Бына йәмле, ҡояшлы йәй ҙә етте. Бала саҡтан хәтеремдә был осорҙоң иң сағыу, иҫтәлекле мәле булып һабантуй тора. Нисәмә йыл үтһә лә, йыр-моң, уйындар тулы ялан — күңел түремдә. Шуға күрә үҙем эшләгән балалар баҡсаһында ла, яҙғы баҫыу эштәре бөткәненә арнап Балалар һабантуйы үткәрергә булдым. Алена Мисюкова менән уның сценарийын әҙерләнек. Балалар баҡсаһының урамында Ерһылыу менән Йәйһылыу балалар менән ат сабышы, уңған ҡыҙҙарҙың һыу ташыу ярышы, баһадирҙар көрәше, бағанаға менеү, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе. Ҡатнашыусылар — дүрт төркөм балалары. Башҡалар ҙа буш ҡалманы: тоҡ кейеп йүгереүҙә ҡатнаштылар.
Уйындар араһында музыкаль сығыштар ҙа әҙерләнек. Мәҫәлән, Ҡар кешеһенең бейеүен — Тимур тигән егет, башҡорт милли кейемендә “Сәскә” бейеүен ҡыҙҙар башҡарҙы, Башҡортостан тураһында шиғырҙар ҙа һөйләнеләр. Тәрбиәселәр ҙә, күҙҙәрен яулыҡ менән бәйләп, уйында ҡатнашты.
Әлбиттә, еңеүселәр бүләкләнмәй ҡалманы. Бағанаға менә алған ике егетебеҙ “ҡаҙ”лы булды. Приз уйынсыҡ ҡына булһа ла, ярыш уйын түгел ине. Һабантуйҙың йәме булған көрәште беҙҙең егеттәр ҡул менән ерҙән күтәрелеү ярышына алыштырҙы. Иң көслө дүрт егетебеҙ “бәрәс”ле булды. Күҙҙәре ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән тулы ине уларҙың. Уңған ҡыҙҙар ярышында еңгәндәр ҙә үҙенсәлекле бүләктәр алды. Сәсәндәр ярышында шиғыр һөйләгән бәләкәстәргә китап тапшырылды. Ҡалған ҡунаҡтарға татлы әтәстәр таратылды. Бөтәһенә лә етте иҫтәлекле бүләктәр.
Һабантуйҙың башынан аҙағынаса башҡорт көйҙәре яңғыраны. Ул йыр-моңдо балалар баҡсаһында эшләүсе музыка етәкселәре Галина Ғилметдинова, Элина Әхмәрова менән физкультура етәксеһе Татьяна Кудрявцева әҙерләне. Мин – Ерһылыу, Алена Мисюкова Йәйһылыу булды.
Һабантуйыбыҙ бик уңышлы килеп сыҡты. Маҡсаттарыбыҙға өлгәштек. Беренсенән, балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырҙыҡ. Ҡала мөхитендә был бик мөһим. Икенсенән, бәләкәстәрҙең әхлаҡи-патриотик тойғоларын үҫтереү, уларҙың күңелен күтәреү маҡсатын ҡуйғайныҡ. Милли мәҙәниәткә һөйөү ошо йәштән башлана бит. Балаларыбыҙ бик шатланып, хис-тойғо тулы күңел менән өйҙәренә йүнәлде.