аҙ түгел – дүрт миллиард һумға яҡын. “Башнефть” республика бюджетына түләгән һалым күләме 20 миллиард һумдан ашыу. Тимәк, йәмғеһе 32-35 миллиард һум тураһында һүҙ бара. Был йыйылма бюджетыбыҙҙың сирек өлөшөнән күберәген тәшкил итә. Республика ошо аҡсанан мәхрүм ҡалһа, нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523