Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йәштәре Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаяндар һәм отҡорҙар фестиваленең сираттағы уйынын ойошторҙо. Ул Рәсәй киноһы йылына арналды.“Йәйге кубок-2016” тип аталған I төбәк-ара башҡорт КВН-ы уйынында еңеү яулау өсөн өс команда һынау тотто: Сибай ҡалаһынан “Еңмештәр”, Бөрө ҡалаһынан “Ҡол-Дәүләт малайы” һәм Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар – “ҠАҘИИТУ” командаһы.
Һәр команда үҙенсәлекле ине. Сибай ҡалаһы “Еңмештәр”е башҡортса шаяндар һәм отҡорҙар уйынын яратҡан аудиторияға яҡшы таныш. Уларҙың шаян сығыштарын Урал аръяғында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә яратып ҡарайҙар. Бер миҙгел ял итеп алғандан һуң, егеттәр яңы көс менән киләһе үрҙәргә ынтыла.
Ә бына Бөрө районынан Рәсүл Ҡолдәүләтов бер үҙе бер команда булараҡ сығыш яһаны. Шаяндар һәм отҡорҙар уйынында Рәсүл бишенсе йыл рәттән ҡатнаша. Һуңғы арала бик популяр булып киткән “Stand up” форматы күптәргә оҡшай. Әйтәйек, яңғыҙың тотош залдың иғтибарын яулап тота белеү еңелдәрҙән түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер кешенән торған командалар күбәйә бара.
Ҡаҙағстан командаһының башҡорт сәхнәһендәге тәүге сығышы күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Тамашасылар туғандаш халыҡ вәкилдәренең үҙ телендә шаяртыуын тәржемәсеһеҙ ҙә аңланы. “ҠАҘИИТУ”, йәғни Ҡаҙағстан мәғлүмәт технологиялары идаралығы институты йәштәрен Өфө тамашасыһы йылы ҡабул итте.
Командалар һаны аҙ булыуға ҡарамаҫтан, тамашасылар рәхәтләнеп көлдө. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йәштәре Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә уҙғарған сара өфөләрҙең йәйге эҫе бер кисен үҙенсә йәмләне, Матбуғат һабантуйында ҡатнашҡандар өсөн яҡшы ял булды.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йәйге кубогы туғандаш республика вәкилдәренә күсте. Тамашасылар быны бер тауыштан хупланы. Мәғариф һабантуйы сиктәрендә ойошторолған шаяндар һәм отҡорҙар уйынында тәүге тапҡыр силәбеләр ҙә сығыш яһаны.
Күптән үҙенсәлекле үҫеш юлы алған Башҡорт КВН-ы йылдан-йыл яңы асыштарға өлгәшә. Ҡуйған маҡсаттарына хыянат итмәй, тоғро ҡалыуҙары һәм уға ҡарай ҡыйыу барыуҙары һоҡландыра. Ә ошолай ойошторолған саралар башҡорт йәштәрен берләштереүгә, бер-береһе менән таныштырыуға оло йоғонто яһай.