Үткән аҙнала “Башнефть” компанияһының “Өфөнефтехим” филиалында нефть эшкәртеү тармағының тарихын сағылдырған музей асылды. Экспозициялар менән тәүгеләрҙән булып республика Башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Төбәк етәксеһе объекттың айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләне. “Нефть эшкәртеү заводын төҙөү идеяһын тәүгеләрҙән булып республика Хөкүмәте күтәреп сыҡҡан. Мин был хаҡта хәбәрҙар түгел инем. Башланғыс Союз идаралығынан килгән тип уйлай торғайным. Төҙөлөш тураһындағы ҡарарҙы урындағы Хөкүмәт ҡабул иткән икән, “Башнефть” элек-электән республиканыҡы, башҡорт предприятиеһы булып сыға”, – тине ул.
Бындай мәғлүмәт “Башнефть” өҫтөндә болоттар ҡуйырған мәлдә үтә мөһим. Әлбиттә, һуңғы бер-ике аҙна эсендә ваҡиғалар бер аҙ тынып торғандай. Әле Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың күрһәтмәһе нигеҙендә “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтен хосусилаштырыу билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатылып торҙо. Үҙәк мәғлүмәт сараларында билдәләнеүенсә, ил етәкселегенең ҡарарына Башҡортостан Башлығының мөрәжәғәте ҙур йоғонто яһаған. Рөстәм Хәмитов быға тиклем дә көрсөк осоронда республика һәм Рәсәйҙең ҡеүәтле энергетика предприятиеһын һатыуға сығарыуҙы бик үк дөрөҫ булмаған аҙым тип баһалағайны. Кремлдә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалдылар, тип билдәләй политологтар.
Был осраҡта сәйәси сараның республика тормошонда нисегерәк сағылырын тәфсирләп тороу артыҡ, әлбиттә. Әле акцияларҙың 25 проценты Башҡортостан ҡарамағында. Яртыһынан күбеһенә Рәсәйҙең Ер мөнәсәбәттәре һәм мөлкәт министрлығы идара итә, миноритарийҙар иҫәбендә лә бер ни тиклем ҡиммәтле ҡағыҙҙар бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Башнефть” Башҡортостан ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп предприятиеларҙың береһе һанала. Уның эшмәкәрлегенән килгән табыш байтаҡ социаль программаларҙы, спортты финанслауға тотонола. Шуға ла республика Башлығының әлеге аҙымын тәү сиратта республика, халыҡ мәнфәғәтен яҡлау сараһы тип аңларға кәрәк. Сөнки дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһы нигеҙендә федераль пакет шәхси ҡулдарға күсә ҡалһа, Башҡортостандың артабан да дивидендтарға, хәйриә ярҙамына өмөт итә алырын берәү ҙә гарантиялай алмай. Ә бындай килешеүһеҙ хосусилаштырыуға сығыу тәү сиратта урындағы ҡаҙна өсөн хәүефле. Был – бер.
Икенсенән, республика етәксеһе билдәләүенсә, хосусилаштырыу үҙмаҡсат булырға тейеш түгел. Ниндәй генә осраҡта ла төп бурыс – ил ҡаҙнаһын тулыландырыу. “Тормош бит аҡса һәм ҡаҙна менән генә сикләнмәй. Компания урынлашҡан биләмәнең, бында эшләгән эшселәрҙең дә кәйефен, мәнфәғәтен иҫәпкә алыу шарт. Халыҡ фекере тигән нәмә лә бар. Йыл ярым элек “Башнефть”кә дәүләт милке тигән статустың ҡабаттан ҡайтарылыуын республикала йәшәгәндәр ыңғай ҡабул иткәйне. Был да бит мөһим фактор. Быны ла күҙ уңында тотоу зарур”, – тигәйне Рөстәм Хәмитов үҙенең сираттағы бер интервьюһында. Бынан тыш, предприятиеның артабанғы эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙар ҙа асыҡ ҡала. Шул уҡ техник, технологик мәсьәләләр, тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы кәмселектәр. Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, әлегәсә был хаҡта һөйләшеүҙәр алып барылмаған. Һорашыусы, кәңәш итеүсе лә булмаған. Хас теге әкиәттәге ише кеүек килеп сыға түгелме был: ите – уларға, һөйәге – беҙҙекеләргә...
Әйткәндәй, етәкселек компанияны иҡтисади көрсөк һәм нефткә хаҡтарҙың түбәнәйеүе шарттарында хосусилаштырырға теләүҙәрен дә, иҡтисади күҙлектән сығып баһалағанда, хәүефле аҙым тип һанай. Тимәк, көтөргә кәрәк. Тик был заманалар яҡшыға үҙгәреү менән акцияларҙы һатыуға сығарасаҡтар тигән һүҙ түгел. Республика етәкселеге уның эҙемтәһен аңлап тора. Шуға ла әлегә төп бурыс – нисек тә иҡтисади локомотивты һаҡлап ҡалыу.
Ғөмүмән, “Башнефть”тең республика өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын күҙаллау өсөн компанияның бер нисә проектына күҙ һалыу ҙа етә. Әлеге көндә йәмғиәт срогы сыҡҡан таҙартыу ҡоролмаларын замансаларға, күпкә нәтижәлерәктәргә алмаштыра. Проектты финанслау күләме – 6 миллиард һумдан ашыу. Яҡын арала әкрен кокслау ҡоролмаһын төҙөй башлаясаҡтар, был иһә нефть ятҡылыҡтарын күпкә тәрәнәйтеү мөмкинлеген бирәсәк. Нефть химияһы, химия йүнәлешендәге үҫеш тә ҡыуандыра. “Башнефть” составына ингән “Өфөоргсинтез” предприятиеһының инвестиция программаһы ғына 100 миллиард һумға иҫәпләнгән. Киләсәктә бында ла яңы производстволар барлыҡҡа киләсәк. Былар компания тормошҡа ашырған проекттарҙың бер нисәһе генә, ысынбарлыҡта иһә улар тиҫтәләгән. Дивидендтарға килгәндә, компанияның 2015 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса республика ҡаҙнаһына 7,2 миллиард һум индерелеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ябай һүҙ менән әйткәндә, был уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, тиҫтәләгән яңы социаль объект. Һуңғы ваҡытта республика Хөкүмәте төҙөлөш буйынса ла ҙур программа әҙерләй. Был республиканың 100 йыллығына ла, ике йылдан Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарына ла, 2020 йылда ойоштороласаҡ Фольклориадаға ла бәйле. Тантаналар уңайынан Башҡортостанда дауаханалар, белем усаҡтары һәм башҡа социаль объекттар сафҡа инәсәк тип күҙаллана. Етәкселек белдереүенсә, әлеге дивидендтарҙың бер өлөшө нәҡ ошо маҡсатҡа тотоноласаҡ та инде. Ғөмүмән, Башҡортостан компанияның акционеры булғанға күрә республика ярайһы уҡ ҙур ресурстарға эйә. “Башнефть” спорт командаларына ла ҙур ярҙам күрһәтә. Республикабыҙҙағы нефть сығарылған муниципалитеттарға ла хәйриә ярҙамы күләме аҙ түгел – дүрт миллиард һумға яҡын. “Башнефть” республика бюджетына түләгән һалым күләме 20 миллиард һумдан ашыу. Тимәк, йәмғеһе 32-35 миллиард һум тураһында һүҙ бара. Был йыйылма бюджетыбыҙҙың сирек өлөшөнән күберәген тәшкил итә. Республика ошо аҡсанан мәхрүм ҡалһа, нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...