Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мысыр тауығын аҫраһаң – оторһоң
Мысыр тауығын аҫраһаң – оторһоң Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ҡошсолоҡҡа өҫтөнлөк биреүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Шуны ла әйтергә кәрәк: һуңғы йылдарҙа беҙҙең халыҡта ғәҙәти һаналған күркә, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ менән бер рәттән бүҙәнә, мысыр тауығы (цесарка) тотоусылар ҙа арта. Индоутка, фазанға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә осрай. Был сығарылышта цесарка тураһында һөйләмәксебеҙ. Бик теремек ҡошто тотор өсөн таулы урындарҙан да уңайлыһы юҡтыр. Ауыл ситендә йәшәүселәр ҙә ота, сөнки мысыр тауыҡтары иркенлекте ярата, тик тормай.
Цесаркаларҙы хужалыҡта тауыҡтар, күркәләр менән бергә аҫраһаң да була, тиҙ “уртаҡ тел” табалар. Уларҙы үрсетергә ҡарар итеп, эшен башлап тороусыларға тоҡомло ҡоштарҙы көҙ алырға тәҡдим итер инек. Яҙ миҙгеле был йүнәлеш өсөн ауырыраҡ. Һәр ҡоштоң үҙенсәлеге булған һымаҡ, цесарканыҡы ла бар. Себештәрҙе түгел, ҙурҙарын тотоу был эште күпкә еңелләштерә. Әйткәндәй, тәжрибәһеҙ кешегә цесарканың әтәсен айырыуы ҡыйын. Шулай ҙа яйлап уның башҡаларға ҡарағанда ауырыраҡ, суҡышы киңерәк икәнен аңлайһың. Тауышы ла көрөрәк, үҙәккә үтерлек сыға.
Аҫрар өсөн көҙөн цесарка һайлағанда, уның июндән дә һуң сыҡмағанына иғтибар итергә кәрәк. Ундайҙар үҫеп етеп, тоҡомға һайлап алырлыҡ була. Тән төҙөлөшө матур, етеш булырға тейеш. Цесарканы, ғәҙәттә, өс миҙгел тоталар. Был сағында ул яҡшы, сифатлы йомортҡа һала, ауырыуҙарға бирешеп бармай.
Ҡоштар ете айлыҡ сағында йомортҡа һала башлай. Йо­морт­ҡалары тауыҡтыҡынан бәләкә­йерәк – 40-45 грамм. Ләкин А, Д, Е һәм В төркөмөнә ингән витаминдар буйынса күпкә өҫтөнөрәк. Хатта ике тапҡырға. Цесарка, тө­рөнә ҡарап, йылына 80 – 110 йо­мортҡа һала. Тик ҡоштарҙың бик аҙы оя баҫып, себештәрен сығара. Шуға ла цесарка йомортҡаларын тауыҡ аҫтына йә иһә инкубаторға ҡуялар. Себештәргә тәүге көндән үк тауыҡ йомортҡаһы бирәләр. Ҡайһы бер хужа балыҡ, һөйәк оно ла өҫтәй. Яйлап аҙыҡҡа үлән, картуф, кишер бутап бирә башлайҙар, ҡатнаш аҙыҡ өҫтәйҙәр. Ҡоштарҙы 60 көнлөк булғансы көнөнә биш тапҡыр ашаталар. Һуңынан өс-дүрт тапҡырға күсәләр.
Себештәрҙе тәүге көндәрендә дымлы урындан, үткен елдәрҙән һаҡларға кәрәк. Шуға ла торлаҡ­тарында йылылыҡты 35 градустан да төшөрмәй тоталар. Ҡоштар үҫә барған һайын температураны ла төшөрә баралар.
Бүлмәлә дымлылыҡ 65-70 проценттан артмаҫҡа тейеш. Һауа температураһы юғары булһа, себештәрҙең хәле бөтә, күп һыу эсәләр, аҙ ашайҙар. Тейешленән түбән булһа, улар бер ергә өйө­лөшә. Ике айлыҡҡа еткәс, себеш­тәрҙе тышҡа сығара башлайҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521