Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәш саҡтар һағындыра
Уҙған быуаттың 70 – 90-сы йылдары кино үҫешендә иң уңышлы осор булды. Тулайым килем икеләтә үтәлә ине, алдынғы урындар алдыҡ, вымпелдарға эйә булдыҡ, төбәк-ара ярыштарҙа еңдек. Райондың кино системаһында оҙаҡ йылдар яҡшы эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә яҙып бөтөү мөмкин түгел, уларҙың һәр береһе – дөйөм уңышҡа тос өлөш индергән кешеләр. Шуларҙың бер нисәһе хаҡында һүҙем.


Мин унда эшкә килгәндә Винер Суфьянов директор ине. Күркәм ҡиәфәтле, ғәҙеллекте яратыусы, ҡул аҫтындағыларға итәғәтле һәм ярҙамсыл, талапсан, үҙ эшен һәйбәт белгән шәхес булып хәтеремдә ҡалды. Һуңынан кинопрокатҡа директор итеп күсерҙеләр. Бер аҙ мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләп алғас, ҡабат яратҡан эшенә – кинопрокатҡа ҡайтты. Хаҡлы ялға ла шунан сыҡты.
Бухгалтер Мәрйәм Исхаҡова бер урында 35 йыл эшләне. Кассир Ротифа Мөхәмәтнурова ла хаҡлы ялға сыҡҡансы бер урында хеҙмәт итте.
Зөһрә Әхмәтова хаҡында ла айырым әйткем килә. Ул “Урал” кинотеатрында киномеханик булып эш башлай, һуңғараҡ методист булып китә. Ул эшләгән дәүерҙә кино селтәре системаһында һәр төрлө саралар үткәрелә, балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙә тематик фильмдар күрһәтеү яйға һалына. Төп эшенән тыш, Зөһрә Айрат ҡыҙы 20 йылдан ашыу профсоюз комитеты рәйесе булды, ҙур яуаплылыҡ менән йәмәғәт эшен башҡарҙы.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, киноға иғтибар кәмене: ҡорамалдар иҫкерҙе, яңыртылмай башланы, бәләкәйерәк ауылдарҙа кино күрһәтеү туҡтатылды.
Быйыл Кино йылына арналған саралар үткә­релеүе, элекке хеҙмәткәрҙәргә хөрмәт күрһәтелеүе күңелгә бер аҙ йылылыҡ өҫтәй. Шундай сараларҙың береһе район мәҙәниәт йортонда ла үтте. Ошо тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләгән ветерандарға – Абзайҙан Р. Ғи­ма­ҙиевҡа, Түбәнге Ҡыйғынан Ф. Ҡыя­моваға, Арыҫ­ландан Ш. Мәхмүтовҡа, Үрге Ҡыйғынан Р. Сәй­фуллинаға, М. Хәлимовҡа, З. Хәй­руллинаға, Р. Сәхә­үетдиновҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523