Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ҡошсолоҡҡа өҫтөнлөк биреүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Шуны ла әйтергә кәрәк: һуңғы йылдарҙа беҙҙең халыҡта ғәҙәти һаналған күркә, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ менән бер рәттән бүҙәнә, мысыр тауығы (цесарка) тотоусылар ҙа арта. Индоутка, фазанға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә осрай. Был сығарылышта цесарка тураһында һөйләмәксебеҙ. Бик теремек ҡошто тотор өсөн таулы урындарҙан да уңайлыһы юҡтыр. Ауыл ситендә йәшәүселәр ҙә ота, сөнки мысыр тауыҡтары иркенлекте ярата, тик тормай. Цесаркаларҙы хужалыҡта тауыҡтар, күркәләр менән бергә аҫраһаң да була, тиҙ “уртаҡ тел” табалар. Уларҙы үрсетергә ҡарар итеп, эшен башлап тороусыларға тоҡомло ҡоштарҙы көҙ алырға тәҡдим итер инек. Яҙ миҙгеле был йүнәлеш өсөн ауырыраҡ. Һәр ҡоштоң үҙенсәлеге булған һымаҡ, цесарканыҡы ла бар. Себештәрҙе түгел, ҙурҙарын тотоу был эште күпкә еңелләштерә. Әйткәндәй, тәжрибәһеҙ кешегә цесарканың әтәсен айырыуы ҡыйын. Шулай ҙа яйлап уның башҡаларға ҡарағанда ауырыраҡ, суҡышы киңерәк икәнен аңлайһың. Тауышы ла көрөрәк, үҙәккә үтерлек сыға.
Аҫрар өсөн көҙөн цесарка һайлағанда, уның июндән дә һуң сыҡмағанына иғтибар итергә кәрәк. Ундайҙар үҫеп етеп, тоҡомға һайлап алырлыҡ була. Тән төҙөлөшө матур, етеш булырға тейеш. Цесарканы, ғәҙәттә, өс миҙгел тоталар. Был сағында ул яҡшы, сифатлы йомортҡа һала, ауырыуҙарға бирешеп бармай.
Ҡоштар ете айлыҡ сағында йомортҡа һала башлай. Йомортҡалары тауыҡтыҡынан бәләкәйерәк – 40-45 грамм. Ләкин А, Д, Е һәм В төркөмөнә ингән витаминдар буйынса күпкә өҫтөнөрәк. Хатта ике тапҡырға. Цесарка, төрөнә ҡарап, йылына 80 – 110 йомортҡа һала. Тик ҡоштарҙың бик аҙы оя баҫып, себештәрен сығара. Шуға ла цесарка йомортҡаларын тауыҡ аҫтына йә иһә инкубаторға ҡуялар. Себештәргә тәүге көндән үк тауыҡ йомортҡаһы бирәләр. Ҡайһы бер хужа балыҡ, һөйәк оно ла өҫтәй. Яйлап аҙыҡҡа үлән, картуф, кишер бутап бирә башлайҙар, ҡатнаш аҙыҡ өҫтәйҙәр. Ҡоштарҙы 60 көнлөк булғансы көнөнә биш тапҡыр ашаталар. Һуңынан өс-дүрт тапҡырға күсәләр.
Себештәрҙе тәүге көндәрендә дымлы урындан, үткен елдәрҙән һаҡларға кәрәк. Шуға ла торлаҡтарында йылылыҡты 35 градустан да төшөрмәй тоталар. Ҡоштар үҫә барған һайын температураны ла төшөрә баралар.
Бүлмәлә дымлылыҡ 65-70 проценттан артмаҫҡа тейеш. Һауа температураһы юғары булһа, себештәрҙең хәле бөтә, күп һыу эсәләр, аҙ ашайҙар. Тейешленән түбән булһа, улар бер ергә өйөлөшә. Ике айлыҡҡа еткәс, себештәрҙе тышҡа сығара башлайҙар.