Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был “баҡса”ны кем үҫтергән?
Заман ауыр, тибеҙ... Ҡасан еңел булғандыр... Өләсәйҙәр, ҡырҡ йылға бер һуғыш булып тора, тип әйтә торғайны. Балаларҙы шул һуғыштарҙы күҙҙә тотоп тапҡандар, затты ҡоротмаҫҡа тырышҡандар. Иң ҙур ҡарғыш, “затың ҡороһон” булған... Ысын үлем — затың ҡороу...
Тәүбә-тәүбә...
Нисек кенә ауыр булмаһын, үҙегеҙҙе әсәлек бәхетенән мәхрүм итмәгеҙ. Шулай заты­ғыҙҙы йәшәтәһегеҙ, үҙегеҙҙең ғүмерҙе оҙайтаһығыҙ. Ҡанығыҙ бирелә бара икән, һеҙҙең ғүмер был донъяла дауам итә.

* * *
Интернет ул – ҡайһы саҡ “Боҙоҡ телефон” уйыны кеүек!
Яҙғаныңды бөтөнләй башҡа мәғәнәлә аңлауҙары ихтимал, сөнки кеше мәғлүмәтте барлыҡ һиҙеү-тойоу ағзалары аша үт­кәр­гәндә генә бөтә тулылығында тиерлек ҡабул итә. “Тиерлек” тим, сөнки төрлө кешенең аңлау һәләте лә ҡушыла бит әле.
“Аҡ” тинем икән, уны “ҡара” тип аңлаусылар ҙа буласаҡ, сөнки ул аҡтан да ҡара эҙләргә күнеккән.

* * *
Ағинәйҙәрҙең милли кейем­дәр тектереп, бешкән еләктәй йөрөүҙәре күңелгә май булып ята. Ә инде заманса кейемгә лә милли кейем өлгөләре инеп китһә, бигерәк шәп!
Заман кейемдәрен үҙебеҙсә­ләтеп кейеү тураһында күптән һүҙ башлағайныҡ инде. Бынан бер ун йыллап элек тап шундай эш костюмым өҫтөнән һаҡал кейеп Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары менән осрашыуға килгәс, сәйерһенеп ҡараусылар ҙа булғайны.
Хәҙер быны хуплап тороусылар ҙа артты. Әйҙәгеҙ, ағинәйҙәр генә түгел, йәштәр ҙә төрлө сараларға бер генә милли элемент менән булһа ла йөрөй башлаһын әле. Һаҡал түгел икән, һис юғында яға булһын.

* * *
Әсәйемдең тыуған ауылына барғас, минән: “Ниңә әсәйең фамилияһы менән йөрөйһөң?” тип һоранылар. Ә мин хәлә­лемдең фамилияһын йөрөтәм.
Ул ғына ла түгел, сәфәр айында донъяға килгәнмен дә, йүргәк исемемде Сәфәрбикә тип ҡушҡан булғандар. Буласаҡ ҡәйнәм исемен.
Тура килһә килә икән...

* * *
Ҡоролтай тураһында фекер белдереүемде һорайҙар. Ни тиәйем...
Һәр делегат ул ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу­сы булырға тейеш, туй генералы түгел, ә эш менән туранан-тура шөғөлләнеүсе шәхес.
Юғиһә ҡайһы берәүҙәр ҡунаҡ булып ҡына ултырып ҡайта ла аҙаҡ, шул эшләнмәй, был эшләнмәй, тип тәнҡитләп, йә илаулап йөрөй башлай. Ә кем эшләргә тейеш һуң быны, кемдән күрһәтмә кәрәк?! Тот та эшлә!

* * *
Динебеҙ, яманды (гонаһты) күп һөйләмә, һөйләгән һайын үрсей, тип өйрәтә бит. Яҡшыны һөйләйек, яҡшыны үрсетәйек.

* * *
Бер алдаҡ аҙаҡ икенсе алдаҡҡа этәреп тик тора ул, серек нигеҙгә ҡоролған өй оҙаҡ тормаған һымаҡ — береһен ҡаплар өсөн икенсеһен уйлап сығаралар — серек өйҙө терәтә лә терәтәләр... Теге өй барыбер бер емерелеп төшә...

* * *
Улым эсә, болара, пенсиямды тартып ала, тип зарлана бер инәй.
Ни тиһең инде. Ҡунаҡсыл булдылар, өйҙәренән кеше, өҫтәлдәренән бал-сәмәй өҙөлмәне. Улы ла бит әллә ҡайҙан өйрәнмәне эсеүгә, өйҙә тәмләп ҡараны, аҙаҡ ата-әсәһе менән ултырып эсте. Ул ғына ла түгел, өйгә ҡайтһа, өҫтәлгә “туҡ” иттереп шешә менеп ҡунаҡланы — әйтерһең, иң ҙур һый!
Балаһына ағыу эсергәнен ата-әсә аңламанымы ни?! Имеш, ҡайтҡанда ғына бит ул...
Ата-әсә — бала күңеленә орлоҡ ташлаусы. Шул кескәй орлоҡтан ғәләмәт ҙур нәмәләр үҫеп сыға — яҙғы тупраҡ бит ул бала күңеле! Йә бик матур емешле ағастар, йә алабута-сәнске-дегәнәк, ағыулы үләндәр баҫа.
Ата-әсә бала күңелендәге түтәлдәрҙе ҡый-һайҙан да таҙартып торорға тейеш — ситтән дә насар орлоҡ килеп төшөүе бар.
Йәл инде инәйҙе, тик был “баҡса”ны ул үҙе үҫтергән...

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521