Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялдары тормошҡа ашҡан
Хыялдары тормошҡа ашҡанБыл өй ауылды йәмләп ултырған кеүек. Ни тиһәң дә, йәш ғаиләнең үҙ көсө менән һалып сыҡҡан йорто бит. Әлбиттә, ярҙам булмаһа, үҙҙәренә генә был тиклем эште атҡарыуы ауырға төшөр ине. Хәҙер йәштәрҙең үҙ мөйөшө бар.
Эйе, һәр йәш ғаилә бәләкәй генә булһа ла үҙ мөйөшөн булдырыу тураһында хыяллана. Үкенескә ҡаршы, күптәр өсөн ул оҙаҡ йылдар дауамында хыял килеш кенә ҡала. Ә бына Мөлкәт ауылынан Ибраһимовтар ғаиләһе уны тормошҡа ашырыуға өлгәшкән.
Беҙҙе ғаилә башлығы Рифат Ибраһимов ихатанан уҡ ҡаршыланы. Ул "Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһында механизатор булып эшләй. Көҙөн комбайнға ултыра, тракторҙы ла "йүгәнләй". Ҡатыны Гүзәл әлегә балалар тәрбиәләй. Йәштәрҙең Илшат һәм Марат исемле улдары үҫеп килә.
Өйгә үтеү менән беҙҙе сабыйҙарҙың шат тауышы сорнап алды. Йылмайып, хужабикә лә күренде. Йорттары иркен, кәрәк-яраҡ, замана көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылған. Өйгә газ да, йылы һыу ҙа үткән, һис тә ҡалалағынан кәм йәшәмәйҙәр. “Йәштәрҙең донъялары түңәрәк”, — тип уйлап ҡуйҙым улар өсөн шатланып.
Хыялдары тормошҡа ашҡанИбраһимовтар йорттарын 2010 йылдың көҙөндә төҙөй башлаған. Өмәгә яҡындары ла, хеҙмәттәштәре лә берҙәм ҡушыла. Йорт һалыуға йәштәр субсидия юллай. "Ауылдың социаль үҫеше" программаһы буйынса бүленгән ярҙам һәм әсәлек капиталы тулыһынса ошо маҡсатҡа тотонола ла инде. Техника һәм төҙөлөш материалдары менән Рифат эшләгән "Уралтау" предприятиеһы етәксеһе Таһир Зарипов ярҙам итә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Тиҙҙән улар өр-яңы йортта йәшәй башлай.
Йәштәр етеш йәшәр өсөн тырыша, һүҙ ҙә юҡ. Мал-тыуар ҙа аҫрайҙар. Ни тиһәң дә, сабыйҙарға һөтө лә, ите лә, башҡаһы ла кәрәк. Рифат эш хаҡына зарланмай, бигерәк тә комбайнға ултырғанда аҡса мул эләгә икән. Ураҡта иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләргә тура килһә лә, яҡындарыңдың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһын өсөн бар көсөңдө һалаһың инде. "Беҙҙә лә йәштәрҙең төрлөһө бар. Эштән ҡурҡмағандары һәм тырышҡандары һәйбәт йәшәй", – ти ул. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тиергә генә ҡала.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Дыуан районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523