Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡсаттарына хыянат итмәйҙәр
Маҡсаттарына хыянат итмәйҙәр Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йәштәре Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаяндар һәм отҡорҙар фестиваленең сираттағы уйынын ойошторҙо. Ул Рәсәй киноһы йылына арналды.

“Йәйге кубок-2016” тип аталған I тө­бәк-ара башҡорт КВН-ы уйынында еңеү яулау өсөн өс команда һынау тотто: Сибай ҡала­һынан “Еңмештәр”, Бөрө ҡала­һынан “Ҡол-Дәүләт малайы” һәм Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар – “ҠАҘИИТУ” командаһы.
Һәр команда үҙенсә­лекле ине. Сибай ҡалаһы “Еңмештәр”е башҡортса шаяндар һәм отҡорҙар уйынын яратҡан аудиторияға яҡшы та­ныш. Уларҙың шаян сы­ғыштарын Урал аръяғында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә яратып ҡарайҙар. Бер миҙгел ял итеп алғандан һуң, егеттәр яңы көс менән киләһе үрҙәргә ынтыла.
Ә бына Бөрө районынан Рәсүл Ҡолдәүләтов бер үҙе бер команда булараҡ сығыш яһаны. Шаяндар һәм отҡорҙар уйынында Рәсүл бишенсе йыл рәттән ҡатнаша. Һуңғы арала бик популяр булып киткән “Stand up” форматы күптәргә оҡшай. Әйтә­йек, яңғыҙың тотош залдың иғтибарын яулап тота белеү еңелдәрҙән түгел. Шулай бу­лыуға ҡарамаҫтан, бер кешенән торған командалар күбәйә бара.
Ҡаҙағстан командаһының башҡорт сәхнәһендәге тәүге сығышы күптәрҙе таң ҡал­дырҙы. Тамашасылар туған­даш халыҡ вәкил­дәренең үҙ телендә шаяртыуын тәрже­мә­сеһеҙ ҙә аңланы. “ҠА­ҘИ­ИТУ”, йәғни Ҡаҙағс­тан мәғлүмәт техноло­гиялары идаралығы институты йәш­тәрен Өфө тамашасыһы йылы ҡабул итте.
Командалар һаны аҙ булыуға ҡара­маҫтан, тамашасылар рәхәт­ләнеп көлдө. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йәштәре Башҡорт­остандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән бер­лектә уҙғар­ған сара өфөләрҙең йәйге эҫе бер кисен үҙенсә йәмләне, Матбуғат һабан­туйын­да ҡатнашҡандар өсөн яҡшы ял булды.
Башҡорт асыҡ КВН лига­һының йәйге кубогы туған­даш республика вәкил­дәренә күсте. Тамашасылар быны бер тауыштан хупланы. Мә­ғариф һабантуйы сиктәрендә ойошторолған шаяндар һәм отҡорҙар уйынында тәүге тапҡыр силәбеләр ҙә сығыш яһаны.
Күптән үҙенсәлекле үҫеш юлы алған Башҡорт КВН-ы йылдан-йыл яңы асыш­тарға өлгәшә. Ҡуйған маҡсат­тарына хыянат итмәй, тоғро ҡалыуҙары һәм уға ҡа­рай ҡыйыу барыуҙары һоҡлан­дыра. Ә ошолай ойош­торолған саралар башҡорт йәштәрен берләштереүгә, бер-береһе менән таныштырыуға оло йоғонто яһай.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523