Был өй ауылды йәмләп ултырған кеүек. Ни тиһәң дә, йәш ғаиләнең үҙ көсө менән һалып сыҡҡан йорто бит. Әлбиттә, ярҙам булмаһа, үҙҙәренә генә был тиклем эште атҡарыуы ауырға төшөр ине. Хәҙер йәштәрҙең үҙ мөйөшө бар.
Эйе, һәр йәш ғаилә бәләкәй генә булһа ла үҙ мөйөшөн булдырыу тураһында хыяллана. Үкенескә ҡаршы, күптәр өсөн ул оҙаҡ йылдар дауамында хыял килеш кенә ҡала. Ә бына Мөлкәт ауылынан Ибраһимовтар ғаиләһе уны тормошҡа ашырыуға өлгәшкән.
Беҙҙе ғаилә башлығы Рифат Ибраһимов ихатанан уҡ ҡаршыланы. Ул "Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһында механизатор булып эшләй. Көҙөн комбайнға ултыра, тракторҙы ла "йүгәнләй". Ҡатыны Гүзәл әлегә балалар тәрбиәләй. Йәштәрҙең Илшат һәм Марат исемле улдары үҫеп килә.
Өйгә үтеү менән беҙҙе сабыйҙарҙың шат тауышы сорнап алды. Йылмайып, хужабикә лә күренде. Йорттары иркен, кәрәк-яраҡ, замана көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылған. Өйгә газ да, йылы һыу ҙа үткән, һис тә ҡалалағынан кәм йәшәмәйҙәр. “Йәштәрҙең донъялары түңәрәк”, — тип уйлап ҡуйҙым улар өсөн шатланып.
Ибраһимовтар йорттарын 2010 йылдың көҙөндә төҙөй башлаған. Өмәгә яҡындары ла, хеҙмәттәштәре лә берҙәм ҡушыла. Йорт һалыуға йәштәр субсидия юллай. "Ауылдың социаль үҫеше" программаһы буйынса бүленгән ярҙам һәм әсәлек капиталы тулыһынса ошо маҡсатҡа тотонола ла инде. Техника һәм төҙөлөш материалдары менән Рифат эшләгән "Уралтау" предприятиеһы етәксеһе Таһир Зарипов ярҙам итә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Тиҙҙән улар өр-яңы йортта йәшәй башлай.
Йәштәр етеш йәшәр өсөн тырыша, һүҙ ҙә юҡ. Мал-тыуар ҙа аҫрайҙар. Ни тиһәң дә, сабыйҙарға һөтө лә, ите лә, башҡаһы ла кәрәк. Рифат эш хаҡына зарланмай, бигерәк тә комбайнға ултырғанда аҡса мул эләгә икән. Ураҡта иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләргә тура килһә лә, яҡындарыңдың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһын өсөн бар көсөңдө һалаһың инде. "Беҙҙә лә йәштәрҙең төрлөһө бар. Эштән ҡурҡмағандары һәм тырышҡандары һәйбәт йәшәй", – ти ул. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тиергә генә ҡала.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Дыуан районы.