Был “баҡса”ны кем үҫтергән?14.06.2016
Заман ауыр, тибеҙ... Ҡасан еңел булғандыр... Өләсәйҙәр, ҡырҡ йылға бер һуғыш булып тора, тип әйтә торғайны. Балаларҙы шул һуғыштарҙы күҙҙә тотоп тапҡандар, затты ҡоротмаҫҡа тырышҡандар. Иң ҙур ҡарғыш, “затың ҡороһон” булған... Ысын үлем — затың ҡороу...
Тәүбә-тәүбә...
Нисек кенә ауыр булмаһын, үҙегеҙҙе әсәлек бәхетенән мәхрүм итмәгеҙ. Шулай затығыҙҙы йәшәтәһегеҙ, үҙегеҙҙең ғүмерҙе оҙайтаһығыҙ. Ҡанығыҙ бирелә бара икән, һеҙҙең ғүмер был донъяла дауам итә.
* * *
Интернет ул – ҡайһы саҡ “Боҙоҡ телефон” уйыны кеүек!
Яҙғаныңды бөтөнләй башҡа мәғәнәлә аңлауҙары ихтимал, сөнки кеше мәғлүмәтте барлыҡ һиҙеү-тойоу ағзалары аша үткәргәндә генә бөтә тулылығында тиерлек ҡабул итә. “Тиерлек” тим, сөнки төрлө кешенең аңлау һәләте лә ҡушыла бит әле.
“Аҡ” тинем икән, уны “ҡара” тип аңлаусылар ҙа буласаҡ, сөнки ул аҡтан да ҡара эҙләргә күнеккән.
* * *
Ағинәйҙәрҙең милли кейемдәр тектереп, бешкән еләктәй йөрөүҙәре күңелгә май булып ята. Ә инде заманса кейемгә лә милли кейем өлгөләре инеп китһә, бигерәк шәп!
Заман кейемдәрен үҙебеҙсәләтеп кейеү тураһында күптән һүҙ башлағайныҡ инде. Бынан бер ун йыллап элек тап шундай эш костюмым өҫтөнән һаҡал кейеп Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары менән осрашыуға килгәс, сәйерһенеп ҡараусылар ҙа булғайны.
Хәҙер быны хуплап тороусылар ҙа артты. Әйҙәгеҙ, ағинәйҙәр генә түгел, йәштәр ҙә төрлө сараларға бер генә милли элемент менән булһа ла йөрөй башлаһын әле. Һаҡал түгел икән, һис юғында яға булһын.
* * *
Әсәйемдең тыуған ауылына барғас, минән: “Ниңә әсәйең фамилияһы менән йөрөйһөң?” тип һоранылар. Ә мин хәләлемдең фамилияһын йөрөтәм.
Ул ғына ла түгел, сәфәр айында донъяға килгәнмен дә, йүргәк исемемде Сәфәрбикә тип ҡушҡан булғандар. Буласаҡ ҡәйнәм исемен.
Тура килһә килә икән...
* * *
Ҡоролтай тураһында фекер белдереүемде һорайҙар. Ни тиәйем...
Һәр делегат ул ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыусы булырға тейеш, туй генералы түгел, ә эш менән туранан-тура шөғөлләнеүсе шәхес.
Юғиһә ҡайһы берәүҙәр ҡунаҡ булып ҡына ултырып ҡайта ла аҙаҡ, шул эшләнмәй, был эшләнмәй, тип тәнҡитләп, йә илаулап йөрөй башлай. Ә кем эшләргә тейеш һуң быны, кемдән күрһәтмә кәрәк?! Тот та эшлә!
* * *
Динебеҙ, яманды (гонаһты) күп һөйләмә, һөйләгән һайын үрсей, тип өйрәтә бит. Яҡшыны һөйләйек, яҡшыны үрсетәйек.
* * *
Бер алдаҡ аҙаҡ икенсе алдаҡҡа этәреп тик тора ул, серек нигеҙгә ҡоролған өй оҙаҡ тормаған һымаҡ — береһен ҡаплар өсөн икенсеһен уйлап сығаралар — серек өйҙө терәтә лә терәтәләр... Теге өй барыбер бер емерелеп төшә...
* * *
Улым эсә, болара, пенсиямды тартып ала, тип зарлана бер инәй.
Ни тиһең инде. Ҡунаҡсыл булдылар, өйҙәренән кеше, өҫтәлдәренән бал-сәмәй өҙөлмәне. Улы ла бит әллә ҡайҙан өйрәнмәне эсеүгә, өйҙә тәмләп ҡараны, аҙаҡ ата-әсәһе менән ултырып эсте. Ул ғына ла түгел, өйгә ҡайтһа, өҫтәлгә “туҡ” иттереп шешә менеп ҡунаҡланы — әйтерһең, иң ҙур һый!
Балаһына ағыу эсергәнен ата-әсә аңламанымы ни?! Имеш, ҡайтҡанда ғына бит ул...
Ата-әсә — бала күңеленә орлоҡ ташлаусы. Шул кескәй орлоҡтан ғәләмәт ҙур нәмәләр үҫеп сыға — яҙғы тупраҡ бит ул бала күңеле! Йә бик матур емешле ағастар, йә алабута-сәнске-дегәнәк, ағыулы үләндәр баҫа.
Ата-әсә бала күңелендәге түтәлдәрҙе ҡый-һайҙан да таҙартып торорға тейеш — ситтән дә насар орлоҡ килеп төшөүе бар.
Йәл инде инәйҙе, тик был “баҡса”ны ул үҙе үҫтергән...
Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.