Йәш саҡтар һағындыра31.08.2016
Уҙған быуаттың 70 – 90-сы йылдары кино үҫешендә иң уңышлы осор булды. Тулайым килем икеләтә үтәлә ине, алдынғы урындар алдыҡ, вымпелдарға эйә булдыҡ, төбәк-ара ярыштарҙа еңдек. Райондың кино системаһында оҙаҡ йылдар яҡшы эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә яҙып бөтөү мөмкин түгел, уларҙың һәр береһе – дөйөм уңышҡа тос өлөш индергән кешеләр. Шуларҙың бер нисәһе хаҡында һүҙем.
Мин унда эшкә килгәндә Винер Суфьянов директор ине. Күркәм ҡиәфәтле, ғәҙеллекте яратыусы, ҡул аҫтындағыларға итәғәтле һәм ярҙамсыл, талапсан, үҙ эшен һәйбәт белгән шәхес булып хәтеремдә ҡалды. Һуңынан кинопрокатҡа директор итеп күсерҙеләр. Бер аҙ мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләп алғас, ҡабат яратҡан эшенә – кинопрокатҡа ҡайтты. Хаҡлы ялға ла шунан сыҡты.
Бухгалтер Мәрйәм Исхаҡова бер урында 35 йыл эшләне. Кассир Ротифа Мөхәмәтнурова ла хаҡлы ялға сыҡҡансы бер урында хеҙмәт итте.
Зөһрә Әхмәтова хаҡында ла айырым әйткем килә. Ул “Урал” кинотеатрында киномеханик булып эш башлай, һуңғараҡ методист булып китә. Ул эшләгән дәүерҙә кино селтәре системаһында һәр төрлө саралар үткәрелә, балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙә тематик фильмдар күрһәтеү яйға һалына. Төп эшенән тыш, Зөһрә Айрат ҡыҙы 20 йылдан ашыу профсоюз комитеты рәйесе булды, ҙур яуаплылыҡ менән йәмәғәт эшен башҡарҙы.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, киноға иғтибар кәмене: ҡорамалдар иҫкерҙе, яңыртылмай башланы, бәләкәйерәк ауылдарҙа кино күрһәтеү туҡтатылды.
Быйыл Кино йылына арналған саралар үткәрелеүе, элекке хеҙмәткәрҙәргә хөрмәт күрһәтелеүе күңелгә бер аҙ йылылыҡ өҫтәй. Шундай сараларҙың береһе район мәҙәниәт йортонда ла үтте. Ошо тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләгән ветерандарға – Абзайҙан Р. Ғимаҙиевҡа, Түбәнге Ҡыйғынан Ф. Ҡыямоваға, Арыҫландан Ш. Мәхмүтовҡа, Үрге Ҡыйғынан Р. Сәйфуллинаға, М. Хәлимовҡа, З. Хәйруллинаға, Р. Сәхәүетдиновҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.