Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ярышыу уйын эш түгел
ярышыу уйын эш түгел Бына йәмле, ҡояшлы йәй ҙә етте. Бала саҡтан хәтеремдә был осорҙоң иң сағыу, иҫтәлекле мәле булып һабантуй тора. Нисәмә йыл үтһә лә, йыр-моң, уйындар тулы ялан — күңел түремдә.

Шуға күрә үҙем эшләгән балалар баҡсаһында ла, яҙғы баҫыу эштәре бөткәненә арнап Балалар һабантуйы үткәрергә булдым. Алена Мисюкова менән уның сценарийын әҙерләнек. Балалар баҡ­саһының урамында Ерһылыу менән Йәйһылыу балалар менән ат сабышы, уңған ҡыҙҙарҙың һыу ташыу ярышы, баһадирҙар кө­рә­ше, бағанаға менеү, ҡалаҡ ме­нән йомортҡа ташыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе. Ҡат­нашыусылар — дүрт төркөм балалары. Башҡалар ҙа буш ҡал­маны: тоҡ кейеп йүгереүҙә ҡатнаштылар.
Уйындар араһында музыкаль сығыш­тар ҙа әҙерләнек. Мәҫәлән, Ҡар кеше­һенең бейеүен — Тимур тигән егет, башҡорт милли кейе­мендә “Сәскә” бейеүен ҡыҙҙар баш­ҡарҙы, Башҡорт­остан тура­һында шиғырҙар ҙа һөйлә­неләр. Тәрбиәселәр ҙә, күҙҙәрен яулыҡ менән бәйләп, уйында ҡатнашты.
Әлбиттә, еңеүселәр бүләк­ләнмәй ҡалманы. Бағанаға менә алған ике егетебеҙ “ҡаҙ”лы булды. Приз уйынсыҡ ҡына булһа ла, ярыш уйын түгел ине. Һа­бантуйҙың йәме булған көрәште беҙҙең егеттәр ҡул менән ерҙән күтәрелеү ярышына алыштырҙы. Иң көслө дүрт егетебеҙ “бәрәс”ле булды. Күҙҙәре ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән тулы ине уларҙың. Уңған ҡыҙҙар ярышында еңгәндәр ҙә үҙенсәлекле бү­ләктәр алды. Сәсәндәр ярышында шиғыр һөйләгән бәләкәстәргә китап тапшырылды. Ҡалған ҡунаҡтарға татлы әтәстәр таратылды. Бөтәһенә лә етте иҫтә­лекле бүләктәр.
Һабантуйҙың башынан аҙағы­наса башҡорт көйҙәре яңғыраны. Ул йыр-моңдо балалар баҡса­һын­да эшләүсе музыка етәк­се­ләре Галина Ғилмет­динова, Элина Әхмәрова менән физкультура етәксеһе Татьяна Кудрявцева әҙерләне. Мин – Ерһылыу, Алена Мисюкова Йәйһылыу булды.
Һабантуйыбыҙ бик уңышлы килеп сыҡты. Маҡсаттарыбыҙға өлгәштек. Беренсенән, бала­ларҙы башҡорт халҡы­ның йолалары менән таныштырҙыҡ. Ҡала мөхитендә был бик мөһим. Икен­сенән, бәләкәстәрҙең әхлаҡи-патриотик тойғоларын үҫтереү, улар­ҙың күңелен күтәреү маҡсатын ҡуйғайныҡ. Милли мәҙәниәткә һөйөү ошо йәштән башлана бит. Балаларыбыҙ бик шатланып, хис-тойғо тулы күңел менән өйҙәренә йүнәлде.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523